Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
16 Апрель 2020, 23:10

Изгелек эшләргә ашығалар

Аҡъяр ауылында йәшәүсе Сәйфуллиндар дарыуханаларҙа битлектәрҙең етмәүе хаҡында ишеткәс, үҙҙәре тегеп ҡарарға тәүәккәллек итә. Күптәр уларға һатып бирергә кәңәш бирә, әммә ирекмәндәр битлектәрҙе бушлай тарата. “Ауыр ваҡытта кешеләргә аҙ ғына булһа ла файҙа килтерә алабыҙ икән, беҙ шуға ризабыҙ. Барыһы ла һау-сәләмәт булһын, ҡулдарыбыҙ эш белгәндә, киләсәктә эшләгән эштәребеҙҙән дә табыш алырбыҙ әле”,—ти улар.

“Изгелек—телһеҙҙәрҙе һөйләштерә, һаңғырауҙарҙы ишеттерә ала торған тел ул”,—тигән бер аҡыл эйәһе. Бөгөн был һүҙҙәргә өҫтәп, изгелек—бәлә килгәндә һынала торған сифаттарҙың береһе тип әйтергә лә мөмкин. Шулай булмаһа, донъяны баҫып алған коронавирус инфекцияһы күптәрҙең ысын йөҙөн асты тиһәк тә була. Кемдер кибеттәрҙә аҙыҡ-түлектең хаҡын арттырып, үҙ кеҫәһен байытырға тырышһа, бәғзеләре мутлашыуҙың башҡа төрөн һайланы. Шуныһы ҡыуаныслы: барыбер арабыҙҙа изге йөрәкле, миһырбанлы кешеләр күп, улар илгә бәлә килгәндә, ситтә ҡалманы, ҡулынан килгәнсе башҡаларға ярҙам күрһәтергә ашыҡты.
Шундай изге йөрәкле ирекмәндәр Хәйбулла районында ла йәшәй. Гөл-нара һәм Ғәфүр Сәйфуллиндарҙы (һүрәттә) райондаштары ҡул эштәренә маһир ғаилә булараҡ яҡшы белә. Ғаилә башлығы ағастан һырлап әйберҙәр яһау менән шөғөлләнһә, хужабикә бәйләй, сигә, сәйләндәрҙән төрлө гөлләмәләр эшләй. Уларҙың ҡул эштәре төрлө күргәҙ-мәләрҙә, район һабантуйҙарына ҡуйыла.
Аҡъяр ауылында йәшәүсе Сәйфуллиндар дарыуханаларҙа битлектәрҙең етмәүе хаҡында ишеткәс, үҙҙәре тегеп ҡарарға тәүәккәллек итә. Күптәр уларға һатып бирергә кәңәш бирә, әммә ирекмәндәр битлектәрҙе бушлай тарата. “Ауыр ваҡытта кешеләргә аҙ ғына булһа ла файҙа килтерә алабыҙ икән, беҙ шуға ризабыҙ. Барыһы ла һау-сәләмәт булһын, ҡулдарыбыҙ эш белгәндә, киләсәктә эшләгән эштәребеҙҙән дә табыш алырбыҙ әле”,—ти улар.
Гөлнара Әхтәрйән ҡыҙы үҙизоляцияла бер нисә көн ятҡас, нимә менәндер шөғөлләнергә теләп, интернетты аҡтара. Уйламағанда, битлек һатабыҙ тигән иғланға юлыға һәм уға шылтыратып һораша. Кешеләрҙең сиратта тороп алыуын белгәс, үҙе лә тегеп ҡарарға була. Ҡатынының был теләген ире лә хуплай.
—Теген машинам бар, ҡулым эш рә-те белә тип башланым,—тип йылмая әңгәмәсем.–Тәүҙә өйҙә булған материалдар бөткәнсе битлектәр тектек. Мин тегәм, ирем туҡыманы ҡырҡып, үтекләп биреп тора. Икәүләп эшләгәс, тиҙ ҙә, күңелле лә. Әле 500-ҙән ашыу кешеләргә бушлай битлектәр тараттыҡ,—ти Гөлнара.
Тормошта изге күңелле кешеләр барыбер күберәк тигәйнек, ысынлап та шулайҙыр, күрәһең. Мәҫәлән, минең геройҙарым тегер өсөн туҡымалары бөткәс, уны һатып алғанға тиклем, социаль селтәрҙә кемдең битлеккә ярашлы тауары бар, алып килегеҙ тип иғлан яҙыуҙары була, Садовыйҙан беренселәрҙән булып Алексей Червяков бер рулон ҡара төҫтәге кизе-мамыҡ туҡыма алып та килә.
Хәйбулла ирекмәндәре изгелектәр эшләп һыуға ғына һалмай, ә ихлас күңелдәренән яҡташтарына өләшә. Гөлнара һәм Ғәфүр Сәйфуллиндар—бөгөнгө көн геройҙары, ауыр саҡта кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙыусыларҙың береһе. Изгелек тулы йөрәгегеҙ артабан да кешеләргә тик яҡшылыҡ, мәрхәмәтлелек һәм яҡшылыҡ ҡылыуҙан туҡтамаһын!
Хәйбулла районында шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе тарафынан да ирекмәндәр штабы булдырылған. Көн һайын ярҙамға мохтаждарҙан ғаризалар ҡабул ителә, “ҡыҙыу линия” эшләй. Ирекмәндәр оло йәштәгеләргә, инвалидтарға, ауыр тормош ҡосағында ҡалыусы ғаиләләргә аҙыҡ-түлек, дарыу һатып алыуҙа ярҙам күрһәтә. Ирекмәндәр хәрәкәтенә район советы депутаттарының да ҡушылыуы маҡтауға лайыҡ. Мәҫәлән, Хәйбулла район Советы депутаты Таһир Ильясов Өфө ауыл биләмәһендә йәшәүсе можтажлыҡ кисереүсе ун ғаиләгә аҙыҡ-түлек тупланмаһы менән ярҙам күрһәткән. “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы секретары Салауат Байғабулов та “Беҙҙең хәстәрлек” проектының ирекмәне. Коронавирус эпидемияһы осоронда ра-йонда 40-тан ашыу кеше ирекмән булып теркәлгән, был һандың көндән-көн артыуы ҡыуаныслы. Тимәк, арабыҙҙа кешеләргә изгелек һәм мәрхәмәтлелек күрһәтеүселәр бар, уларҙы бер ниндәй ауырлыҡтар ҙа ҡурҡытмай, үҙҙәренең ваҡытын һәм көсөн йәлләмәй, һаулыҡтары хәүеф артына ҡуйылһа ла ярҙам итергә ашыға.
Ирекмәндәр араһында эшҡыуарҙарҙың да булыуы һөйөнөслө. Мәҫәлән, Атингән ауылында йәшәүсе Айгөл һәм Тимур Ғафаровтар, әсәләре Шәмсиә Нурғәле ҡыҙы менән берлектә ауыр тормош ҡосағында ҡалыусы һәм күп балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәткән. «Кешеләрҙең рәхмәтен ишетеү—үҙе бер кинәнес. Бер-беребеҙгә ярҙам итһәк, кәрәк ваҡытта йылы һүҙ ҡушһаҡ та килгән ауырлыҡтар ҙа беленмәҫ, ваҡыт та тиҙ үтеп китер»,—ти ирекмәндәр.
Аҡъяр ауылында йәшәүсе Эльвира Баймөхәмәтова ла райондың «Беҙҙең хәстәрлек» ирекмәндәр ойошмаһының иң әүҙем ағзаларының береһе. Ул шулай уҡ халыҡҡа битлектәрҙе үҙе тегеп бушлай таратты.
Мәликә Шөғәйепова.
Хәйбулла районы.