Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
3 Март 2020, 12:05

Егәрлеләр тота донъяны

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында йәшәүсе Әмир Усманов—үҙ эшен туҡһанынсы йылдарҙа асып, бөгөн аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуарҙарҙың береһе...

Үҙгәрештәр заманында үҙ эшен асып, бөгөн уны лайыҡлы дауам итеүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Күптәре фермерлыҡ эшенә тотоноп та, уны артабан алып китергә көсө етмәһә, икенселәре эшҡыуарлыҡты “ауыр, ҙур сумкалар” йөкмәүҙән йәки йортының бер мөйөшөн кибет итеп башлап, аҙаҡ баҙар иҡтисадында юғалып ҡала.
Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында йәшәүсе Әмир Усманов—үҙ эшен туҡһанынсы йылдарҙа асып, бөгөн аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуарҙарҙың береһе. Айыҡ аҡыл, ғәйәт ҙур тырышлыҡ һәм иҫ китмәле оло хеҙмәт һалып үҙ эшен булдырған йүнсел йылдар дауамында күпме ауырлыҡтар ятыуын тик үҙе генә беләлер. Хәйер, улар хаҡында минең геройым һөйләргә яратмай.
—Барыһы аша үтергә тура килде: тәүҙә бәләкәй генә аҙыҡ-түлек тауарҙарын һатыу өсөн ларек астыҡ, артабан магазинға әйләнде, хәҙер аҙыҡ-түлек һәм төҙөлөш материалдары һатыу өсөн үҙ нөктәләребеҙҙе булдырҙыҡ. Район үҙәгендә заман талаптарына яуап биргән, һатып алыусыларҙы ҡәнәғәтләндергән, уларҙың көндәлек ихтыяжына тап килгән тауарҙар алып ҡайтырға тырышабыҙ. Бөгөн һатып алыусылар баҙарында конкурентлыҡ көслө, шуға күрә тауарың үтемле булһын өсөн уның сифатлы һәм арзан булыуы—төп шарттарҙың береһе,—ти тәжрибәле эшҡыуар.
Ысынлап та, Әмир Усмановтың төҙөлөш материалдары һатҡан “Беҙҙең йорт” магазинында нимәләр генә юҡ! Йорт кәрәк-яраҡтары булһынмы, төҙөлөш материалдарымы, йә иһә ремонт эштәре өсөн сағыу фотообойҙар тиһеңме—барыһы ла күҙҙең яуын алып, “мине һатып ал” тип үҙенә саҡырып торғандай. Хаҡтары ла тешләшмәй, шуға күрә әйберҙәре лә үтемле.
Эшҡыуар төҙөлөш материалдарын Орск, Гай, Магнитогорск һәм Өфө ҡалаһынан күмәртәләп һатып ала. Ете кешегә эш урындары булдырылған. Бер туған һеңлеһе Римма Хөснулла ҡыҙы ағаһының уң ҡулы булһа, ҡатыны Зифа ханым эшҡыуарҙың терәге һәм ярҙамсыһы. Әйткәндәй, Зифа Шәһит ҡыҙы үҙҙәренең аҙыҡ-түлек магазинын тулыһынса үҙ өҫтөнә алған. “Ағайымдың шул тиклем эшсән һәм тырыш булыуы һоҡландыра. Уның уңышының төп нигеҙе—тәүәккәл һәм уңған булыуында. Таңғы алтынан тороп, төнгө икелә ятһа ята, әммә алдына ҡуйған маҡсатына өлгәшмәйенсә туҡтамай. Әсәйем менән йәшәйем, беҙгә лә һәр саҡ ярҙам итә. Ҡәҙерле кешебеҙгә—91 йәш, улы уны бер ваҡытта ла үҙ иғтибарынан һәм хәстәренән ташламай”,—ти эшҡыуарҙың һеңлеһе.
Төрлө сараларҙа бағыусы булып сығыш яһаған Әмир Усманов райондың йәмәғәт һәм спорт тормошонда ҡайнап йәшәй. Райондаштары уны оҫта спортсы булараҡ та яҡшы белә, ул хоккей һәм футболды үҙ итә, ошо йүнәлештә үткән турнирҙарҙы һәм ярыштарҙы ойоштороусы ла. Бик оҙаҡ йылдар Хәйбулла райондағы хоккей ветерандары командаһы капитаны, райондың футбол буйынса йыйылма командаһы ағзаһы.
Йүнсел кеше бар яҡтан өлгөрә: эшҡыуарлыҡ өлкәһендә лә юғары уңыштарға өлгәшә, ғаиләһендә лә бынамын тигән атай һәм хәстәрлекле ир, әсәһенә ҡәҙерле ул, туғандарына оло терәк, ике ейән-ейәнсәре өсөн өҙөлөп торған олатай ҙа. Ирмен тигән ирҙәргә ике утыҙ йәш ғүмеренең уртаһы тигәндәй, күптән түгел Әмир Хөснулла улы үҙенең олпат 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне Сәстәренә сал ҡунһа ла, күңеле менән һәр саҡ йәш һәм дәртле булып ҡала алған, спортты үҙенең йәшәү рәүешенә әйләндергән, кешеләргә тик изгелектәр өләшеп йәшәгән Хәйбулла эшҡыуарына артабан да уңыштар юлдаш булһын тип теләге килә.