Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
7 Март 2020, 16:05

ТОРТТАР БИҘӘЙ ӨҪТӘЛДӘРҘЕ

Шундай оҫта ҡуллы торт бешереүселәрҙең береһе—Нәзилә Аҡназарова. Сибай ҡалаһында йәшәүсе йәш әсә бала мәшәҡәттәренә генә күмелеп ултырмай, бар күңелен һалып, күркәм итеп биҙәп, торттар бешерә.

Хәҙерге ваҡытта социаль селтәр аша бар эштәр ҙә, йомоштар ҙа хәл ителгәс, күпселек ҡатын-ҡыҙҙар шуның аша үҙҙәренең ижад емештәрен халыҡҡа еткерә, күрһәтә, тәжрибәләре менән уртаҡлаша. Был айырыуса бәләкәй бала ҡарап өйҙә ултырған йәш әсәйҙәр өсөн уңайлы: декрет ялында бала ҡарауҙан тыш, башҡа эштәргә, хатта заказға төрлө ҡул эштәре башҡарырға ваҡыт табыусылар күп. Әйтәйек, һуңғы осор селтәр, башҡа төрлө милли биҙәүестәр, этно стилдәге кейемдәр тегеү модаға инеп китһә, торт, бәлештәр, сәк-сәк һәм башҡа шундай тәмлекәстәр бешереү ҙә популярлыҡ ала бара. Бында “йүкә телефон” йәки “сарафанлы радио” ярҙам итә: тәүҙә таныштарыңа, туғандарыңа бешерәһең, аҙаҡ иһә заказ биреүселәр күбәйә.
Шундай оҫта ҡуллы торт бешереүселәрҙең береһе—Нәзилә Аҡназарова. Сибай ҡалаһында йәшәүсе йәш әсә бала мәшәҡәттәренә генә күмелеп ултырмай, бар күңелен һалып, күркәм итеп биҙәп, торттар бешерә. Уның тәмлекәстәренең матурлығына хайран ҡалып, хатта уларҙы ашарғамы-юҡмы икән, тип ҡыймай ҙа тораһың әле! Тотошлайы бер ҡойоп ҡуйған кәртинкәме ни: әйтерһең дә бар фантазияһын эшкә егеп, рәссам һүрәт төшөргән!
Нәзиләнең торттар бешереү теләге әллә ҡасандан йөрәгендә ярала биреп, эҙләнеүҙәр юлына алып килә:
—Мин әлеге ваҡытта ике ҡыҙым менән өйҙә ултырам. 2018 йылда ҡыҙҙарымдың тыуған көндәренә тип торт бешерә башланым,–ти ул.—Интернет селтәренән оҫталыҡ дәрестәрен ҡарап, бисквиттарын, кремдарын эшләргә өйрәндем. Бешергән торттарымды күреп, тәмләп ҡарап, таныштарым, туғандарым да һорай башланы. Шулай итеп, 2019 йылдан уларҙың теләктәрен-һорауҙарын да үтәргә тотондом. Торт бешереүгә кәрәкле нәмәләрҙе Сибайҙан кондитер магазиндарынан алам. Мастика менән эшләмәйем, кремдарға өҫтөнлөк бирәм. Торт бешертергә теләүселәр үҙҙәренә ниндәй формала кәрәклеген, башҡа теләктәрен әйтә һәм мин уларҙың һорауы буйынса биҙәп бирәм. Торт бешереү миңә бик оҡшай, бар күңелемде һалып башҡарырға тырышам. Был тәмле ризыҡ ҡына түгел, ә үҙенә күрә бер матурлыҡ тыуҙырыу, ижади эш кеүек. Аҙнаһына яҡынса 3 торт бешерәм. Эшем–күңел талабы, килем дә килтереүсе сығанаҡ булып тора,—тип ҡыуанып уртаҡлашты ул.
Эйе, хәҙер ҡунаҡ йә туй мәжлесе булһынмы, тыуған көндәр үткәрһендәрме–кешеләр магазиндан әҙер торт һатып алмай, ә күпселек шундай оҫтабикәләргә мөрәжәғәт итеп, үҙҙәренә оҡшаған тәғәйен генә тортты бешертеп алыуҙы хуп күрә. Айырыуса балалар өсөн заказдар күп. Нәзилә Аҡназарова бына шулай итеп торттар бешереп кешеләрҙе ҡыуандыра. Һәр кем уға рәхмәттәрен еткерә, ҡулыңдан һөйөн, тип теләктәрен еткерә. Матурлыҡты тоя белгән оҫтабикәгә улар тағы ла дәрт өҫтәй, илһам бирә. Ҡоштоң матурлығы төҫөнә ҡарап, кешенең матурлығы эшенә ҡарап тигән һүҙҙәр тап Нәзиләнең бар булмышын асып һала.