Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
6 Март 2020, 14:05

УҢҒАН ДА ҺУҢ БЕҘҘЕҢ ҠЫҘҘАР...

Алтын ҡуллы ҡыҙҙар хаҡында яҙмабыҙҙы беҙҙең сайтта уҡығыҙ. Әйткәндәй, улар беҙҙең "Бәйләнештә" селтәрендә барған "Икеләтә байрам", "Өләсәйҙән - әсәйгә, әсәйҙән - миңә" конкурстарының бағыусылары.Сөмбөл Әлибаева, Әлиә һәм Зәлиә Сиражетдиновалар матур-матур селтәрҙәр эшләй, Гөлнур Ғәббәсова милли стилдәге биҙәүестәргә өҫтөнлөк бирә. Мәҡәлә авторы Земфира Таһирова ла селтәр эшләү серҙәрен өйрәнә. Уларҙың ҡул эштәре менән ҡыҙҙарҙың шәхси сәхифәһендә таныша алаһығыҙ.

Халыҡта башлыса түшелдерек исеме менән таралған ул. Әммә түшелдерек тигәндәре бөтөнләй икенсе нәмә. Уны селтәр, хәситә йә иҙеү тип йөрөтөү яҡшыраҡ. Беҙҙең инәй-өләсәйҙәребеҙ уны тегеү менән электән шөғөлләнгән һәм быуындан-быуынға тапшырған. Уларҙа 1770 йә 1836 йылғы тәңкәләрҙе лә табырға мөмкин. Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында шундай бер тәңкә өсөн 5 мең һум (!) аҡса тәҡдим итеүселәр ҙә булған. Был 5 мең һум аҡса хәҙергеһе һымаҡ түгел. Шул йылдарҙа йәшәгән ололар уның хаҡын да, бәҫен дә бик яҡшы белә инде. Ул аҡсаға бер машина йә өй килер ине.
Бөгөн, билдәле булыуынса, селтәр һәм биҙәүес эшләүселәр күбәйҙе. Шуларҙың береһе—Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында йәшәүсе Сөмбөл Әлибаева. Ул селтәрҙәр эшенә 2018 йылда тотона. Тәүҙә башҡаларҙыҡына оҡшатып эшләп ҡарай, уңышлы ғына килеп сыға башлағанын күргәс, үҙенең бар фантазияһын эшкә ҡуша. Зауыҡлы ғына итеп төрлөсә стилләштереп эшләгән һәр бер селтәрен фотоға төшөрөп, интернеттағы сәхифәһенә һала. Таныштары, туғандары уларҙы күреп ҡыҙыҡһына. Сөмбөлгә заказ биреүселәр арта. Башта икеләнә, ҡаушай, шулай ҙа декрет ялындағы ҡатын бар батырлығын йыйып, таныштарының теләктәрен үтәй. Әйткәндәй, бәләкәй бала менән был эште башҡарыу ауыр. Шуға күрә йыш ҡына: “Төндәрен йоҡламайһыңмы әллә, ҡасан өлгөрәһең”,—тигән ғәжәпләнеү ҡатыш һоҡланыу ишетә. Таныш булмаған кешеләрҙән дә маҡтау һүҙҙәре алып, Сөмбөл тағы ла ҡанатланып-дәртләнеп, бар күңелен һалып биҙәүестәр эшләүен дауам итә. “Теләк кәрәк. Теләк булһа, бар эште лә өлгөрөп эшләп була”,—тип иҫәпләүсе Сөмбөл һәр эшенә ижади күҙлектән ҡарай. Шуға ла уның ҡул эштәре матур ҙа, зауыҡлы ла.
Сибай ҡалаһында йәшәүсе игеҙәктәр Әлиә менән Зәлиә Сиражетдиновалар ҙа селтәр эшләү менән мауыға. Улар был шөғөлгә бынан ике йыл элек тотонған. Сибай ҡалаһының һынлы сәнғәт мәктәбендә кескәйҙәргә һүрәт төшөрөү серҙәренә өйрәтеүсе Әлиә менән Зәлиәгә әсәләре Зилә Хәмитйән ҡыҙы бер көндө селтәр һәм ҡашмау эшләп бүләк итә. Бындай матур, үҙенсәлекле бүләкте күргән ҡыҙҙар был эшкә үҙҙәре лә ҡыҙығып китә. Бөгөн Сиражетдиноваларҙы белмәгән кеше юҡтыр. Уларҙың интернет селтәренә һалынған фотоһүрәттәре күҙҙең яуын ала. Ҡайҙан ғына заказ бирмәйҙәр уларға! Тимәк, Әлиә менән Зәлиәнең күңел йылыһы, күҙ нурҙары һалынған селтәрҙәр республикабыҙҙа, хатта унан ситтә лә йәшәүсе гүзәл заттарҙа ҙур һорау тыуҙырған.
Сығышы менән Хәйбулла районынан булған Гөлнур Ғәббәсованы селтәрҙәр эшләүгә бәпесе илһамландыра. Бә-ләкәсен ҡарынында йөрөткән сағында уҡ буласаҡ әсә милли стилдәге биҙәүестәр эшләргә тотона. Был эш уға бер ҙә ҡыйынлыҡ килтермәй. Ни өсөн тигәндә Гөлнур бәләкәй сағынан балсыҡтан төрлө һындар әүәләргә ярата, артабан һынлы сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнә, һынлы сәнғәт гимназияһына уҡырға инә. Матурлыҡҡа, ижадҡа ынтылған ҡыҙ юғары уҡыу йортонда ла ошо йүнәлештәге факультетты һайлай һәм диплом алып сыға. Улы тыуғансы ул Сибай ҡалаһының һынлы сәнғәт мәктәбендә эшләй. Гөлнур—милли рухлы ижад кешеһе. Ул этник стилдәге әйберҙәр эшләү өсөн ентекләп тарихты, орнаменттарҙы һәм биҙәлеш серҙәрен, нумизматиканы өйрәнә. Һәр ваҡыт мейеһендә үҙ йүнәлешен һәм үҙ стилен булдырыу идеяһы йөрөй. Ваҡыт үтә килә, йәш әсә үҙ юлын һәм стилен таба. 2017 йылдың 29 октябрендә ул социаль селтәргә үҙе эшләгән биҙәүестәрҙең фотоһүрәттәрен урынлаштыра. Шунда уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙан хаттар яуа башлай. Ысынлап та, Гөлнур эшләгән һырғалар һәм селтәрҙәр күҙҙең яуын алмалы!
—Заказ алған һайын, мин тағы ла нығыраҡ дәртләнеп китәм. Әлбиттә, һәр эш түләүле булырға тейеш, айырым хаҡтар билдәләнгән. Әммә мине аҡса түгел, ә гүзәл заттарҙың минең ҡул эшемде оҡшатыуы, уны тағып йөрөүе илһамландыра. Һәр эшемде яратып башҡарам. Ул бит йөрәк аҫтындағы бала һымаҡ. Уны донъяға яралтаһың икән, мотлаҡ ул үҙ урынын табырға, башҡаларға оҡшамаҫҡа, үҙенсәлекле, зауыҡлы, матур булырға тейеш. Биҙәүес эшләр алдынан энәһенән ебенә тиклем күҙ алдына килтерәм, —ти Гөлнур.
Башҡорт халҡының милли йолаларын тергеҙеүгә, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индереүсе уңған ҡатындар бары тик һоҡланыу уята. Күңел талабы булған ижад емештәре уларға ял биреп кенә ҡалмай, ә килем дә килтерә. Оҫтабикәләребеҙгә артабан да уңыштар юлдаш булып, ҡулдарынан һөйөнөүҙәрен теләйек.
Читайте нас: