АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
9 Март 2020, 12:00

Егәрленең ҡулы етәү

Үҙ иңенә алған бурысҡа намыҫ менән ҡарай, ярҙамына мохтаждарға иғтибарын һәм хәстәрен йәлләмәй. Ололар рәхмәттәрен әйтеп, һәр аҙна Хәлиҙәнен килгәнен көтөп ала. Бик тә ҡәнәғәт улар. Бынан тыш Хәлиҙә өйҙә һикһән йәште үткән әсәһен дә тәрбиәләй. Бер ваҡытта ла тормошҡа зарланмай, ихлас йылмайып, һәр кемден күңеленә үтеп инер юл таба белә ул.

Беҙҙең Ярат ауылы элек-электән үҙенең уңған, эшһөйәр, булдыҡлы халҡы менән дан тота. Урындағы халыҡ әле Карл Маркс исемендәге колхоз бар саҡта уҡ малсылыҡ, ҡырсылыҡ менән шөғөлләнә. Ниндәй ауыр, оҙайлы һуғыш йылдарында ла бәләкәй генә ауылдың һыйыр, һарыҡ-кәзә, йылҡы көтөүҙәре була. Ул саҡта һәр кем бәләкәйҙән колхоз эшенә “егелгән”. Бала саҡтары ауыр һуғыш осорона тап килгән Мөслимә апай менән Әхмәт ағай ҙа шул осорҙағы михнәтте үҙ иңдәрендә татый. Һуғыштан һуң илебеҙҙе аяҡҡа баҫтырыуға уларҙың да өлөшө ингән. Бар ғүмерҙәрен тыуған колхоздарында малсылыҡҡа арнайҙар.
Бөгөнгө һүҙем уларҙың ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән, хәҙер инде үҙе алтынсы тиҫтәне ваҡлаусы, ете ейән-ейәнсәргә өләсәй, Ярат ауылының ололарын, ярҙамға мохтаждарын ҡарап, социаль хеҙмәткәр булып эшләүсе Хәлиҙә Ғәҙелшина хаҡында. 10-сы класты тамамлағас, йәш ҡыҙ Хәлиҙә алдында кем булырға, ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау тормай. Сөнки ул әле мәктәптә уҡып йөрөгәндә үк әсәһенә ярҙам итергә фермаға бара ине. Ул ваҡытта һыйырҙарҙы ҡул менән һауалар ине, мал аҙығын да махсус арба менән ташынылар. Шулай йәш кенә ҡыҙ хеҙмәт юлын һауынсы булып башлап ебәрә. Дәртләнеп, бөтә күңелен һалып эшләй ул фермала. Ул ваҡыттарҙа “Бөтә класс менән—фермаға” тигән лозунг була торғайны. Мәктәпте тамамлаған егеттәрҙең кемеһелер малсы, кемеһелер механизатор, водитель булып эшкә ҡала ине. Шунда осрата ла инде үҙенен ғүмерлек юлдашын Хәлиҙә. Ошо уҡ колхозда иретеп йәбештереүсе булып эшләп йөрөгән, күптән түгел генә армия сафтарынан ҡайтҡан Миннәхәт Ғәҙелшин менән дуҫлашып китәләр. 1983 йылдын март айында йәштәр гөрләтеп туй үткәрә. Оҙаҡламай тәүге емештәре Шамил донъяға килә. Был ваҡытта Ғәҙелшиндәр колхоз һалған өйҙә айырым донъя көтә. Сабыйҙарына 11 ай булғанда Хәлиҙә фермаға ҡабаттан эшкә сыға.
—Баланы Миннәхәт менән алмашлап ҡараныҡ. Мин иртәнге һауындан ҡайтҡансы ул ҡарай, шунан мин өйҙә булам, баланы тәрбиәләйем, ул эштә. Киске һауынға китһәм, ир өйҙә,—ти Хәлиҙә.
Оҙаҡламай ҡыҙҙары Яҙгөл тыуа. Йәш ғаиләлә мәшәҡәттәр тағы ла арта. Донъя йөгөн тигеҙ тартҡан йәштәр тағы ла дәртләнеп эшләй. Йәйҙәрен дүртәр айлап ауылдан 30 саҡрым алыҫта ятҡан һауын гуртына күсеп барып, йорт-ҡураңды ҡалдырып эшләүҙәр еңелдән булмай. Билдәле, көҙгө һыуыҡтар төшмәйенсә гурт күсерелмәй. Балалар үҙаллылыҡҡа өйрәнә, мәктәпкә йөрөйҙәр, ашарҙарына ла үҙҙәре яраштыра.
1994 йылда Ғәҙелшиндәр ғаиләһе үҙ көстәре менән яңы йорт һалып инә. Яңы нигеҙгә ҡот өҫтәп төпсөктәре Шәкир тыуа. Йылдар үтә, балалар үҫеп, тыуған йорттан оса торалар. Өлкән улдары Шамил Өфө ҡалаһында төпләнде. Хәйбулла һылыуы Ләйсән менән ике бала тәрбиәләй. Рушан мәктәп уҡыусыһы булһа, Алтынай балалар баҡсаһына йөрөй. Йәш ғаилә ата-әсә йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, үҙ көстәре менән Зубово биҫтәһендә йорт төҙөп инә. Әле Өфөнән ике бүлмәле фатир ҙа алғандар. Шамил балта оҫтаһы ла, иретеп – йәбештереүсе лә, йылылыҡ, һыу буйынса монтажлаусы ла. Ләйсән килендәре—Өфө дауаханаларының береһендә шәфҡәт туташы.
Яҙгөл мәктәпте тамамлап, тейешле һөнәр алып эш башлай. Сибай ҡалаһы колледжында бухгалтер һөнәрен үҙләштерә ул. Тормош иптәше итеп хәрби кешене һайлай. Радмил сығышы менән Бөрйән районынан. Пенза ҡалаһында йәшәйҙәр. Биш бала—өс ҡыҙ һәм ике малай тәрбиәләйҙәр. Өс ҡыҙҙары мәктәп уҡыусылары булһа, малайҙары Дамир балалар баҡсаһына йөрөй, ә кескәй ҙәре Әмир менән әсәһе менән өйҙә.
Шәкир ҙә урта мәктәпте унышлы тамамлай. Мәктәптә уҡығанда уҡ ул үҙенен баҫалҡы, тынлаусан, өлкән йәштәгеләргә ярҙамсыл булыуы менән күҙгә ташлана ине. Әле ул әрме сафынан ҡайтып, Мәскәү ҡалаһында эшләй.
Хәлиҙә менән Миннәхәт Ғәҙелшиндарҙың балалары үҙҙәре кеүек үк кескәй саҡтан үҙаллы булып буй еткерҙе. Колхоз эшенән бушамаған ата-әсәһенә көс һалмай ғына тормош тигән дингеҙ карабында һәр береһе үҙ йәре, үҙ пары менән лайыҡлы йөҙә. Артабан да шулай булһын.
Хәлиҙә Ғәҙелшина колхоз тарҡалғас, «А.Ш.Мырҙаҡаев» крәҫтиән-фермер хужалығында йәш быҙауҙар ҡарай. Бер аҙҙан уны ауылдың ололарын, ярҙамға мохтаждарҙы ҡарарға социаль хеҙмәткәр итеп эшкә саҡыралар. Бына биш йыл инде ул был хеҙмәттә. Үҙ иңенә алған бурысҡа намыҫ менән ҡарай, ярҙамына мохтаждарға иғтибарын һәм хәстәрен йәлләмәй. Ололар рәхмәттәрен әйтеп, һәр аҙна Хәлиҙәнен килгәнен көтөп ала. Бик тә ҡәнәғәт улар. Бынан тыш Хәлиҙә өйҙә һикһән йәште үткән әсәһен дә тәрбиәләй. Бер ваҡытта ла тормошҡа зарланмай, ихлас йылмайып, һәр кемден күңеленә үтеп инер юл таба белә ул.
Хәлиҙә һәм Миннәхәт Ғәҙелшиндар кәртә тултырып мал-тыуар көтә. Шулай уҡ хужабикә һөт ризыҡтарын, атап әйткәндә май, ҡорот, ҡыҙыл эремсек әҙерләп тә арыу уҡ килем ала. Ул ҡойған буҙа ла теленде йоторлоҡ! Йылҡы малының ҡаҙылығын да, тултырма ла, ҡаҙ-өйрәген дә мул итеп әҙерләй. Йәй көндәрендә өй уратып баҡса ултырта. Аллы-гөллө сәскәләр күҙҙен яуын алһа, йәшелсә өлгөрөп уңған хужабикә төрлө турамалар, ҡайнатмалар әҙерләй. “Егәрленең ҡулы ете” тигән әйтем Хәлиҙә кеүек унғандарға ҡарата әйтелгәндер ул. Беҙҙең Ярат ауылында бына шундай уңған, бөтмөр, баҫалҡы, ихлас ханым йәшәй. Уның күңел йылылығы туғандарына ғына түгел, ауылдаштарына ла етә.
Дилара Юнысбаева.
Баймаҡ районы Ярат ауылы.