АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
22 Июль 2020, 18:15

Басай “Кулибины”

Баймаҡ районының Басай ауылындағы Илгиз Ҡотлогилдинды ауылдаштары “Үҙебеҙҙең Кулибин!” тип йөрөтөүҙәрендә тулыһынса хаҡлыҡ бар. Булдыҡлы оҫтаның ҡулы ҡапҡа, кәртә-ихатаһынан үк күренеп тора. Үҙ ҡулдары менән яһалған тимер ҡапҡа бар урамға йәм өҫтәп, үҙенә әллә ҡайҙан саҡырғандай. Ихатаһындағы таҙалыҡҡа һәм бөхтәлеккә иҫең китерлек: исмаһам бер сүп-сар күҙеңә салынһасы, юҡ, бар ерҙә уның ҡулынан нур балҡый. Йортоноң тупһаһы семәрләп уратып алынған, тирә-яғы гөлдәргә күмелгән, урамдың уртаһында балалар өсөн бәүелсәк, ял итеү урыны, йәйгелеккә душ кабинаһы урын алған. Арыраҡ ҡуяндары өсөн һәр береһенә тәғәйенләнеп ултыртылған йорттары. Баҡсаһының һәр түтәленә тиерлек һыу ҡойоу өсөн махсус ҡоролмалар эшләнгән, һыу йыя торған ҙур мискә һауытына ла оҫтаның алтын ҡулы тейгән. Илгиз Рәшит улының оҫтаханаһы тип аталған урынға күптәр өсөн юл ябыҡ, сөнки тап ошо ерҙә “Басай Кулибины”ның һоҡландырғыс эштәре барлыҡҡа килә. Беҙ ҙә был урынға оҫтаның рөхсәте менән генә үтә алдыҡ.

Бала саҡтан техника араһында соҡсонорға яратҡан Илгиз мәктәпте тамамлағас, шоферҙар курсына уҡырға инә. Бәхетенә күрә, әрме сафында ла водитель булып хеҙмәт итергә тура килә. Әрменән ҡайтҡас, егет “Ирәндек” совхозына шоферлыҡҡа эшкә төшә. Бер туған ағалары Ринат менән Вәкил дә шофер. Күрәһең, был егеттәргә “техника ене” ғаиләнән ҡағылғандыр. Руль артында көндәр буйы ташлы-һикәлтәле юлдарҙы йөрөү, машинандың ҡапыл ватылыуы, йә иһә юлда аңғармаҫтан тәгәрмәсең тишелеп ултырыу–Илгиз Ҡотлогилдинға әллә ни ауырлыҡтар тыуҙырмай. Һәр эште еренә еткереп эшләгән, машинаһын үҙ балаһылай ҡәҙерләп тотҡан ир-аттар һирәк осрай донъяла. Етмәһә, һәр эшкә лә маһир. Юҡҡамы ни, ир-егеткә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тиҙәр...
Үҙе кеүек уңған Гөлдәр исемле һылыуға өйләнеп, ғаилә ҡора. Тормоштарын йәмләп, бер-бер артлы сәскәләй дүрт ҡыҙға ғүмер бирә улар. Колхоз-совхоздар тарҡалып, уның кеүек күптәр эшһеҙ тороп ҡалғас, бар эшкә маһир оҫта юғалып ҡалмай. Башта йорт һалыусыларға бура бураша, тәҙрә-рамдар эшләй. Аҙаҡ ауыл халҡы тимер ҡапҡаға күпләп заказ бирә башлағас, тимергә ихтыяждың артыуын тойоп, яратҡан шөғөлөнә ныҡлап тотона.
Үҙ ҡулдары менән трактор ҙа йыя ул. Бер танышының ҡапҡаһын эшләп йөрөгәндә, Илгиз Рәшит улының күҙе урамында ултырған иҫке “Москвич” автомобиленә төшә. Эшләмәгән машинаһын ҡайҙа итергә белмәгән хужа шатланып, алыусыһы булғанда тип, һатып та ебәрә. Уның: “Аламаны ни эшләтәһең?”—тигән һорауына ла яуап ҡайтармай, тик күңелендә нисәмә йылдар буйына йөрөткән хыялын тиҙҙән тормошҡа ашыуына ҡыуана. Һәм эшкә тотона. Иҫке “Москвич”ты һүтеп, кәрәкле запчастарын бер урынға өйә, двигателен киренән ҡороп, яңы техникаһы—мини-трактор өсөн тәғәйенләй. Кәрәкле механика ҡоролмаларын кемдәндер һатып ала, үҙе лә эшләй, йә иһә кешеләрҙән нимәгәлер алмаштыра. Алдан йыйып-барған тимер һыныҡтары ла ярап ҡала оҫтаға. Ниһайәт, кәрәкле әйберҙәр бер урынға туплана, күңелендә йөрөгән техника һыны барлыҡҡа килә. Һәр шөрөп оҫтаның тилбер ҡулдары менән нығытыла, һәр аҙымы алдан ете тапҡыр уйланылып, бер тапҡыр башҡарыла. Ни тиһәң дә ауыл ерендә иң кәрәкле көнкүреш техникаһы—мини-трактор бесән сабыу, уны йыйыу һәм ташыу өсөн тәғәйенләнгән булыуы мотлаҡ. Тап ошо күҙлектән сығып эш итә лә инде Басай “Кулибин”ы.
—Тракторҙы ҡороп, тәүге йыл бесәнгә төшкәс, барыһы ла ғәжәпләнеп күҙәтер ине, хә-ҙер өйрәнде халыҡ,–тип йылмая оҫта.—Был техниканың төп үҙенсәлеге шунда: яғыулыҡ аҙ
китә. Бензин менән эшләй эш-ләүен, әммә көнөнә әллә күпме ер сабыуға ҡарамаҫтан, яғыулыҡ-майлау материалының аҙ сарыф ителеүе отошло. Ун йылдан ашыу “тимер атым” арымай-талмай хеҙмәт итә: үҙе саба, тырмата, тейәй. Ярҙам һораусылар булһа, уларҙың да сабынлығын сабып бирәм, ауыл тормошонда тракторһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтереп тә булмай. Яҙҙан алып ҡышҡа тиклем ялһыҙ-алһыҙ эшләй “ҡорос атым”.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: оҫтаның үҙ ҡулдары менән эшләгән техникаһы һис кенә лә заводтыҡынан ҡалышмай, буяуҙарын һәр саҡ яңыртып, шөрөптәрен нығытып, даими рәүештә ҡарап ҡына йөрөтә.
Уның үҙе эшләгән ҡоролмалары бының менән генә сикләнмәй. Трактор өсөн яраҡлаштырып бесән сабыуға сапҡыс, тейәгес, бакуйҙарҙы ышыртыу өсөн ҡоролма, тағылма арба эшләп ҡалған. Хатта картуф күмеү өсөн махсус ҡоролмаһын да үҙ эшләгән! Бына шундай алтын ҡуллы оҫта йәшәй Басай ауылында.