Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
17 Апрель 2020, 12:05

ДОНЪЯ КИҢ, МӨМКИНЛЕКТӘР КҮП...

—Эйе, мин төрлө милләт вәкилдәрен фотоға, видеоға төшөргәнем булды. Уларҙың фотоһүрәттәренән ике тапҡыр күргәҙмә эшләнем. Һәр кем—үҙ милләтенең һаҡсыһы һәм был ерҙә төрлө халыҡ йәшәй, улар бер-береһен ихтирам итергә бурыслы...Йылайыр районы Сәләх ауылы ҡыҙы Нәзифә Иҫәнбаева менән әңгәмәнең тулы вариантын сайтта уҡый алаһығыҙ.

Замана йәштәре араһында бер юлы бер нисә һөнәр үҙләштереүселәр бик күп. Улар ике юғары уҡыу йортонда, йә ике факультетта бер юлы уҡып ҡына ҡалмай, унан тыш үҙ хоббилары буйынса камиллаша, курстар үтә, сертификаттар ала. Бындай өлгөр, сос йәштәргә хеҙмәт баҙары ҡурҡыныс тыуҙырмай. Шундай ныҡышмал, маҡсатлы йәштәрҙең береһе ул—Нәзифә Иҫәнбаева. Тырыш ҡыҙ Йылайыр районы Сәләх ауылында буй еткергән. Бөгөнгө әңгәмәбеҙ уның менән.
—Нәзифә, үҙең менән яҡындан таныштырып үтһәң ине?
—Мин башланғыс белемде үҙе-беҙҙең ауылда алдым, унан күрше Йомағужа ауылында урта мәктәпте тамамланым. Ҡулыма аттестат алғас, Санкт-Петербург ҡалаһына юлландым. Санкт-Петербург дәүләт аграр университетының Агротехнология, шулай уҡ Дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ факультеттарын тамамланым.
—Бала саҡтан белемгә ынтылдыңмы? Кем булырға хыялландың? Ғөмүмән, бала сағың хаҡында күңелеңдә ниндәй хәтирәләр йөрөтәһең?
—Йотлоғоп китаптар уҡый торған ғәҙәтем булды, айырыуса башҡорт һәм төрлө милләт әкиәттәрен яраттым. Бында ҡарт өләсәйем Сафияның йоғонтоһо ҙур булғандыр тип уйлайым. Ул шул тик-лем мауыҡтырғыс итеп әкиәттәрҙе оҫта һөйләй ине. Уларға барһам шунда уҡ: «Һөйлә, һөйлә», тип һөрән һалам, ә ул кеткелдәп көлөп ала ла, «Ел, ел, ел арбам...» әкиәтен башлап ебәрә ине. Ҡарт өләсәйемдең әхирәте Сибәрбикә инәй янында ла йыш уралдым. Ҡартатайым менән бесәнгә йөрөү бәхете тейҙе. Уның юл буйы йырлағанын, ә кистәрен, йоҡлар алдынан, сүрәләрен ишетеп, хәтеремә һалғанмын. Ҡартәсәйем иһә таҡмаҡҡа оҫта, шулай уҡ һүҙҙәрҙе һәм тотош һөйләмдәрҙе тиҙ генә киреһен әйтеү (арттан алға ҡарай) һәләтенә эйә. Ә икенсе ҡартатайым кроссворд сисергә әүәҫ ине, ул немец, ғәрәп телдәрен бик яҡшы белде. Ә өләсәйемдең алсаҡлығы минең өсөн ҙур өлгө. Шулай ололар янында күпкә өйрәнеп, наҙланып, һөйөлөп кенә үҫтем. Ололар тәрбиәһенең тәьҫире көслөлөр тигән фекерҙәмен.
—Бәләкәйҙән кем булырға хыялландың?
— Бала саҡта уҡытыусы булып уйнарға ярата инем, уйлап сығарыу, ойоштороу – шул ваҡыттан оҡшай. Тарих дәресен ныҡ яратып, археолог булырға хыялланған саҡтар булды. Ғөмүмән, миңә мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашыу оҡшаны һәм Санкт-Петербург ҡалаһында уҡығанда ла йәмәғәт эштәрендә ҡатнаштым. Беренсе курста төркөмдәр буйлап, концертта ҡатнашырға теләүселәрҙе йыялар ине, мин «Бөрйән ҡыҙҙары» бейеүен бейергә теләүемде әйттем. Шунан башланды ла инде минең әүҙем студент тормошом. Бер аҙҙан «Аманат» башҡорт йәштәре ассоциацияһы етәксеһе вазифаһын өс йыл буйы (2016-2019 йылдар) башҡарыу мөмкинлеге тейҙе. Мин быға бик шатмын, сөнки үҙемә бик күп дуҫтар таптым. Башҡорт КВН-ы, Башҡорт мәҙәниәте көндәре, йыл һайын беренсе курс студенттары өсөн танышыу кисәләре, интеллектуаль конкурстар һ.б. саралар ойошторҙоҡ.
—Һинең фото, видео төшөрөү менән мауығыуың да билдәле.
—Эйе, студент саҡтан шөғөлләндем, монтажер, оператор, репортер булырға ла тура килде. Был шөғөлдәрем хәҙер минең эшемә әүерелде.
—Ябай ғына ауылда тыуып үҫеп, ҙур ҡалаларҙа юғалып ҡалмауҙың сере ниҙә икән?
—Әллә, мин ауылдан тип уйлағаным да юҡ. Барыһы ла тик үҙеңдән генә тора. Нисек фекерләйһең, үҙеңде нисек тотаһың—башҡалар һине шулай ҡабул итә. Үҙеңде ниндәйҙер рамкала тотоу кәрәкмәй. Йә
һин тырышаһың, бар һәләтеңде үҫтерәһең, йә шул рамка эсендә тороп ҡалаһың. Идеяң бар икән, уйла, фильтр аша үткәр һәм алға! Ошо принципты мин күҙ уңында тоторға тырышам.
—Барыһы ла һинең кеүек ҡыйыу түгел бит әле?
—Мин үҙемдең ҡыйыулығым өҫтөндә һәр саҡ эшләйем, сөнки бар
әүҙемлеккә ҡарамайынса мин интроверт кеше. Күп уйлау–шул ҡама-сауларға мөмкин. Бер нәмә менән дә ҡыҙыҡһынмаған кешеләр юҡтыр тип уйлайым. Ә инде йәш саҡта бар мөмкинселектәрҙе ҡулланыу, үҙең шул мөмкинселектәрҙе булдырыу–был бит мауыҡтырғыс!
Һорау бирә белеү мөһим. Иң беренсе үҙеңә (мине нимә ҡыҙыҡһындыра һәм нисек мин үҙемдең һәләттәремде ҡуллана алам), унан–башҡаларға. Ауылда йәштәр араһында берәй осрашыу үткәрегеҙ әле, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һорау биреүсе табылмаҫ. Һәм тағы ла шул борсой: юғары белем алыу өсөн генә юғары уҡыу йортона барырға кәрәкмәй! Аласаҡ һөнәргә һөйөүең, ҡыҙыҡһыныуың көслө булырға тейеш. Был артабан үҫергә ярҙам итәсәк. Тормошта үҙ юлыңды табыу—бик мөһим!
—Һинең милли күргәҙмәләр ойоштороуың да хуплауға лайыҡ. Төрлө проекттар уйлап сығарып ҡына тораһың. Шулай уҡ интернет селтәрендә «Ҡартәсәй. Икмәк» тигән ҡыҫҡа ғына фильмды ҡарап кинәнәләр.
—Эйе, мин төрлө милләт вәкилдәрен фотоға, видеоға төшөргәнем булды. Уларҙың фотоһүрәттәренән ике тапҡыр күргәҙмә эшләнем. Һәр кем—үҙ милләтенең һаҡсыһы һәм был ерҙә төрлө халыҡ йәшәй, улар бер-береһен ихтирам итергә бурыслы. Ошоно фото аша әйтеп биреү минең маҡсат ине. Видеоларҙы иһә Ютубта каналыма һалам. Студент саҡта әҙерәк коммерция менән дә шөғөлләндем, әле лә ошо юҫыҡта эшләйем һәм бары тик үҙем өсөн генә фото, видеолар төшөрәм. Айырым был өлкәлә белемем юҡ, ни бары теләк кенә көслө. Ә «Ҡартәсәй. Икмәк» документаль фильмына килгәндә, ул ҙур ғына шаңдау уятты. Бик күп хаттар алдым, рәхмәттәр ишетеү мине ҡанатландырҙы, киләсәктә тағы ла фильмдар төшөрөрмөн тип уйлайым. Әлеге фильмда быуындар бәйләнешен, башҡорт ауылы көнкүрешен, йәшәйешен, тарихын ҡомалаҡ икмәген бешереү аша сағылдырырға тырыштым.
—Замана ҡыҙы, башҡорт ҡыҙы ниндәй булырға тейеш?
—Иң мөһиме, алдан әйтеүемсә, үҙеңде табырға кәрәк. Үҙеңә һорау биреп, уға яуаптар алып, хыялыңа аҙымдар яһау зарур. Замана һулышын тойоу ҙа ҙур роль уйнай. Дөрөҫ позиция алыу, белемеңде камиллаштырыу, тарихыңды онотмау, милли үҙаңды юғалтмау мөһим. Ҡатын-ҡыҙ булыу көсһөҙ зат булыуҙы аңлатмай. Рухи яҡтан беҙ көслө!
—Йәштәрҙә нимәне өнәп етмәйһең?
—Бар нәмәне аҡса менән үлсәгән йәштәр бар. Рух, илһөйәрлек, милли үҙаң, нәҫел бәйләнеше, тарих, мәҙәниәт—бына нимәләр алғы һыҙатта торорға тейеш. Бер-ике йыл сит ерҙә белем алып, туған телен «онотоусыларға» аптырайым. Үҙ милләтеңде, үҙ ата-әсәйеңде, ҡартатай-өләсәйеңде ихтирам итмәү бит был. Был йәһәттән минең иммунитет көслө. Ҡартатай-өләсәйҙәрем дөрөҫ тәрбиә биргән. Шулай ҙа үҙең өҫтөндә һәр ваҡыт эшләү кәрәк. Рухи байлыҡты бер нәмгә лә алмаштырырға ярамай. Донъя киң, мәмкинлектәр күп. Беҙгә бирелгән һәләттәребеҙҙе ҡулланып, күңелебеҙгә ҡәнәғәтлек биргән файҙалы эш менән шөғөлләнәйек. Һәм тормошта ысын дуҫтарыбыҙ күп булһын тип теләйем!
—Нәзифә, әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт! Артабан да һиңә уңыштар юлдаш бул-
һын! Йәштәргә иһә ҡайҙа ҡына йөрөһәләр ҙә үҙ милләте йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, рух ныҡлығын юғалтмай, һәр саҡ әҙәпле булыуҙарын теләр инек. Сөнки сит ерҙә бер кешегә ҡарап ҡына ла уның милләте хаҡында һүҙ йөрөтөргә, фекерләргә мөмкин. Был йәһәттән, Нәзифә, һин халҡыбыҙҙың аҫыл ҡыҙы булып тораһың! Тиңдәштәрең һинән өлгө алһын ине тигән теләктәбеҙ.
Резеда Вәлиева.