АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
29 Ғинуар 2020, 16:00

БӨЙӨК ЕҢЕҮ МЕНӘН ЙӘШТӘШ РӘХМӘТУЛЛИНДАР ҒАИЛӘҺЕ

Баймаҡ районы Ишей ауылында 74 йыл бергә йәшәүсе ғаилә бар! Уларҙың буласаҡ ғаилә тормошона юл бала саҡта уҡ һалына: ул ваҡыттарҙа, йәғни Бөйөк Ватан һуғышы башланмаҫ элек, кешеләрҙең бар мөлкәте шул ағастан яһалған өҫтәл-урындыҡ, балаларҙың уйнаған уйынсығы–малайҙарҙың сыбыртҡыны “ат” итеп, ҡыҙҙарҙың ярыҡ сынаяҡ ватыҡтарын “тәсәй” тип уйнаған мәлдәрҙә башлана. Ғүмәр исемле малайҙың Мәймүнә һылыуға күҙе төшөүе шул булалыр инде: ул иң матур тип табылған сынаяҡ ярсыҡтарын ҡыҙға ташый, матур-матур сәскәләр бүләк итер була.Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Баймаҡ районы Ишей ауылында 74 йыл бергә йәшәүсе ғаилә бар! Уларҙың буласаҡ ғаилә тормошона юл бала саҡта уҡ һалына: ул ваҡыттарҙа, йәғни Бөйөк Ватан һуғышы башланмаҫ элек, кешеләрҙең бар мөлкәте шул ағастан яһалған өҫтәл-урындыҡ, балаларҙың уйнаған уйынсығы–малайҙарҙың сыбыртҡыны “ат” итеп, ҡыҙҙарҙың ярыҡ сынаяҡ ватыҡтарын “тәсәй” тип уйнаған мәлдәрҙә башлана. Ғүмәр исемле малайҙың Мәймүнә һылыуға күҙе төшөүе шул булалыр инде: ул иң матур тип табылған сынаяҡ ярсыҡтарын ҡыҙға ташый, матур-матур сәскәләр бүләк итер була.
Уларҙың иңгә-иң терәшеп, шатлыҡта ла, ҡайғыла ла бергә йәшәүҙәренә 31 декабрҙә, кеше нәҡ мөғжизә көткән көндө, 74 йыл тулды. Әйтеүе генә анһат! Тотош китапҡа торошло ғүмер юлы үткән Мәймүнә инәй менән Ғүмәр олатайҙың бала саҡтары ла еңелдән булмай.
Мәймүнә Ғарифулла ҡыҙы—1926 йылдың 5 ноябрендә Ҡолсора ауылында, Ғү-мәр Тимерғәле улы 1927 йылдың 1 мартында Һәмән ауылында тыуған. Бала саҡ-тары Кейәүеште ауылында үтә. Бер ауылда булғас, һәр ваҡыт бергә уйнайҙар. Ул осорға торошло, Муллаҡай ауылына йөрөп, 4 класс ҡына белем алалар. Артабан инде урман ҡырҡыу кеүек ауыр эштә эшләйҙәр. Ҡул бысҡыһы менән һары таңдан ҡара кискәсә бил бөгөргә тура килә. Ул ваҡыттарҙа әле кешенең өҫтөндә йүнле кейем дә булмай. Эш күләменә ҡарата көнөнә 300 грамм ғына икмәк бирәләр.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланған 1945 йылдың 31 декабрендә улар өйләнешеп, Рәхмәтуллиндарҙың ныҡлы, ҡаҡшамаҫ “ғаилә карабы”н төҙөйҙәр. Шунан алып уларҙың ғаилә бәхете Бөйөк Еңеү шатлығы менән бергә бөгөнгәсә үрелеп бара. Аллаһы Тәғәлә бойорһа, быйыл халҡыбыҙ Бөйөк Еңеүҙе ололап ҡаршы алғанда, улар икеләтә байрам кисерер, тип теләйек.
Рәхмәтуллиндар башта Кейәүештелә тора, аҙаҡ бер аҙ ваҡыт Мәтемдә йәшәп алып, һуңынан инде Ишей ауылында төпләнә. 1946 йылда ҡыҙҙары Мәҙинә тыуа. Бәләкәс ҡыҙға ике йәш тулғас, Ғүмәр олатайҙы әрме сафтарына алалар. Ул ва-ҡыттарҙа һалдаттар өсәр йыл һалдат бурысын үтәргә тейеш була. Иран сигендә кавалерия дивизияһында хеҙмәт итеп, 1951 йылда Ғүмәр олатай 5 йәшлек ҡыҙы һәм ҡатыны янына ҡайтып төшә. Был ваҡытта инде Мәймүнә инәй сабый балаһына бауыр баҫып, малдарын ишәйтеп, матур ғына итеп донъяһын бөтәйтеп, ирен көтә. Артыҡ хафаланаһы түгел, Аллаға шөкөр, һуғыш тамамланған, илдә тыныслыҡ урынлашҡан.
Армиянан ҡайтҡас та Ғүмәр олатай әүәлге эшенә—урман ҡырҡыуға ҡабаттан тотоноп, хаҡлы ялға сыҡҡансы Икенсе Этҡол урмансылығында урман ҡырҡыусы булып, 40 йылдан ашыу эшләй. Тиҙҙән йәш ғаилә үҙҙәренә ҙурҙан йорт һалып инә. Уларҙың, Мәҙинә ҡыҙҙарынан тыш, тағы ла 7 балаһы донъяға килә. Мәймүнә инәй, башҡа ҡатын-ҡыҙҙар кеүек, ҡул эштәре менән булыша: балаларына үҙе күлдәктәр тегә, дебет шәл бәйләп, Магнитогорск баҙарына алып барып һатып, аҡса эшләй. Әйткәндәй, Рәхмәтуллиндар ғаиләһе ҡартайғансы мал тота, Мәймүнә инәй 85 йәшенә тиклем һыйырын үҙе һауа. Шулай итеп, Рәхмәтуллиндар балаларын үҙҙәренең өлгөһөндә хеҙмәт һөйөүсән, тырыш кешеләр итеп, намыҫ менән йәшәргә өйрәтә. Үҙҙәре уҡый алмағанға күрә, белемле итергә бар көстәрен һалалар, аҙаҡ инде оло тормош юлына баҫтырып, туйҙарын үткәреп, эйәле-башлы итәләр, үҙҙәре ейән-ейәнсәрҙәргә, бүлә-бүләсәрҙәргә олатай һәм өләсәй булалар. Икеһе лә биш намаҙҙарын ҡалдырмай уҡый, мәсеткә йөрөй, уларҙы аяттарға йыш саҡыралар. Ауылдаштары менән бергә мәсет һалдырыу эшенә лә ҙур көс һала Ғүмәр олатай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ғүмәр олатай менән Мәймүнә инәйгә бала ҡайғылары ла кисерергә тура килә: бер нисә балаһын ер ҡуйынына һала улар. Шулай ҙа оло ҡайғыларынан һығылып төшмәй, күҙ йәштәрен йотоп, башҡа балаларына һәм ейән-ейәнсәрҙәренә үҙҙәрен бағышлап йәшәйҙәр. 8 баланан бөгөн 3 ҡыҙы—Мәҙинә, Әминә һәм Лилиә ата-әсәһенә терәк-таяныс булып, инде 93 йәштәренә аяҡ баҫҡан ата-әсәһен ҡарай. Мәҙинә Ғүмәр ҡыҙы уҡытыусылыҡҡа уҡып сығып, бер аҙ эшләгәс, аҙаҡтан хаҡлы ялға сыҡҡансы, халыҡ әйтмешләй “быткомбинатта” эшләй, Икенсе Этҡол ауылында йәшәй. Әминә исемле ҡыҙҙары ла хаҡлы ялда, ул Мәләүез ҡалаһында тора. Иң кеселәре Лилиә бухгалтерлыҡҡа уҡыған, Сибай ҡалаһында йәшәй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө сәбәптәр арҡаһында, хәҙерге ваҡытта ҡайһы бер кешеләрҙең ғүмер оҙонлоғо 74 йәшкә лә барып етмәй. Аллаһы Тәғәлә Рәхмәтуллиндарға, бер-береһенә терәк-таяныс булып, иңгә-иң терәшеп йәшәр өсөн шундай оҙон тормош юлы насип иткән икән, тимәк, улар быға лайыҡ! Тормош ҡуйған һынауҙарҙы сабыр ғына үткәреп, күп ғаиләләргә өлгө булып тора улар. Айырыуса, хәҙер ғаилә ҡорған йәш парҙарға бигерәк тә фәһемле уларҙың тормош юлдары. Улар йәш саҡтарынан сынығып, бергә булырға тигән вәғәҙәләренән тайпылмайынса, ғаилә карабын сатнатмай-емермәй, инде 74 йыл бергә йәшәйҙәр. Ә бит улар Ғүмәр олатайҙың армияла хеҙмәт иткән өс йыл ваҡытын бер-береһен күрмәй, айырым үткәрергә, үҙ ҡулдары менән балаларын ер ҡуйынына ла тапшырырға мәжбүр була. Шулай ҙа улар һынмаған, бөгөлмәгән!
Ишей ауылының иң оҙон тормош юлын бергә үтеүсе ғаилә пары ул Мәймүнә инәй һәм Ғүмәр олатай Рәхмәтуллиндар!
Земфира Таһирова.