Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
21 Март 2020, 15:00

Тол ҡатындар иламай

«Атайым 20 йәшендә һуғышҡа китеп, кире әйләнеп ҡайтмай. Уның иҫтәлегенә картуф баҡсаһына 20 төп ҡарағай ултырттым, һыу һибеп, ҡәҙерләп үҫтерҙем, ҙурайып шаулап ултыралар»—тип һөйләй Фәриҙә апай.

Һәр ауыл үҙенең эшһөйәр, уңған, абруйлы шәхестәре менән матур. Баймаҡ районы Буранбай ауылында ла үҙенең йәшәйеше менән башҡаларға өлгө булырҙай ағинәйҙәребеҙ бихисап. Һүҙем ғүмер йомғағының һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаған Фәриҙә Абыҙгилдина тураһында.
Һәр көнөн Аллаһы Тәғәләнең ярҙамын тойоп, булғанына шөкөр итеп, биш намаҙын ҡалдырмай мәсеткә йөрөгән ауылыбыҙҙың абруйлы ағинәйе ул. Фәриҙә Зиннур ҡыҙы 3 балаһының, 8 ейән-ейәнсәренең, 13 бүлә-бүлә-сәренең уңыштарына һөйөнөп, изге доғаларынан айырмай йәшәгән бәхетле өләсәй. «Бер әбейҙән күпме бала!»— тип шатлығы менән уртаҡлаша ул.
Ә бит яҙмыш уны бер ҙә иркәләмәгән. Һуғыш йылы балаһы ул–1942 йылда донъяға килә. Күп тә тормай атаһы фронтҡа китә һәм 2 йыл да үтмәй хәбәрһеҙ юғала. Сержант Зиннур Шиһабитдин улы Ғәйетбаевтың исеме “Хәтер” китабында мәңгелек урын алған. 2 айлыҡ сағынан ғына етем ҡалған Фәриҙә апай атай төҫөн күрмәй үҫә.
«Атайым 20 йәшендә һуғышҡа китеп, кире әйләнеп ҡайтмай. Уның иҫтәлегенә картуф баҡсаһына 20 төп ҡарағай ултырттым, һыу һибеп, ҡәҙерләп үҫтерҙем, ҙурайып шаулап ултыралар»—тип һөйләй Фәриҙә апай.
“Әсәйемдең атаһы Муса ҡартатай һәм Разия өләсәй тәрбиәһендә үҫтем. Әсәй көнө-төнө колхоз эшендә. Ҡартатайҙар заманына күрә хәлле, дини кешеләр булды. Мәсетте клуб итеп үҙгәрткәс, беҙҙең урамда Ҡорбан, Ураҙа ғәйеттәре үткәрә торғайнылар. Мин бәләкәй генә булһам да ҡартатайға эйәреп доға ятлап йөрөй торғайным”,—тип хәтер ебен һүтә ағинәй. Күңеленә иман нуры шул саҡта уҡ һалынғандыр, моғайын.
Һуғыш осоронда, унан һуң да ауылда бар ауыр эштәрҙе үҫмер балалар атҡарған. Фәриҙә лә эшләп үҫә. 15 йәшендә генә тиҫтерҙәре менән колхозда ҡул менән бесән сапҡандар.
Уларҙың әсәһе икенсегә кейәүгә сыға. Шуға ла Фәриҙәне ҡартатаһы менән өләсәһе матур итеп бағып үҫтерә, туй яһап Ишмырҙа ауылындағы Зәкир Абыҙгилдинға кейәүгә оҙата. Яҙмыш уны һынауын дауам итә: туғыҙ йыл тиң-татыу йәшәгәндән һуң, Фәриҙә апай дүрт балаһы менән тол ҡала. Шунлыҡтан ул кире Буранбай ауылына күсеп ҡайтырға мәжбүр була. Ғүмер буйы фермала быҙау ҡараусы булып эшләй. Бала ҡайғыһын да ҙур сабырлыҡ менән үткәреп ебәрә ул. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған Фәриҙә апай эшендә алдынғылыҡты бирмәй. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн “Хеҙмәт ветераны” исеме бирелә, бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Ике тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайлана. Район делегацияһы составында сит илгә лә барып, йөрөп ҡайта.
Фәриҙә Абыҙгилдина һәр атҡан таңғы ҡыуанып, барыһына шөкөр итеп йәшәй. Ауылдаштарын изге фатихаларынан өҙмәй, тормошто яратып йәшәй ул. Балаларын да уңған, эшһөйәр итеп тәрбиәләгән. Бөтә уңайлыҡтары булған йорт төҙөп сыға. Ике балаһы бөгөн үҙенең эргәһендә, ауылда йәшәй. Зөфәр улы менән Миңлегөл килене, Хәҙисә ҡыҙы Буранбайҙа. Рәшиҙә ҡыҙы Байым ауылында донъя көтә. Өс балаһы – өс терәге уның.
Балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең тормошта үҙ юлын табып, матур йәшәһәләр, бүлә-бүләсәләреңде һөйөп ултырһаң–шунан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән донъяла?! Һуғыш осоро балаһы Фәриҙә апай донъябыҙҙың тыныс булыуын, һәр ғаиләгә күңел тыныслығы теләп кенә ултыра. Етемлек һурпаһын күп эсһә лә, көслө рухлы булып ҡалған ул.
Мәҡәләмде Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырынан өҙөк килтереп тамамлағым килә. Ул тап бына беҙҙең Фәриҙә кеүек апайҙарға арнап яҙылған:
“...Тол ҡатындар мәңге иламайҙар,
Сыландырып керпек остарын.
Мең сабырлыҡ менән көтә улар
Аҡ ҡаурыйлы бәхет ҡоштарын!..”
Фәриҙә Һағынбаева.
Баймаҡ районы Буранбай ауылы.