Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
2 Июль 2020, 21:00

Үҙебеҙсә яратып апа тиер инек...

Ошо өс йорт тирәһе ҡырмыҫҡа иләүендәй гөрләп торор ине, һәр кем походҡа килеүселәргә үҙ туғаны хаҡында һөйләй торғайны. Әсәйемдең балаларға ҡыҙыҡлы итеп ағаһы тураһында һөйләгәндәрен әле лә һағынып иҫкә алам.Мәктәпкә бара торған йылда Абдулхаҡ апа миңә “Әлифба” китабы алып килде. —Ошондағы бар хәрефтәрҙе өйрәнеп, «5»-кә генә уҡыһаң, үҙемдең китаптарымды бүләк итермен. Ҡара, ҡыҙыҡай, беҙҙең исемгә тап төшөрмә, был китапты ла ауылдашың, туғаныбыҙ Абдрахман Ғәлләмов апаң төҙөгән,—тигән һүҙҙәре минең өсөн ғүмерлек наказға әүерелде.

Һәр кемгә тыуған ере, тәүге тәпәй баҫҡан ата йорто, бала саҡтың ләззәтле минуттарын бергә кисергән туғандары, дуҫтары ҡәҙерле һәм ғәзиз. Фани донъяла кеше лә атайсалы, ауылдаштары, туғандары менән ғорурланыу тойғоһон кисереү ихтыяжы бар. Ә инде ғорурланыу өсөн сәбәптәр булмаһа, ул үҙен етемһерәп, юғалып ҡалғандай хис итә.
Һәр хәлдә ул яҡтан мин өсләтә бәхетлемен. Беренсенән, сал тарихҡа эйә аҫаба башҡорттар нигеҙ һалған ауылым булһа, икенсенән, “алтын өҫтөндә ултырған ауыл”дың иң ҙур байлығы булған ауылдаштарым менән сикһеҙ ғорурланам. Тыуған ауылым Күсей ерендә тыуып-үҫкән шәхестәрҙең исеме, мәҙәниәт, сәнғәт һәм әҙәбиәт күгендә әленән-әле йондоҙҙай балҡыуын да-уам итә. Өсөнсөнән, әсәйемдең бер туған ағаһы—Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев—минең өсөн ғорурланырлыҡ иң ҙур сәбәптәрҙең береһе.
Бала саҡта мин Абдулхаҡ апаның (беҙҙең яҡта әсәй-атайҙан өлкән ир-атты шулай атайҙар) һәр йәй һайын беҙгә ҡунаҡҡа килеүен көтөп ала торғайным. Иҫ белгәндән алып өйөбөҙҙөң иң түрендә уның фоторәсеме торҙо. Беҙ бәләкәй саҡта йыл һайын май аҙаҡтарында ауылыбыҙға тирә-яҡтан походҡа килеүселәр ағыла ине. Беҙҙең йорттан бер өй аша Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловтың бер туған ҡустыһы йәшәне, ә уң яҡ күршебеҙҙә—талантлы хореограф, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикбирҙиндың йорто. Ошо өс йорт тирәһе ҡырмыҫҡа иләүендәй гөрләп торор ине, һәр кем походҡа килеүселәргә үҙ туғаны хаҡында һөйләй торғайны. Әсәйемдең балаларға ҡыҙыҡлы итеп ағаһы тураһында һөйләгәндәрен әле лә һағынып иҫкә алам.
Мәктәпкә бара торған йылда Абдулхаҡ апа миңә “Әлифба” китабы алып килде.
—Ошондағы бар хәрефтәрҙе өйрәнеп, «5»-кә генә уҡыһаң, үҙемдең китаптарымды бүләк итермен. Ҡара, ҡыҙыҡай, беҙҙең исемгә тап төшөрмә, был китапты ла ауылдашың, туғаныбыҙ Абдрахман Ғәлләмов апаң төҙөгән,—тигән һүҙҙәре минең өсөн ғүмерлек наказға әүерелде. Мәктәпте тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡыған йылдарымда ла мин үҙемдең Күсей ауылынан булыуым менән сикһеҙ ғорурлана инем.
Йәмле яҙҙан уҡ ғаиләбеҙ менән Абдулхаҡ апаларҙы ҡаршыларға әҙерләнә башлайбыҙ. Әсәйем иң һимеҙ һарығын, улар килгәс һуйырбыҙ, тип инселәп ҡуя. Ихатаның тирә-яғын йыйыштырабыҙ, мунсабыҙҙы таҙалап, яңы миндек бәйләйбеҙ һәм Баймаҡтан шул көнгә киләләр, тигән хәбәр көтәбеҙ. Алдан әҙерләнмәйенсә лә булмай, сөнки улар менән һәр саҡ ҙур ғына делегация бергә йөрөй. Әсәйемдең әҙерләгән табынында әллә күпме яҙыусылар, шағирҙар, хатта Татарстандан килеүсе әҙиптәр ҙә ҡунаҡ булды. Һуңынан, ҡайҙа ғына саҡырмаһындар, Абдулхаҡ апа һәр саҡ беҙҙә ҡалыр ине. “Бер туған ҡарындашым була тороп, мин әллә ҡайҙа йөрөмәйем инде”,—тиер ине. Шуныһы үкенесле: әсәйем вафат булғас, йыл һайын тыуған яғына ҡайтҡан апа “Хәнифә булмағас, унда мине кем көтөп тора”,—тип Күсейгә барыуынан баш тартты.
Абдулхаҡ апаның һәр нәмәгә—осоп барған күбәләккә лә, әкрен генә иҫкән елгә тирбәлгән япраҡҡа ла, сылтыр шишмә тауышына ла, һайрар ҡоштоң моңона ла тәьҫирләнеп, иғтибар итеүенә, беҙҙе лә ҡарарға йә тыңларға ҡушыуына тәүҙә мин аптырай торғайным. Үҫә төшкәс кенә мин шағир күңелен тоя һәм аңлай алдым. Уның бәләкәй генә гүзәллекте лә күрә, тоя белеүенә, бәғзеләрҙең әшәке һүҙҙәрен дә кисереп, күңелен ҡатырмауына, дуҫтарының барлыҡ ҡыуаныстарын ихлас уртаҡлаша, ҡайғыларын бүлешә алыуына мин әле лә һоҡланып бағам. Абдулхаҡ Игебаев бер ҡасан да түрәләргә ярайым тип йәшәмәне, күптәр кеүек улар алдында “тәрилкә тотоп торманы”, уларҙың фатирының ишеген һәр саҡ ябай халыҡ асып керҙе. Кемгәлер дауаханаға барырға кәрәк, икенселәре балаларының йомошо менән килгән... Апа менән аралашҡандар, моғайын, минең һүҙемде ҡеүәтләр, уның шул тиклем кешелекле һәм кеселекле булыуын тойғандарҙыр. Ул бик ябай, хәстәрлекле һәм изге күңелле кеше ине. Ундайҙар хаҡында халыҡ телендә, эсендә сабый күңелендәй ҙә кер юҡ, тиҙәр. Ниндәй генә хәлдә ҡалып, кәңәш һорап барғанда, ул һәр саҡ төшөнкөлөккә бирелмәҫкә өндәй, күңелеңде күтәрерлек һүҙҙәр таба белә ине. Тап шул йөрәккә үтеп инерлек, күңелдәрҙе күтәрерлек, илһамландырыр моңло тауышың, атайҙарса хәстәрлекле кәңәшең етмәй шул...
Беҙҙең ғаиләлә Абдулхаҡ Игебаевҡа ҡарата оло ихтирам бала саҡтан һәр беребеҙҙең ҡанына һеңгән, уның ижадына һөйөү кескәй саҡтан уҡ яралған, йырҙарын радио йәки телевидение аша яңғыратһалар, эшләр эшебеҙҙе ташлап, апаның йырҙары, тип тыңлай торғайныҡ.
Студент йылдарымда Абдулхаҡ апа менән Маһиҙә инәй минең иң яҡын кешеләремә әүерелде. Мин уларға йыш барып йөрөнөм. Ә инде шағир апамдың иҫ киткес бай шәхси китапханаһы минең өсөн үҙе бер табыш булды. Ауылға ҡайтып китһәм, улар мине айырыуса түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Килгәс, бер килке ауыл яңылыҡтары менән таныштырам, күстәнәстәр менән сәй эсәбеҙ. Апаға бала саҡтан таныш Аҡма, Төпкөл шишмәләренән, Олобейек, Йәнгүҙәй, Күсемташынан сәләм килтерһәм, уның һағыныуҙары бер аҙ баҫыла төшкәндәй тойола торғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле апаға күңелен баҫырлыҡ тыуған яҡ сәләмдәрен илтә алмайым, “тыуған яҡтан сәләм килтереүсе һайрар ҡошом һин”, тип телефондың осонан Маһиҙә инәйҙең һөйләп бөтөүен дә көтмәй, сағыу, яңғырауыҡлы һәм бик тә ҡәҙерле тауыштың көндән-көн ишетелмәүе генә йөрәктәрҙе телгеләй, уның арабыҙҙа булмауына күңел әле булһа ышана алмай, йылдар үтеү менән ни тиклем яҡын һәм ҡәҙерле туғаныбыҙҙы, оло йөрәкле апамды юғалтҡанымды аңлайым һәм шул тойғо йәнә бар күңелде өшөндөрөп ҡуя...
Бына тағы йәйҙең иң матур мәлдәренең береһе. Тап ошо айҙа донъяға Абдулхаҡ Игебаев тыуған. Әгәр иҫән булһа кисә уға 90 йәш тулған булыр ине. Туҡһанын тураҡлап түрҙә ултырыр инең дә бит, апа... Әммә һәр кемдең үҙ яҙмышы, үҙ тәҡдире шул. Үкенесле булманы ғүмер юлың, һөйгән йәрең, үҙең әйтмешләй, Йәнгүзәлең—Маһиҙә инәй менән бәхетле ғүмер кисерҙең, ҡыҙың Фәниәңде яратып туйманың, туғандарың, дуҫтарың күп булды. Әле булһа йырҙарың көн һайын тиерлек радио тулҡындарында һәм зәңгәр экрандарҙан яңғырап тора, шиғырҙарыңды халыҡ ярата. Шағир өсөн ошонан да ҙур бәхеттең булыуы мөмкинме һуң?!
Юбилейың менән,
минең яратҡан Абдулхаҡ апам!