Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
10 Июль 2020, 22:20

БУШАП ҠАЛДЫ БЫЛ ДОНЪЯЛАР...

Май башында ғына телефондан һөйләшеп алғайныҡ. Тауышы ла моңһоу ине, әммә оҙаҡ итеп аралаштыҡ, әллә күпме пландар ҡорҙоҡ. Аҙырак сирләберәк тороуы, пневмония менән быйыл ғына дүрт тапҡыр ауырыуы хаҡында ла әйтте. Ауылда торған буш өйөмә барып ятырһың, ҡымыҙ эсеп дауаланырһың тип тәҡдим иттем. Чехов менән Толстой ҙа Башҡортостанға килеп дауаланған, тип тә өҫтәнем. «Донъя мәшәҡәте, баҡса баҫҡан бит мине, ҡустым»,—тип киреләнеп маташты. «Һаулыҡ мөһим булһа, дауаланаһың инде, донъя мәшәҡәттәреңде, баҡсаңды ситкә ташла ла ауылға бар»,—тинем. Ризалашҡандай ҙа булды, йәйҙе, отпусканы ғына көтәһе ҡалған ине. Эх-х!

Беренсе июнь, балаларҙы яҡлау көнөндә, Сибай ҡалаһынан ҡайғылы хәбәр менән шылтыраттылар: Мөбәрәк ағай Сәлимов мәрхүм булып ҡалған икән! Балалар театры актеры балалар байрамында был яҡты донъя менән бәхилләшкән...
Май башында ғына телефондан һөйләшеп алғайныҡ. Тауышы ла моңһоу ине, әммә оҙаҡ итеп аралаштыҡ, әллә күпме пландар ҡорҙоҡ. Аҙырак сирләберәк тороуы, пневмония менән быйыл ғына дүрт тапҡыр ауырыуы хаҡында ла әйтте. Ауылда торған буш өйөмә барып ятырһың, ҡымыҙ эсеп дауаланырһың тип тәҡдим иттем. Чехов менән Толстой ҙа Башҡортостанға килеп дауаланған, тип тә өҫтәнем. «Донъя мәшәҡәте, баҡса баҫҡан бит мине, ҡустым»,—тип киреләнеп маташты. «Һаулыҡ мөһим булһа, дауаланаһың инде, донъя мәшәҡәттәреңде, баҡсаңды ситкә ташла ла ауылға бар»,—тинем. Ризалашҡандай ҙа булды, йәйҙе, отпусканы ғына көтәһе ҡалған ине. Эх-х!
Беренсе июнь минең отпуск башланған көн. Иртән йоҡонан уянғас, автобус менән Сибайға барғас, Мөбәрәк ағайға барып йоҡлармын да, ауылға барып, ҡымыҙ эсеп ятыу тураһында тағы ла һөйләшербеҙ тип уйланым... Ике сәғәттән шылтыратыу булды. Үкенесле донъя икән...
Мөбәрәк ағай минең өсөн иң яҡты күңелле кеше, уның эсендәге тышында булды, тураһын бәреп әйтә ине. Бер ваҡытта ла асыу һаҡлап, кенә ҡыуып йөрөмәне. Театр өсөн һәр саҡ борсолдо, ғәҙелһеҙлек булһа көйөндө, бар мәшәҡәттәрҙе йөрәге аша үткәрҙе, түрәләр алдында ялағайлана белмәне. Ә бит театрҙа ғәҙелһеҙлеҙлектәр, бер-береңә аяҡ салыуҙар, күрә алмаусанлыҡ, көнләшеүҙәр баштан ашҡан, хатта артығы менән тип әйтер инем...
Уйнаған ролдәрен хәтерләп, һанап ултырырға ла түгел. Балалар театрында уйнағас, һәр башҡарған ролен йөрәге аша үткәреп, балаларса бер ҡатлылыҡ, самимылыҡ менән уйнаны. Уның өсөн бәләкәй, ҙур роль булманы. Балаларҙы ышандыра белде, сәхнәгә сығыуын түҙемһеҙләнеп көттөләр, күҙҙәренә актер күренһә, сәпәкәйләп шатландылар. Ролдәре йәнле, сағыу булды, образ өҫтөндә эшләгәндә ваҡ деталдәренә ҡәҙәр иғтибар итте, спектаклде байытыу өсөн режиссерға ла үҙ тәҡдимдәрен индерә торғайны.
М. Лермонтовтың “Ғашиҡ Ғәриф”ендә хатта өс роль —Сауҙагәр Әхмәт, Дейеү, Хызыр Ильяс (һәр ҡайһыһын бер-береһенә оҡшамаған, үҙенсәлекле итеп күрһәтә белде), Ш. Фәрхетдиновтың “Мығырҙаҡ” спектаклендә—Йыһангир бабай, В.Афониндың “Һәпрүш”ендә—Ата Һәпрүш, Т.Миң-нуллиндың “Ен алыштырған”—Ентимер, И.Әлмөхәмәтовтың “Йөрәк сере”ндә ике роль—Шүрәле, Батша, С. Беловтың “Бахыр Батыр”ында—Бахыр Батыр, Р.Ураҡсинаның “Бүре башы ун ике”һендә Бабай ролен нисек онотаһың инде, һәр береһе минең өсөн яҡты иҫтәлек булып ҡалды.
Мөбәрәк ағай йүнсел ир булды, ғаиләһе өсөн өҙөлөп торҙо, юҡтан бар яһарға тырышты. 2000 йылдарға тик-лем гастролдәр оҙайлы булды, артист ғүмере тәгәрмәс өҫтөндә йөрөп үтә тигән һүҙбәйләнеш тә ошо осорҙа барлыҡҡа килгәндер. Гастролдәр ваҡытында ла миҙгеленә ҡарап Мөбәрәк ағай ғәиләһе өсөн нимәлер әҙерләне: йәйгеһен—төрлө емеш-еләктәрҙән ҡайнатмалар ҡайнатты, дарыу үләндәре йыйҙы, көҙгөһөн бәшмәктәрҙе тоҙланы. Артистар менән йылға буйҙарына сыҡһаҡ, ағайыбыҙ балыҡ ҡармаҡланы, балыҡ һурпаһы бешереп беҙҙе һыйлауы һаман да хәтерҙә.
Шәүәлиевич, ижад кешеһе булараҡ, бик үҙенсәлекле икәнен дә күрһәтә белде. Сәсен гел бөҙрәләтеп, ҡупшылатып йөрөнө, йәғни халыҡ телендә әйткәндә, башында гел химка булды. Был ғәҙәтен пенсияға сығып, театрҙан киткәс кенә ташланы, йәнәһе лә халыҡ араһында йөрөмәй бит инде. Кейем һайлағанда ла ни етте шуны ке-йеп йөрөмәне, башҡаларҙы ҡабатлап, бер үк төрлө кейем кеймәне. Һәр ваҡыт бөхтә, үҙенә килешеп торған кейем булды өҫтөндә.
Мөбәрәк Шәүәлиевич ҡаҡса кәүҙәле булды. Бәлки, гел хәрәкәттә, тик тора белмәгәне өсөн шул килеш ҡалғандыр. “Мин ғаиләлә ун өсөнсө, иң һуңғы бала булып донъяға килгәнмен, атай-әсәйҙән ҡалған ҡалдыҡ-боҫтоҡ мин булып тыуғанмын, шуға күрә лә һаулыҡҡа ла туймайым”,—тип үҙенән гел көлдө.
Ҡазанға ҡасандыр фестивалгә барған инек, Мөбәрәк ағай менән икәүләп ҡала буйлап йөрөнөк. Шәүәлиевичты күп итеп фотоға төшөрҙөм. Фотолар өсөн нисек балалар кеүек шатланғанын күрер кәрәк. Аҙаҡҡы тапҡыр шылтыратҡанда ла рәхмәттәрен уҡып бөтә алманы. Бәләкәй генә әйбер өсөн дә уны шатландырыуым минең өсөн ҙур бәхет булды...
Ҡаҙаныштары ваҡытында баһаланманы, ысын артист баҡыйлыҡҡа бер ниндәй исемһеҙ күсте. Тик атай-әсәй биргән исем менән Аллаһу Тәғәлә алдына баҫты... Хуш бул, артист. Минең оло, ысын дуҫым һәм ауыр саҡтарымда терәгем булған кәңәшсем. Минән оло булып, атайҙар йәшендә булһа ла, һәр ваҡыт үҙен минең менән бер йәшкә ҡуйып аралашты, һәр ваҡыт һинән һалдырып һөйләштек, сөнки был миңә ҡарата уның берҙән-бер талабы булды. Шәүәлиевичтың мин-минлеге өҫкә ҡалҡып сыҡманы, тәкәбберлеге тамсы ла күренмәне. Бер ваҡыт: «Һөйләшеп ултырырға ысын кеше лә ҡалманы, алай ҙа һин барһың»,—тип илағайның. Һин яҡты донъяла юҡһың. Мин һине һағынырмын, Мөбәрәк ағай. Тыныс йоҡла, иманың юлдаш, ауыр тупрағың еңел булһын. Ҡайтып өлгөрмәнем, кисер мине. Тиҙ генә ҡайтып етерлек, ҡул һуҙымы ер түгел. Етмәһә, көнө лә түҙеп торғоһоҙ эҫе ине. Ашығабыҙ, һин дә ҡабаландың, Мөбәрәк Шәүәлиевич!
Мөбәрәк Сәлимовтың ижад юлы Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт театрында башлана. Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зифа Баязитова хәтерләй:
—Мин институтты уҡып бөтөп ҡайтҡанда, Мөбәрәк ағай эшләп йөрөй ине, тимәк театрҙа 1971 йылда эш башлаған. Сығышы менән Балтас районынан, беҙҙең яҡтарға ул төбәктән бик һирәктәр генә килеп төпләнә. Мөбәрәк Шәүәлиевичты институт эскәмйәһенән үк беләм. Ул Өфө дәүләт сәнғәт институтында актерҙар әҙерләү бүлегендә уҡыны, уның диплом спектаклдәрен ҡарарға тура килде. Бигерәк тә А. Островскийҙың “Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” спектаклендәге төп образ Незнамов иҫемдә ҡалған, уның йәш сағы һаман да күҙ алдымдан китмәй. Матур буй-һынлы, темпераментлы, көслө тауышлы, төрлө амплуала уйнай алырлыҡ актер булды. Ҡыҫҡа ғына эшләү дәүерендә иҫтә ҡалырлыҡ ролдәр башҡарып өлгөрҙө. Алда телгә алынған спектакль театрҙа ла ҡуйылды, тик Мөбәрәк был юлы Меловзоровты уйнаны. Р. Тагорҙың “Ганг ҡыҙы” спектаклендәге төп роль Ромеш (Рәмилә Сәлимгәрәева менән партнерҙар булдылар), Н. Асанбаевтың “Сейәлетау”ҙағы Булат образы Мөбәрәк Сәлимов уйнауында һаман да хәтеремдә. Режиссер Фәтхелислам Ғәләүетдинов мине һәм Мөбәрәкте төрлө концерттарға алып барыусы итеп ҡуйҙы... Театрҙа актер булып оҙаҡ эшләмәне, төрлө төҙөлөштәрҙә, Себергә лә китеп эшләп ҡараны. Театрҙан китеүенә йәнем әрнене, талантлы актер һәм партнер булараҡ юғалттыҡ беҙ Мөбәрәкте. Урау юлдар менән булһа ла “Сулпан” балалар театрына актер булып кире әйләнеп ҡайтты. Үҙ ҡаҙанына әйләнеп ҡайтҡан өсөн мин ҡыуанғайным...
Борис Мәхмүтов, режиссер.
Ырымбур өлкәһе.
Читайте нас: