Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
9 Август 2020, 11:15

Уны “бал инәй” тиҙәр

Туҡһанын тураҡлағанда ла дер һелкетеп баҫып, ҡорттар янына барып, күс айыртып, бал һыға алған инәйгә ҡарап үҙенең дә бал ҡорттары кеүек һәр саҡ эшсән, уңған булыуын төҫмөрләргә мөмкин.

Тап шулай тип йөрөтә уны ауылдаштары. Ысынлап та, 92 йәшлек инәй әле булһа, яратҡан нәҙекәйбилдәренән айырылғаны юҡ. Умартаһын өй янындағы баҡсаһына ултыртып, көн һайын улар менән мәж килә. “Хәрәкәттә—бәрәкәт, ҡыҙым. Исмаһам, ошо ҡорттарға әүрәп бер аҙ йөрөйөм, көнөм дә үтә”,—ти Ғәлиә Ибраһимова.
Ғәлиә Ҡолдәүләт ҡыҙы 1928 йылда Хәйбулла районының Ҙур Арыҫланғол ауылында тыуа. Өфө кооператив техникумын тамамлап, хеҙмәт юлын Оло Әбеш ауылында башлай. Ошо ауыл егете, хисапсы булып эшләгән Ғәйнислам Ибраһимовҡа кейәүгә сыға. Бәхетле ғаиләлә бер-бер артлы алты бала донъяға килә.
—Атайымдар ғүмер буйы ҡортсолоҡ менән шөғөлләнде, ағайым да, ҡустыларым да умарта тотто. Шулар янында йөрөп, ярҙамлашып үҙем дә ҡортсолоҡ менән булышып киттем. Умарта ултыртып, ҡорт үрсетә башланым. Ирем бал ҡорттары янына яҡын да килмәне, аллергияһы булды. Кешеләр көлә торғайны, “нишләп үҙең ҡорттарыңды ҡарайһың” тип. 50-се йылдарҙан алып умартасылыҡ менән шөғөлләнәм, оло йәштә булыуыма ҡарамаҫтан, әле булһа уларҙы ташлай алмайым. Быйыл ғына һыйырым юҡ, уныһын да балалар көйгәс кенә тотондом,—тип йылмая инәй.
Ваҡытында Ғәлиә Ибраһимова үҙенең умарталарынан 25 фляга бал йыйып, шуның 12-һен хөкүмәткә тапшырыр булған. Уйлап ҡараһаң, ниндәй ҙур хеҙмәтте бер үҙе атҡарып сыҡҡан. Уныһы ла бит эш араһында, балаларҙы ла бағырға, донъяны ла көтөргә кәрәк. “Ул ваҡытта балдың тәме лә, еҫе лә икенсерәк була торғайны. Хәҙер бал ҡорттары ла, бал да үҙгәреп китте, тормош үҙгәргәндә, уларға ни әйтәһең...”,—ти әңгәмәсем.
Ауылдың иң оло умартасыһының йорто янындағы баҡсаһында унға яҡын умарта ултыртылған. Балаларға берәр банка бүлеп, үҙемә етерлек бал йыя алһалар, ҡалғаны үҙҙәренә ҡышҡылыҡҡа булыр ине, тип борсола ҡортсо. Ни тиһәң дә, бал ҡорттары өсөн дә ауыр килә быйылғы йыл.
Ауыл ағинәйе илле йәшенән намаҙға баҫҡан, “Ҡөрьән-Кәрим”де уҡый, аяттар бағышлай. Район, төбәк-ара “Оҙон көй”, мөнәжәтселәр бәйгеһендә ҡатнашып, призлы урындар яулай. Ауылдаштары Ғәлиә Ҡолдәүләт ҡыҙын шулай уҡ ҡот ҡойоусы булараҡ та яҡшы белә, үҙҙәрен насар тойоусылар, араҡыны ташлай алмаусылар ҙа инәйгә ышанып килә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, үҙенең нәзекәйбилдәре кеүек һәр саҡ хәрәкәттә булған инәйгә һис кенә лә үҙ йәшен биреп булмай. Донъяһы ялт итеп тора, ихата тулы сәскәләр.
Туҡһанын тураҡлағанда ла дер һелкетеп баҫып, ҡорттар янына барып, күс айыртып, бал һыға алған инәйгә ҡарап үҙенең дә бал ҡорттары кеүек һәр саҡ эшсән, уңған булыуын төҫмөрләргә мөмкин.