АТАЙСАЛ
-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
4 Август 2020, 13:05

Миҙгел йәме—ҡымыҙҙа

Йәрмәкәй районында тыуып-үҫкән Марат Абдуловтың Йылайыр төбәген үҙ итеүенә байтаҡ ғүмер үткән. Районда тәүгеләрҙән булып йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса эш башлаған фермер хәҙер республикала киң танылған эшҡыуарҙарҙың береһе. Бөгөн уның ҡымыҙ фермаһында көнөнә 200 литрға яҡын баһадирҙар эсемлеге етештерелә, был Башҡортостан буйынса иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе.

Йәрмәкәй районында тыуып-үҫкән Марат Абдуловтың Йылайыр төбәген үҙ итеүенә байтаҡ ғүмер үткән. Районда тәүгеләрҙән булып йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса эш башлаған фермер хәҙер республикала киң танылған эшҡыуарҙарҙың береһе. Бөгөн уның ҡымыҙ фермаһында көнөнә 200 литрға яҡын баһадирҙар эсемлеге етештерелә, был Башҡортостан буйынса иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе.
2016 йылда Марат Хөрмәт улы йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса 6 миллион һумлыҡ дәүләт гранты алыуға өлгәшә. Быға ул бар уңайлыҡтары булған ферма төҙөй, эшселәр өсөн йәшәү урындары булдыра, 58 баш башҡорт тоҡомло аттар һатып ала. Райондың сигендә урынлашҡан Үрге Казарма ауылы янындағы 1000 гектар майҙанды тәүҙә ҡуртымға ала, аҙаҡ үҙенеке итеп документтар юллай. Тәбиғәттең матур ҡосағында тиҙ арала ҡымыҙ фермаһы төҙөлөп тә ҡуя. Иң мөһиме—100 метр алыҫлыҡта ғына Магнитогорск-Ира автомобиль трассаһының юлы үтә, дөрөҫөрәге 239 километрында Ҡымыҙ фермаһына минут һайын тигәндәй клиенттар туҡтап, танһыҡтарын ҡандырырлыҡ шифалы эсемлекте һатып алыу мөмкинлеге булдырыла. Шуға күрә фермерҙың ҡымыҙҙы ҡайҙа ҡуяйым, нисек һатайым тигән проблемаһы юҡ. «Хатта көндәлек етештерелгән ҡымыҙҙы һораусыларға өлгөртөп тә булмай»—ти ул.
—Нисәмә йылдар дауамында үҙебеҙҙең клиенттарыбыҙ барлыҡҡа килде. Беҙҙең ҡымыҙҙы бер тапҡыр ауыҙ итһәләр, икенсегә мотлаҡ рәүештә тағы туҡтап алалар. Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Ырымбур, Һамар һәм Свердловск өлкәләренән һатып алыусыларыбыҙ бар. 130 баш ат иҫәпләнә, шуның 90-ы—һауын бейәләре. Ҡолондарҙы бәләкәйҙән ҡарап, тәрбиәләп, уларҙы артабан һауырға әҙерләйбеҙ, тайҙарын һатабыҙ. Киләсәктә йылҡы малын тағы ла арттырырға иҫәп бар, көнөнә 120 бейәне һауырға еткерһәк, ҡымыҙға булған ихтыяжды кәметә аласаҡбыҙ,—ти Марат Абдулов.
Тәжрибәле эшҡыуарҙың фермаһында бейәләрҙе һауыу тулыһынса автомат-лаштырылған, хатта улар үҙҙәре лә өйрәнеп бөткән, тиҙ генә махсус урынға инеп, һауын аппаратын ҡуйҙыртырға әҙерләнеп тора. Бейәләр көнөнә биш тапҡыр һауыла, ҡымыҙ махсус имән көбөлә бешелә. Ҡымыҙ һауыусы һәм бешеүсе Әлиә Үтәева оҙаҡ йылдар эшләй, уның үҙенә генә хас ҡымыҙ әҙерләү серҙәре лә бар.
Төбәктәге башҡа йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүсе эшҡыуарҙарҙан айырмалы рәүештә, Марат Абдуловтың аттары ҡышын тибенлектә йөрөмәй. Шуға күрә уларға етерлек күләмдә мал аҙығы әҙерләү бурысы ла тора. Әле хужалыҡта бесән сабыу йылдам бара, көн һайын ташылып-өйөлгән, береһенең өҫтөнә икенсеһе тип-тигеҙ итеп һалынған йәшел бесән төргәктәрен ҡарап, күҙ ҡыуана. Әйтерһең, улар үҙҙәренә күрә ниндәйҙер бер мөғжизәне хәтерләткәндәй...
Булдыҡлы кешенең һәр саҡ эше лә ыңғай бара, пландары ла күп була. Был йәһәттән беҙҙең геройыбыҙ ҙа тап шулай. Күптән түгел ҡымыҙ фермаһына “Йоматау” шифаханаһынан вәкилдәр ки-леп, ял итеүселәр өсөн Марат Абдуловтың әҙерләгән бейә һөтөн һатып алырға тәҡдим иткән. Әле был йәһәттән эш башланған, шуға күрә эшҡыуарға һауын бейәләр һанын һәм көндәлек һауымды арттырыу бурысы тора.
Ҡасандыр Башҡортостанға ҡымыҙ менән дауаланыу өсөн билдәле рус яҙыусылары Аксаков менән Чехов килһә, тиҙҙән Йылайыр ҡымыҙы менән тәндәренә һәм йәндәренә сихәт алырға теләүселәргә бында бар шарттар тыуҙырыла. Ҡымыҙ фермаһы янында ҡунаҡ йорттары һалына башланған, уларҙы яҡын арала сафҡа индереү планлаштырыла. Бигерәк тә тын алыу сирҙәре, бронхит, астма менән яфаланыусыларға яңы һауылған бейә һөтө эсеү бик файҙалы, ә уны һатыуҙа табып булмай. Тап шундай кешеләрҙең теләгенән сығып төҙөлә был йорттар.
Марат Абдуловтың уң ҡулдары—улдары Фәрит менән Рәмил һәр саҡ аталарына ярҙам итә, бар яҡлап булыша. Ә бына Азат ейәнен «киләсәктә минең эшемде дауам итерлек лайыҡлы вариҫ» тип ҙур ғорурлыҡ менән телгә ала Марат Хөрмәт улы.
Аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуарҙың да проблемалары юҡ түгел. Эшселәрҙең булмауы ныҡ борсой уны, эшләргә теләүселәр юҡ, килһәләр ҙә бер эш хаҡы алғансы йөрөй ҙә, юҡҡа сыға. Икенсенән, яғыулыҡ-майлау материалының саманан тыш юғары булыуы ла бәкәлгә һуға. Күрше Татарстанда эшҡыуарҙар өсөн солярканың хаҡы 35 һум торһа, беҙҙә 47-50 һум, уныһы ла көн һайын түгел, ҡайһы ваҡытта сәғәтләп арта, тип борсола Йылайыр эшҡыуары.
Ҡымыҙ фермаһында күп булырға ла тура килмәне, әммә шул ваҡытта ҡымыҙ һатып алырға теләүселәрҙең иҫәбе-һаны күренмәне. Салауат ҡалаһынан килгән Әлфиә ханым әйтеүенсә, ул һәр саҡ Марат Абдулов етештергән ҡымыҙҙы һатып ала. “Үҙем Салауат ҡалаһында йәшәйем, тыуған яҡтарға юл төшкән һайын үҙебеҙҙең яҡта етештерелгән ҡымыҙҙы күпләп һатып алырға тырышам. Хатта таныштар ҙа заказ биреп ебәрә”,—ти Салауат ҡалаһынан килгән ҡунаҡ.
Читайте нас: