АТАЙСАЛ
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
26 Февраль 2020, 14:30

ИЖАДТА ЛА КЕМ ЭШЛӘМӘЙ, ШУЛ АШАМАЙ

“Инегеҙ!”—тигән уҫал саҡырыу ишетелде. Шуны ғына көткәндәр, тиерһең, теге ҡыҙҙар ишекте асып эске яҡҡа мине этә төртөп тә ебәрҙеләр. Иҙән уртаһына һөрлөгөп барып яттым да шул килеш башымды ҡалҡыта биреп: “Здрасьте!” тигән булдым...

Башҡорт прозаһы даими эшләгән, ижад иткән һәм китап магазины кәштәләрен әленән-әле яңы баҫмалары менән байытҡан яҙыусылар менән баһалана. Шундайҙарҙың береһе—Хәйҙәр Тапаҡов. Ул үҙен егәрле, эшмәкәрле һәм заман проблемаларын тоя белеүсе ҡәләм оҫтаһы итеп танытҡан инде. Ошо көндәрҙә әҙип абруйлы юбилейын—65 йәшен билдәләй. Ошо айҡанлы уҡыусыларыбыҙға Хәйҙәр Тапаҡов менән ойошторолған әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.
—Хәйҙәр ағай, һәр яҙыусының ижади башланғысы бер хәтирә булып йәшәй, һеҙ бына, тәүге яҙмаларығыҙҙы иҫләй алаһығыҙмы?
—Ҡәләмгә ҡасан тотондом икән? Хәтерләмәйем. Яҙа белмәгәндә әле, таҡ-маҡ сығарып өлкәнерәк малайҙарҙан туҡмалған хәтерҙә, ике апайым да ми-нең әсе теллелекте, телдәрлекте өнәп еткермәйҙәр ине. Шунан мәктәпкә бар-ҙым. Унда ла дәрес барышында дәфтәр мөйөшөн күргән-белгәндәрем менән сыбарларға яраттым. 5-се класта география дәресе бара. Ул фәндән үтә лә ҡырыҫ холоҡло Булат ағай Бүләков уҡытты. Ә мин шул мәлдә мауығып китеп шиғыр яҙып аҙапланам. Ижадҡа бирелеп, яныма килеп баҫҡан уҡытыусыны ла абайламағанмын. Бына ул ҡағыҙ киҫәген тартып алып таҡта яғына китте. “Бөттө баш,—мин әйтәм,—хәҙер йә дәрестән ҡыуылып сығам, йә насар билдә алам…” Шунан бер мәл Булат ағай класс уртаһында аяҡтарын киреп баҫты ла минең шиғыр йоратын уҡып ебәрмәһенме?! Уҡып бөттө лә журнал битенә ҙур итеп “5”-ле ҡуйғас былай тине: “Хәйҙәр, һин бер ҡасан да шиғыр яҙыуыңды ташлама, йәме, тик уның яҙа торған урыны һәм мәле була.” Әгәр шул ваҡытта Булат ағай мине тиргәп ташлаһа, ҡулыма һуҡһа, кәмһетһә, бөгөн ҡәләмле булыр инемме икән? Икеле.
—Ҡәләм тирбәтеү күңелегеҙгә ятһа ла, һөнәр алыуға медучилищеға юл тот-ҡанһығыҙ. Нисек булды был хәл?
—10-сы класты тамамлағас, Сибай медицина училищеһына алып барып документтарымды тапшырҙым. Ун-
да уҡырға теләүҙең сере лә ябай—әсәйем йыш сырхай ине, уны дауаларға, сәләмәтләндерергә теләнем. Төштән һуң, элеваторға иген ташыған машинаның башына ятып алып, киттем документтарымды тапшырырға. Килеп төшкәндә юл туҙанына батҡайным тамам, күҙҙәрем, тештәрем генә йылтырай. Осрағандар, был ниндәй сәйер әҙәм, тигәндәй ситләп уҙа. Ҡала шул тиклем дә ят һәм ҡурҡыныс күренде. Ҡайҙа барырымды ла белмәй һерәйеп тора биргәс, киттем ҡала үҙәгенә табан, көс-хәл менән Киров урамында урынлашҡан “Ирәндек” ҡунаҡханаһын эҙләп таптым. Ә унда әлеге өҫ-башымды күреп әллә ни тиклем ваҡыт индермәй аптыраттылар. Тышҡа сығып бит-йөҙөмдө ҡулъяулыҡ менән һөртөштөрөп, өҫ-башымды ҡаҡҡылап алырға тура килде. Кискеһен тамаҡ ялғап алыу уйы менән беренсе ҡаттағы буфетҡа төштөм, булочка, шешә менән ҡатыҡ һатып алдым. Шешәнең ауыҙын аса алмай аптыранып ҡалдым, башҡаларҙың ҡыланышын бер килке ситтән күҙәтергә тура килде. Баҡтиһәң, шешә башындағы ҡурғашҡа бармаҡ менән генә баҫырға кәрәк икән дә. Бына бит донъя күрмәгәнлек, томаналыҡ. Йоҡлай алмай бер килке яттым. Килеп тороп ҡайтҡы килә, ауылды, әсәйемде, этебеҙ Алғырҙы, һыйырыбыҙ Йондоҙҙо, аяҡтары тупыс әтәсебеҙҙе һағындым. Ә киткәнемә бер тәүлек тә үтеп өлгөрмәгән. Донъя гиҙеү, ситтә йөрөү еңел түгел икән ул. Йәшермәйем, бөгөн дә ауылымды һағынам, ҡайтҡым килә. Тик әсәй ҙә юҡ, Алғыр ҙа, башҡа мал-тыуар ҙа. Әммә Аҡ Тау ҡаяһы бар, Баланлы Үҙәк сауҡаһы, Сейәле түң. Ауылдаштар бөгөн дә саҡыралар, тик яҡын туғандарымдан бер кем дә ҡалмағас, ҡаршы сығып атым бәйләрлек кеше булмағас, юл төшә һалып бармай. Ҡайтҡанда ла шул—тәбиғәткә сығам, зыяратҡа барам. Унда миңә таныш һәм яҡын кешеләр ерләнгән… Эйе, Сибай ҡалаһы ине бит әле. Иртәгеһен инде медицина училищеһына документтарымды тапшырҙым, артыҡлап инәлтмәй-нитмәй, йомартланып ятаҡхананан бер бүлмә лә биреп ҡуйған булдылар, ә уныһының ишеге бикләнмәй, тотошлайы менән тәҙрә рамы юҡ. Ятып йөрөнөм шунда аҙна барышында. Ул саҡта ҡаланың беренсе участкаһы хулигандар ояһы ине, ҡурҡыта, өҫтәүенә еләҫ, йәнә төнө буйы серәкәй талап сыға. Иртәнсәк бит-йөҙөң эт алғыһыҙға ҡалып шешеп килеп тораһың. Беренсе имтихан химия фәненән икән. Киттем билдәләнгән ваҡытта. Барһам–кабинеттың ишек ауыҙында тиҫтәгә яҡын ҡыҙ-ҡырҡын йыйылған. Бына бер мәл имтихан ҡабул итеүсе ир менән ҡатын яныбыҙҙан иҫәнләшмәй ҙә үттеләр ҙә бер аҙҙан эске яҡтан: “Инегеҙ!”—тигән уҫал саҡырыу ишетелде. Шуны ғына көткәндәр, тиерһең, теге ҡыҙҙар ишекте асып эске яҡҡа мине этә төртөп тә ебәрҙеләр. Иҙән уртаһына һөрлөгөп барып яттым да шул килеш башымды ҡалҡыта биреп: “Здрасьте!” тигән булдым. Ир кеше һорай ҡуйҙы: “Вы готовы сдавать экзамен?” “Кәнишне!” “Тогда берите билет!” Алғы партаға барып ултырҙым. Һорауҙарҙы беләм һымаҡ, тик ҡайһылайтып яуап бирергә, тип аптыранам, урыҫса ла икмәк-тоҙлоҡ ҡына бит әле. Ултыра бирҙем дә билетты өҫтәл ситенә алып барып һалып ишек яғына йүнәлдем: “До свидания!” “Подожди, парень, ты куда?”—ти ир. “Куда-куда, домой!” “А отвечать кто будет?” “У меня с русским языком очень плохо, хорошо понимаю, без ошибок пишу, а разговаривать не могу”. “Тогда, давайте договоримся так, вы чисто на башкирском языке отвечаете. В ходе ответа за каждое добавленное русское слово снижаю балл. Идет?” “Согласен!” Саф башҡортсанан һалдырып яуап бирә башланым. Иң аҙаҡтан уҡытыусы, иғтибар менән тыңлап бөткәс былай тине: “Признаюсь, мне очень стыдно, что я не знаю своего родного языка. Сегодня вы
мне преподали важный урок, не вы сдали экзамен, а я. Спасибо Вам.” Ошо һүҙҙәрҙән аҙаҡ имтихандан ҙур итеп “5”-ле ҡуйҙы.
Училищела ла ижад менән шөғөл-ләндем, Башҡортостандың атҡаҙанған артискаһы Ғәшиә Абыҙгилдина ойош-торған драма түңәрәгенә йөрөнөм.
—Шулай ҙа беҙ һеҙҙе бөгөн башҡорт прозаигы итеп беләбеҙ...
—Тыуған төйәк тарта ни тиһәң дә, ра-йоныма ҡайтып Сәлим тигән бәләкәй генә ауылда мунса ҙурлыҡ медпунктта хеҙмәт юлымды башланым. Ай ярым да эшләп өлгөрмәнем, армия сафына алдылар. Ике йыл да, ике ай ҙа ун һигеҙ көн хеҙмәт иттем. Сик буйы ғәскәрҙәре сафында. Хәрби хеҙмәттә һалдатҡа бирелә торған иң юғары дәрәжә, страшина булып ҡайттым, “Отличник погранвойск” билдәһенең ике дәрәжәһе менән дә бүләкләнеләр, частең Почет кенәгәһенә кереттеләр. Армия йылдарында яҙыу-һыҙыу эштәре менән шөғөлләнмәнем шикелле, әммә шул йылдарға бағышланған “Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә” повесы баҫылып сыҡты аҙаҡ. Ҡайтҡас Ейәнсура районында “Тиҙ ярҙам” станцияһында эшләп алдым, шунан тыуған ауылымда яңы ғына асылған табип амбулаторияһына мөдир итеп саҡырттылар. Коллегалар медицина институтына инергә димләнеләр, әммә яңғыҙ әсәйҙе ҡалдырып ҡайҙа ғына бараһың инде? Аҡ халатлылар мөхите лә ижадымда эҙһеҙ үтмәне, беренсе сыҡҡан китабым “Ғүмер бүләк итәм” тип юҡҡа ғына аталмай бит. Шунан көтмәгәндә ижадҡа мөкиббән киттем, әйтерһең дә ошоға саҡлы быуылып ятҡан быуа йырылды. Бирелеп китеп шиғырҙар яҙырға тотондом. Район гәзитендә тәүге баҫы-лып сыҡҡан шиғырым “Миләш-кәләш” тип атала ине. Рәми Ғариповты ҡабатлап, уға оҡшарға тырышҡанмындыр, күрәһең. Һирәкләп хикәйәләр ҙә яҙыштырам. Беренсе хикәйәм—“Тоҙло перәниктәр”. Ул “Йәшлек” гәзитендә донъя күрҙе.
Тағы ла ике йылдан республикала уҙғарылған йәш ижадсылар конференцияһында ҡатнаштым. Мостай ағай ҙа килгәйне. Түшенә Социалистик Хеҙмәт Геройының миҙалын да тағып алған. Миңә ул Алла ише бейек һәм бөйөк күренде шул саҡта. Тәнәфес мәлендә фойела ултырып күмәкләп фотоға ла төштөк. Ул сығышында Александр Твардовскийҙың “Топи котят пока слепые” тип ҡасандыр әйткән һүҙҙәрен дә иҫләп алды. Уның хаҡлы икәнлеген бөгөн килеп белдем—ҡулыңдан килмәһә, һәләтең булмаһа ижад менән шөғөлләнмә икән ул.
—Һеҙҙең өсөн ижад нимә ул?
—Ул минең матур, ҡәҙерле донъям, Мостай ағай әйтмешләй тормошомдоң ҡояшлы яғы. Туҡтауһыҙ тын алырға кәрәк булған кеүек яҙмайынса йәшәй алмайым. Яҙмышымды яҙам. Күргән-кисергәнемде яҙам. Яҙыу аша тирә-яғыма шәхсән мөнәсәбәтемде белдерәм, әле булған, булып ятҡан, булырға тейеште күҙаллап яҙам. Ҡатыным әле лә миңә ярҙам итә. Әле лә ижадымды күтәрмәләп тора. Яҙа башлаһам тыныслыҡта ҡалдыра, өйҙә шылт иткән тауыш та ишетелмәй. Ижадым—уның өсөн изге, яңынан ҡабатланмаҫ ваҡыт. Әгәр яҙышып ултырып телефон шылтыраһа ул былай ти: “Юҡ, беҙ һеҙгә әле ҡунаҡҡа бара алмайбыҙ, Хәйҙәр яҙышып ултыра, уны борсорға ярамай!” Күҙ ҙә йоммай шулай ти. Әгәр йортобоҙҙа бына ошондай мөхит булмаһа, биллаһи ла, ижад итә алмаҫ инем. Ә улым Самат бөгөнгө йәштәр кеүек ижадыма битараф. Бер көн ул миңә былай ти: “Атай, һинең яҙыусы булыуың, атҡаҙанған исемдәр, премиялар алыуың миңә бөтөнләй кә-рәкмәй, һин миңә бары атай, яратҡан, ҡәҙерләгән атайым!”
Эйе, бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәр уҡыуҙан биҙҙе, уларға китап, шиғыр, хикәйә булды ни ҙә булманы ни! Көнө-төнө интернетта ултыралар, иң оҙон тигәндә, ауырлыҡ менән биш-алты һөйләм уҡыйҙар, башлыса һүрәт, видео ҡарайҙар. Улар ҡабаттан, бер килеп китапҡа әйләнеп ҡайтырҙармы-юҡмы, уныһы билдәһеҙ. Хәҙерге йәштәргә лә ҡулайлашып алып уймаҡ хикәйәләр яҙа башланым. Яҙам да интернеттағы битемә ҡуям. Нимәһе ғәжәп, уҡыйҙар бит, үҙҙәренең теләктәрен һәм ҡараштарын белдерәләр. Хәҙер уймаҡ хикәйәләрҙән торған ҙур бер йыйынтыҡ әүәләп тә бөттөм инде, уның ҡасан донъя күререн бер Хоҙай белә.
Элек әҙәби осрашыуҙар бик йыш була торғайны, яҙыусылар халыҡ араһына йыш сыға ине. Бына ошо матур күренеш тә юҡҡа сыҡты. Аралашыу, фекер алышыу юҡ. Үҙ донъябыҙға бикләндек. Яҙырға ла мөмкин, яҙмаһаң да һине борсоусы юҡ, йәғни үҙеңә-үҙең хужа. Был бик насар, үтә лә насар. Аралашҡанда ғына кешенең күңеле байый, бер-береңә яҡын булғанда ғына яңы фекер, идея тыуа.
Кеше китаптан биҙҙе, уҡыуҙан ситләште, тинем. Һүҙҙең бәҫе, ҡеүәте кәмене. Шулай ҙа бөгөнгө йәштәргә өмөтөм ҙур. Шағирҙарҙан Салауат Әбүзәрҙе, Зөлфиә Ханнанованы яратып уҡыйым,
сәсмә әҫәрҙәр йәһәтенән Мөнир Ҡунафинды, Миләүшә Ҡаһарманованы. Уларҙың ижадын күҙәтеп барам, яҡшы әйберҙәрен уҡыһам, ҡыуанып шылтырата һалам. Алай ҙа ошондай йәштәребеҙ бар. Тимәк, әҙәбиәтебеҙ йәшәне һәм йәшәйәсәк! Ай, Аллам, йәштәр, тим тағы, уларым бөгөн ҡырҡ-илле йәшлектәр икән дә баһа! Ә ҡайҙа 20-25 йәшлектәр? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ. Бәлки, барҙыр ҙа. Эҙләһәң, табып та булалыр. Был теләгем—Яҙыусылар берлегенә.
Әҙәм балаһын өмөт йәшәтә, тиҙәр, әйҙәгеҙ, бөгөнгө көндө яманламай яҡты киләсәккә өмөт итәйек. Матурлыҡты күрәйек, матур булырға ты-рышайыҡ. Ижадтың асылы ла бит яҡтылыҡ, нур!
Миләүшә Ҡаһарманова әңгәмәләште.
Читайте нас: