Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
23 Август 2020, 13:00

ХЕҘМӘТТӘН ТУҠЫЛҒАН БӘХЕТ

Шәриповтарҙың бергә йәшәү-ҙәренә тиҙҙән 45 йыл тула. Икеһе лә йәмле Һаҡмар буйында ултырған Йылайыр районының Юлдыбай ауылында тыуып-үҫкән, икеһе лә тыуған ерендә ғүмер итеүҙәре менән үҙен бәхетле һанай.

Тормошта бере-береһенә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, ауылдаштарына өлгө булып, балаларының һәм ейән-ейәнсәрҙәренең иғтибар-ихтирамында йәшәгән Зөһрә һәм Фазылйән Шәриповтарға һоҡланмау мөмкин түгел. Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, йәштәрсә гөрләтеп донъя көтә, баҡса үҫтерә, мал, ҡош-ҡорт аҫрай улар.
Шәриповтарҙың бергә йәшәү-ҙәренә тиҙҙән 45 йыл тула. Икеһе лә йәмле Һаҡмар буйында ултырған Йылайыр районының Юлдыбай ауылында тыуып-үҫкән, икеһе лә тыуған ерендә ғүмер итеүҙәре менән үҙен бәхетле һанай.
Сығышы менән Зөһрә Бәҙәмша ҡыҙы Һынташ ауылынан булһа ла, бала сағы һәм үҫмер йылдары Юлдыбайҙа үтә. Улар бер үк мәктәптә белем ала, әммә бер-береһен танып белмәй, сөнки ул ваҡытта Юлдыбай райондың иң ҙур ауылдарҙан иҫәпләнә. Белем усағында күрше ауылдарҙан, хатта Баймаҡ районынан да уҡыусылар йөрөп уҡый, кластар һаны унға барып етә, улар башҡорт, рус төркөмдәренә бүленә.
Ишле ғаиләлә баш бала булып донъяға килгән Фазылйән Фәттәх улы урта мәктәпте тамамлағас, артабан белемен Өфө транспорт техникумында ала. Бәләкәйҙән техника “ене” ҡағылған егеткә уҡыу еңел бирелә, ҡулына диплом алғас, хеҙмәт юлын тыуған яғында башлай, “Сельхозтехника” ойошмаһына эшкә ҡайта.
Йәйге айлы кистәрҙең береһендә киске уйында буласаҡ кәләшен осратып, тәү күргәс тә ғашиҡ була. Был ваҡытта Зөһрә Бәҙәмша ҡыҙы бухгалтер һөнәренә эйә булып, совхозда эшләгән була. Йәштәр бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 1976 йылдың ғинуар айында өйләнешә.
Тормоштарын йәмләп, бер-бер артлы улдары Рөстәм менән Илгиз донъяға килә. Балалары бәләкәйҙән сәнғәтте үҙ итеп үҫә, ҡурай түңәрәгенә йөрөй. Тормоштарын башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы менән бәйләйҙәр, икеһе лә ҡурай класын тамамлап, артабан белемде сәнғәт училищеһында, аҙаҡ юғары уҡыу йортонда дауам итә.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала танылған ҡурайсыларҙың береһе Рөстәм Шәрипов, ата-әсәһенең йөрәгенә мәңгелек яра һалып, бик йәшләй генә вафат була.
—Рөстәмдең ҡапыл ғына арабыҙҙан китеүе, аяҙ көндә һуҡҡан йәшен кеүек булды,—тип күҙҙәренә йәш ала әсә кеше.—Чечняла хеҙмәт итеп имен-һау әйләнеп ҡайтҡан улыбыҙҙың йөрәге тыныс тормошта һуғыуҙан туҡтауына әле булһа күңел ышанмай, уны иҫкә алмаған бер минут та юҡ. Радио һәм зәңгәр экрандарҙа улым уйнаған ҡурай моңдарын ишетеү менән тере һыны күҙ алдына килеп баҫа: “Әсәй, атай, һеҙ өйҙәме? Мин ҡайттым!”—тип ҡолас ташлап, шат йылмайып килеп инер төҫлө. Ҡалайтаһың, ғүмере ҡыҫҡа булды шул, ҡолонсағымдың...
Уның һүҙҙәренә Фазылйән Фәттәх улы ла ҡушыла: “Ярай әле Арыҫлан улы менән Диана ҡыҙы беҙгә һәр саҡ килеп тора, яралы күңелде хәҙер шулар дауалай”,—ти.
Беҙ барғанда ла Шәриповтарҙың ейәнсәрҙәре Диана менән Азалия өләсәләренә ярҙам итеп, баҡсала ҡарағат йыйыуҙа ярҙамлаша ине. Хаҡлы ялға сыҡҡас, минең геройҙарым баҡсасылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнергә тотонған. Өйҙәренең тәҙрә төптәрендә күҙҙең яуын алыр төрлө гөлдәр сәскә атып ултырһа, баҡсаларында ниндәй генә йәшелсә-емеш юҡ! Быйыл бигерәк тә ҡара һәм ҡыҙыл ҡарағат уңған, сейә хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Һораусыларға һатып та ебәрә хужабикә, иш янына ҡуш булып ҡала. Быйыл бесән эшләүе лә еңелдән булмаған, ҡоролоҡ булғанлыҡтан, үләнде иртәрәк сабып, яуында кәбәндәре “янып” ҡуйған. Ауыл кешеһенең мең мәшәҡәте, йөҙ хәстәре шул...
Фазылйән Фәттәх улы дин юлында, намаҙ уҡып, мәсеткә йөрөй. Оҙаҡ йылдар “Юлдыбай” совхозында шофер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас та яратҡан эшен ташларға ашыҡмай ул. Бер аҙ ауыл хакимиәте башлығын алып йөрөй, ауылдаштары үҙен оло ышаныс менән староста итеп һайлап ҡуя. Алты йыл буйына йәмғиәт башланғысындағы йөктө тарта, ауылда мәсет төҙөүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Әле булһа тик ултырырға яратмай, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй, йәштәргә үҙенең аҡыллы кәңәштәрен бирә, ветерандар менән йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша.
Улдары Илгиз ғаиләһе менән ситтә йәшәүенә ҡарамаҫтан, атай йортона йыш ҡайта, уларға ярҙамлаша.
Был ғүмерҙең һәр миҙгеле генә түгел, хатта һәр сәғәте, һәр минуты үтә ныҡ ҡәҙерле булыуын яҡшы аңлаған Зөһрә менән Фазылйән Шәриповтар һәр көндөң матурлығына ҡыуанып, тормоштан йәм табып, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына ҡыуанып йәшәй. Ҡасандыр бер күреүҙән ғашиҡ иттергән Зөһрә йондоҙо әле лә үҙенең мөхәббәте өсөн сағыу балҡыуын дауам итә, ярты һүҙҙән бер-береһен аңлап, бер-береһен ҡәҙерләп йәшәй улар.
Читайте нас: