Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
17 Октябрь 2020, 20:15

НЬЮ-ЙОРКТАН СӘЛӘМ!

Редакциябыҙҙың электрон почтаһына көтөлмәгән тарафтан—Нью-Йорктан хат килеп төштө. Уны беҙгә Гөлгөнә исемле ҡыҙ яҙған ине. Бына инде 9 йыл Америкала йәшәүсе яҡташыбыҙ тыуған яҡтарҙы шул тиклем һағыныуын белдергән һәм төплө белем биргән Ишбирҙе мәктәбе уҡытыусыларына ҙур рәхмәттәр әйтеп сәләм ебәргән. Гөлгөнәнең хатын уҡығас, уның үҙе менән танышыу теләге уянды. Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ Нью-Йоркка нисек барып сыҡҡан? Ни өсөн унда төпләнергә ҡарар иткән? Нимә менән булыша унда? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптарҙы, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, һеҙ ҙә белергә теләйһегеҙҙер, тип уйлабыҙ һәм әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.

Редакциябыҙҙың электрон почтаһына көтөлмәгән тарафтан—Нью-Йорктан хат килеп төштө. Уны беҙгә Гөлгөнә исемле ҡыҙ яҙған ине. Бына инде 9 йыл Америкала йәшәүсе яҡташыбыҙ тыуған яҡтарҙы шул тиклем һағыныуын белдергән һәм төплө белем биргән Ишбирҙе мәктәбе уҡытыусыларына ҙур рәхмәттәр әйтеп сәләм ебәргән. Гөлгөнәнең хатын уҡығас, уның үҙе менән танышыу теләге уянды. Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ Нью-Йоркка нисек барып сыҡҡан? Ни өсөн унда төпләнергә ҡарар иткән? Нимә менән булыша унда? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптарҙы, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, һеҙ ҙә белергә теләйһегеҙҙер, тип уйлабыҙ һәм әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.
—Гөлгөнә, үҙең менән ҡыҫҡаса таныштырып үт әле?
—Мин ябай эшселәр ғаиләһендә уртансы бала булып буй еткерҙем. Бишенсе класта уҡығанда уҡ инглиз теленә һөйөү уянды һәм киләсәгем мотлаҡ ошо тел менән бәйле булырын күҙалланым. Уҡытыусым Н.Н.Юнысоваға айырыуса ҙур рәхмәтлемен. Ул бик көслө, талантлы, белемле, дәртле. Уның дәрестәре һәр саҡ мауыҡтырғыс, үҙенсәлекле булды. Яңынан-яңы алымдар уйлап сығарып ҡына торҙо. Ҡыҙыҡһыныуым көндән-көн арта барҙы һәм мин, мәктәпте тамамлағас, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт һәм инглиз теле бүлегендә уҡыуымды дауам иттем.
Уҡыусы саҡта уҡ Америкаға барырға хыялландым. Әммә ябай ғына ауыл балаһы өсөн был һис ҡасан бойомға ашмаҫ хыял ине. Мин уҡыған бүлек студенттары өсөн йәйгеһен Америкала тәжрибә туплау өсөн төрлө программалар эшләне. Тик финанс яҡтан мөмкинлек булмау сәбәпле, мин йыл да бара алмай инем. Диплом алып, үҙем эшләй башлағас, ниһайәт, хыялым тормошҡа ашты: мин Америкаға юлландым. 2011 йылдан Нью-Йорктамын.
—Аңлауымса, һин ғаиләле?
—Эйе, кейәүҙәмен. Ирем Томск ҡалаһында тыуып үҫкән, ҡырғыҙ егете. Америкала таныштыҡ. Тәүҙә яҡын дуҫтар инек. Әле бына 6-сы йыл бергәбеҙ, ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Башҡорт теле менән ҡырғыҙ теле ныҡ оҡшаған. Ирем хәҙер миңә ҡарағанда ла башҡортса яҡшыраҡ белә. Ҡайһы саҡ: “Мәшәҡәтләмә миңә”, —тип кенә ебәрә. Ул банк хеҙмәткәре. Унан тыш, өҫтәлмә аҡса эшләү юлдарын эҙләй, ютуб каналына видеолар ҙа төшөрөп һала. Мин иһә бала менән булам, кис ирем эштән ҡайтыу менән колледжға уҡырға китәм.
—Уҡып та өлгөрәһегеҙме ни?
—Эйе, бында белем биреү системаһы бөтөнләй икенсе. Тәүҙә дөйөм предметтар буйынса уҡыйһың, аҙаҡ нәҡ һөнәрең буйынса белемеңде нығыта башлайһың. Дәрестәр теҙмәһен үҙеңә нисек уңайлы—шулай төҙөп алаһың. Миңә кис уңайлы, сөнки ҡыҙымды атаһына ҡалдырып сыға алам. Әлбиттә, уҡыу түләүле һәм ныҡ ҡиммәт. Баһаларҙы лайыҡлы ғына ҡуялар. Ришүәт биреп, йә юхаланып, йә туғанлыҡ-танышлыҡ менән баһа алып булмай. Белемең ниндәй—баһаң шундай. Талаптар ҡаты. Уҡытыусы өйгә эште, мәҫәлән, төнгө 12-гә тиклем эшләп, электрон почтаһына ебәрергә ҡуша икән, шул мәлгә өлгөртөргә тейешһең. Ваҡытың бармы, юҡмы—уларға барыбер. Кемдәндер күсереү, интернеттан яуап табыу ҙа ярамай. Барыһын да тикшереп, белеп торалар. Уҡыу ауыр. Һәр кем яҡшы уҡырға тырыша, сөнки һинең баһаң киләсәгеңә тәьҫир итә. GPA (аттес-тат йә дипломдағы уртаса балл) насар икән, икенсе ергә уҡырға алмайҙар. Айырыуса медицина өлкәһендә һәйбәт аҡса эшләргә була, шуға ла был йүнәлештә белем алыусылар ныҡ тырыша.
Мин уҡыған колледждың шуныһы оҡшай: бында балалар баҡсаһы бар. Ул йә ҡыҙыңды дәрес бөткәнсә ҡалдырып торорға мөмкин. Шулай уҡ йәшәргә ерең булмаһа, уҡыу йорто хәстәрләй. Аҡсаһыҙ ҡалһаң, көнөнә өс тапҡыр бушлай ашата. Һәм шуны әйтергә кәрәк: Америка дипломы менән һәр ерҙә эшкә урынлашырға була. Шуға ла байҙарҙың балалары нәҡ Америкала уҡый.
—Уҡыу йорто һәм студенттар араһында ришүәтселек юҡ тиһең. Башҡа өлкәлә лә шулаймы?
—Ришүәт биреү, алыу, бәлки, ҡайҙалыр, өҫтәрәк барҙыр. Әммә ябай халыҡ араһында ундай нәмә юҡ. Ғөмүмән, Рәсәй менән Америка араһында айырма шул тиклем ҙур. Иң оҡшағаны шул: сервис, йәғни хеҙмәтләндереү ныҡ юғары кимәлдә. Бер ваҡытта ла, бер ҡайҙа ла һинең менән ҡаты һөйләшмәйҙәр. Йылмайып, аңламаған нәмәңде 5-6 тапҡыр яйлап, аңлатып һөйләргә лә тартынмайҙар. Һәр кем эшен юғалтыуҙан ҡурҡа, шуға ла мөмкин тиклем мөләйем, алсаҡ булырға тырыша. Әгәр хеҙмәтләндереүҙе оҡшатмаһаң, һин шунда уҡ шылтыратып менеджерға йә хеҙмәт бүлегенә хәбәр итә алаһың. Беҙҙеңсә әйткәндә, “блат” тигән нәмә юҡ. Эш хаҡын беҙҙәге кеүек айына бер түгел, аҙна һайын алалар.
—Америка—ирекле ил, тиһең. Өҫтәп тағы ла нимәләр һөйләй алаһың?
—Һинең кейемең, телефоның, автомобилең, шәхси тормошоң берәүҙе лә ҡыҙыҡһындырмай. Иммигрантмы-юҡмы, милләт буйынса кемһең—быныһы ла берәүгә лә кәрәкмәй. Ошо ерҙә йөрөп ятаһың икән—һин американлы, һинең дә хоҡуғың шундай уҡ. Берәү ҙә килмешәк тип ҡарамай. Байҙар ҙа осһоҙ футболка, джинсы, кроссовкала йөрөй. Иң мөһиме—кейем уңайлы булһын! Әйткәндәй, Америкаға килгәндән алып тағалы туфли кейгәнем юҡ.
—Ә хаҡтар нисек, “тешләшәме”?
—Байрамдарҙа кейемдәргә ҙур ташлама эшләйҙәр, хатта 75-80 процент ташлама булыуы ихтимал. Әммә аҙыҡ-түлек ҡиммәт. Уның ҡарауы ҡулланыу ваҡыты үткән ризыҡтар ятмай, ныҡ күҙәтәләр. Емеш-еләк арзан.
Һәр штаттың үҙ ҡанундары, һалымдар төрлөсә. Нью-Йорк, Калифорнияла НДС ҙур. Шуға ла беҙ йыш ҡына Нью-Джерси штатына кейем алырға йөрөйбөҙ.
—Медицина өлкәһенә әйләнеп ҡайтайыҡ әле, унда ла Рәсәйҙәге кеүек проблемалар бармы?
—Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе—бында бизнес тип әйтер инем. Әммә барыһы ла страховкаға бәйле. Ә уныһы иһә һинең килемеңә бәйле. Аҙ тәьмин ителгәндәрҙең страховкаһы күп нәмәне ҡаплай: витаминдарға тик-лем һиңә бушлай бирелергә мөмкин. Табиптар менән, дөрөҫөрәге барыһы менән дә, шулай уҡ уҡытыусылар менән дә “һин”дән һалдырып һөйләшәһең. Улар һинең менән ҡул биреп һаулыҡ та һораша, йомошоң бар икән, мәҫәлән, педиатрға, төнгә сәғәт 12-лә лә шылтыратырға мөмкин. Әгәр страховкаң юҡ икән, хәлдәр бик ҡатмарлы: ят та үл инде. Медицина ныҡ ҡиммәт. Айырыуса стоматолог. Сит илдән килеүселәр башлыса үҙ иленә ҡайтып тештәрен йүнәттереп килә.
—Фатир алыуы рәхәтме? Фатирығыҙ бармы?
—Юҡ, әлегә ҡуртымға алғанбыҙ. Әйткәндәй, бында ипотека, кредит ставкалары түбән. Ипотека алғанда ил граждандарына бәләкәй процент менән бирәләр. Ә бына мебель магазиндары һәм башҡаларҙа кредитҡа әйбер юллаһаң, процент 0 булыуы ла ихтимал.
—Йәш әсәләр өсөн декрет ялы, түләүҙәр бармы?
—Декрет ялы үҫешмәгән. Яҡшы ерҙә эшләгән кеше-ләр 6 аҙналыҡ балаларын балалар баҡсаһына биреп йә бала ҡарарлыҡ кеше яллап, эшкә сығыу яйын ҡарай, сөнки эштәрен юғалтырға теләмәй. Бер ниндәй ҙә пособие юҡ, йәш ғаиләләргә дәүләттән Рәсәйҙәге Әсәлек капиталы кеүек ярҙам да юҡ. Әммә һин аҙ тәьмин ителгән ғаилә икән, бала тыуғандан алып уға 5 йәш тулғансы бушлай аҙыҡ-түлек алырға була. Беҙҙең илдә булмаған программалар бар. Балалар баҡсалары башлыса шәхси ҡулдарҙа. Улары ныҡ ҡиммәт. Мәҫәлән, Нью-Йорк, Бруклинда айына 900-1300 доллар түләргә кәрәк. Ә дәүләт баҡсаһына йөрөтөр өсөн әллә күпме документ йыйырға кәрәк, уларын йыйып, сиратҡа торғансы, балаң үҫеп тә етә. Балалар баҡсаларында камералар бар, ҡыҙ-улыңды тикшереп торорға мөмкин.
Шуныһы тағы иғтибарға лайыҡ: беренсе балаңды 35 йәшкә тиклем тапмаһаң да, һиңә өндәшеүсе юҡ. Балалар йортонан сыҡҡанда күпме теләйһең, шуның сама йүргәк, таҫтамал, памперстар биреп сығаралар.
—Ерле, йәғни урындағы халыҡ ниндәй унда?
—Бик татыу, дуҫ халыҡ, әммә үҙ серҙәрен, проблемаларын башҡаларға һөйләп бармайҙар. Балаларын бик ныҡ ҡанатландырып, маҡтап үҫтерәләр. Шуға ла уларҙың үҙ баһаһы юғары, беҙҙең кеүек баҙнатһыҙ түгелдәр. Мәктәпте бөттөмө, балаларын айырым, үҙаллы йәшәргә сығаралар. Ә ата-әсә ҡартайып, үҙ-үҙҙәрен ҡарай алмай башлаһа, улар ҡарттар йортона тапшырыла. Беҙҙәге һымаҡ бала һәм ата-әсә араһында йылы мөнәсәбәт, бәйләнеш юҡ. Әгәр ата-әсәләре ауырып китеп, дауаханаға эләкһә, улар унда шар тотоп ҡына барып китеүҙәре мөмкин. Ололарға сиренә ҡарап бер эшсе беркетелә. Ул кеше килә, өй эшендә ярҙам итә, магазинға бара, дауаханаға алып бара, хатта кәрәк икән төнгөлөккә яндарында ҡала. Өлкәндәр өсөн махсус буш таксиҙар эшләй, улар өсөн генә кисәләр ҙә үткәрелә һ.б. Психик сирлеләр күп бында, үҙ-үҙҙәре менән һөйләшеп йөрөгәндәрҙе йыш осратырға мөмкин. Киноларҙа күрһәтелгәнсә йәшәйҙәр, өйөндә аяҡ кейемендә йөрөйҙәр, эттәрен индереп, ҡосаҡлашып йоҡлауҙары ла ысын тормошта бар. Эште яй эшләйҙәр, һис ҡабаланмайҙар, көйәләнмәйҙәр, тыныстар. Төрлөһө бар, әммә башлыса шундайҙар. Йәштәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте лә ҡыҙыҡ. Егет ҡыҙға бүләк эшләһә, бүләктең хаҡын йәшермәүе лә ихтимал. Кафеға барһалар, уртаҡ түләйҙәр. Балалары тыуһа ла, законлы өйләнешергә ашыҡмайҙар.
—Коронавирусҡа бәйле хәлдәр нисек?
—Бында пандемия арҡаһында эшһеҙ ҡалыусыларға аҙна һайын түләйҙәр. Ҡайһы берәүҙәр эш хаҡынан күберәк ярҙам ала.
—Рәсәйгә ҡараштары ниндәй?
—Рәсәйҙе йүнләп белмәйҙәр ҙә ул. Белемлерәктәре Мәскәү, Санкт-Петербург, Путинды белә. Рәсәй ҡыҙҙарын матур тиҙәр.
—Башҡорттар бармы?
—Бар, күп кенә. Аралашып, осрашып, ҡунаҡҡа йөрөшә инек. Әле ғаиләле, балалы булғас, әллә ни мөмкинлек юҡ. Башҡорт-татар һабантуйы ойошторолоп тора, әртистәр килә.
—Американы күреү хыялың тормошҡа ашҡан. Әле сит тарафта йәшәгәнеңә үкенмәйһеңме?
—Әлбиттә, ауыр саҡтар ҙа булып китә. Һағындыра. Яныбыҙҙа ата-әсәйебеҙ, ярҙам итерлек кешеләребеҙ юҡ. Киреһенсә, беҙ мөмкин тиклем ҡәҙерлеләребеҙгә ярҙам итергә тырышабыҙ. Иремә көс төшә инде. Шулай тырыш булмаһаң, бында йәшәп китеүе ауыр. Күптәр кире ҡайтып китә. Яҡшы кимәлдә йәшәргә теләһәң, уҡырға кәрәк. Дипломлы кешенең тормошо бөтөнләй башҡа. Нисек кенә булмаһын, миңә Америкала йәшәүе оҡшай. Бында иреклеһең, был еңеллек бирә. Мөмкинлектәр киң. Музей, концерттарға бушлай йөрөргә була. Тырыш, ныҡыш, сос булһаң, бында йәшәүе рәхәт.
—Ҡыҙыҡлы әңгәмәң өсөн рәхмәт!
Резеда Усманова
әңгәмәләште.