Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
20 Ғинуар 2020, 14:35

РУХ КӨСӨН ЮҒАЛТМАҒАН

...Юл юҡ, алмаш-тилмәш һуҡмаҡ һалабыҙ. Кемдер беренсе булып бара, бер аҙҙан уны икенсе кеше алмаштыра. Шулай ярты юлды үткәс, Оморҙаҡ исемле юлдашыбыҙ быймаһын сисеп, ҡултығы аҫтына ҡыҫтырып юлын дауам итте. Аяғының сәнкеп өшөүенә, беҙҙең ялбарыуҙарға ла ҡараманы. Шул ҡайтыуҙа дуҫыбыҙ ныҡ һыуыҡ алдырҙы һәм аяҡҡа баҫа алманы...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Уҙып киткән 2019 йыл юбилейҙарға, тарихи ваҡиғаларға ифрат та бай булды. Арҙаҡлы шәхес, педагог, әүҙем йәмәғәтсе Сәлимйән Ғәлләм улы Вәлиев өсөн дә йыл иҫтәлекле ваҡиғалары, күңел кисерештәре менән оҙаҡ хәтерҙә ҡаласаҡ. Мырҙый тигән урман участкаһы Баймаҡ районының Икенсе Эткол биләмәһенә ҡараған ауылдарҙың береһе була. Бала сағы, үҫмер йылдары шул ауылда үтә уҙамандың. Хәйер, ул мәлде бала саҡ тип әйтеп тә булмай, сөнки һуғыш осоро балаларының бала сағы булмай тиерлек. Ил өсөн ауыр йылдарҙа ҡыҙҙар, малайҙар бауырҙары ҡалҡыу менән эшкә тотона. Сәлимйән ағайға ла аслыҡтың, яланғаслыҡтың, етемлектең ғазаптарын үҙ иңендә татырға тура килә. Шуныһы ғәжәпкә ҡалдыра: михнәт-ауырлыҡтар кисереп тә ул күңел матурлығын саф, матур килеш һаҡлай алған. Шундай кешеләр хаҡында айырым бер китап, бөгөнгө мәктәп уҡыусылары өсөн әсбап яҙһаң, һис тә зыян булмаҫ.
Ундай кешеләр хаҡында “ул үҙен үҙе булдырҙы” тиҙәр. Һәм бының менән килешмәй мөмкин дә түгел. Атайҙан бик иртә ҡала Сәлимйән ағай. Өйҙә дүрт бала. Ирҙәр фронтҡа китә. Ауылда тик ҡатын-ҡыҙҙар, балалар ғына тороп ҡала. Бәләкәй Сәлимйән дә әсәһенең беренсе ярҙамсыһы була. Йыл һайын ололар менән бер рәттән Эткол урман хужалығындағы майҙанда ағас ултыртыуҙа ҡатнаша. Беренсе класты тамамлаған йылда фронтҡа ярҙам итеү өсөн көрәк, кәйлә һаптары, арбаларға тәртәләр, ә инде яҙ көндәре тире, күн эшкәртеү цехтарына тап ҡайырылары әҙерләүҙә ҡатнаша.
—Дегет ҡайнатыу өсөн серегән ҡайындарҙан туҙ йыя инек. Бесән бөткәс бәшмәк, муйыл киптереп, Икенсе Этҡол ауылының аҙыҡ етештереү пунктына тапшырҙыҡ. Беҙҙе ул ваҡытта октяб-ряттар тип йөрөттөләр һәм беҙ ошо исем менән сикһеҙ ғорурлана инек,—ти Сәлимйән ағай.—Мәктәбебеҙ тау битендәге ҡалҡыулыҡта, ҡарағайҙар араһында урынлашҡан ине. Өҫтөбөҙҙә әсәйҙәр ҡулдан эшкәртеп теккән тире тун, аяҡтарыбыҙҙа баҫҡан быйма. Тау битендә ултырған мәктәп тиҙ һыуына, беҙ өшөйбөҙ, өҫтәүенә асығабыҙ. Тик уҡыуҙы бер кем дә ташларға ашыҡманы, сөнки дәрескә йөрөгән һәр уҡыусыға көн һайын 25-шәр грамм икмәк бирелә. Ошо өлөшкә ымһынып беребеҙ ҙә мәктәптән китергә телмәне.
Икенсе Этҡолда уҡыған йылда ҡышҡыһын 12 саҡрымды көн һайын йөрөмәҫ өсөн балаларҙы ятаҡҡа урынлаштыралар.
—Ятаҡ тип әйтеү дөрөҫ тә булмаҫ,—тип дауам итә хәтирәләрен әңгәмәсем.—Ул Сәйғәфәров Төхвәт олатайҙың мал һарайының бер бүлмәһе ине. Ашаған да, йоҡлаған да, дәрес әҙерләгән дә шул бер урындыҡ булды. Көндөҙ яғылған мейес, төнгөлөккә һыуый, өшөмәҫ өсөн бер-беребеҙгә арҡаларҙы терәп ятабыҙ. Иртәгеһенә дәрестән һуң урман буйындағы түмәрҙәрҙе тәгәрәтеп алып ҡайтабыҙ. Ҡайтҡас уны ярабыҙ ҙа мейес яғабыҙ. Сей утын быҫҡып яна, ә беҙ әллә ниндәй хыялдарға бирелеп йоҡоға талабыҙ. Шундай ауырлыҡтар кисерһәк тә ҙур пландар ҡороп, маҡсат менән йәшәнек. Бер саҡ Яңы йыл байрамын үткәрҙек тә, Мырҙыйға ҡайтырға сыҡтыҡ. Юл юҡ, алмаш-тилмәш һуҡмаҡ һалабыҙ. Кемдер беренсе булып бара, бер аҙҙан уны икенсе кеше алмаштыра. Шулай ярты юлды үткәс, Оморҙаҡ исемле юлдашыбыҙ быймаһын сисеп, ҡултығы аҫтына ҡыҫтырып юлын дауам итте. Аяғының сәнкеп өшөүенә, беҙҙең ялбарыуҙарға ла ҡараманы. Шул ҡайтыуҙа дуҫыбыҙ ныҡ һыуыҡ алдырҙы һәм аяҡҡа баҫа алманы. Күрәһең, был ыҙалар уның үҙәгенә шул тиклегем үткән булғандыр инде. Бергә уҡыған йылдар беҙҙе ныҡ дуҫлаштырҙы, рухи яҡтан сыныҡтырҙы. Бер-беребеҙгә ярҙам итеү, ауырлыҡтарҙы бергә үткәреү тойғоһо ныҡ көслө булды беҙҙә. Бер-беребеҙҙе ҡаҡманыҡ, маҡсаттарҙы бергә ҡуйҙыҡ, хыялдарға ашҡындыҡ.
Уҡытыусыларҙан да уңдыҡ, ти Сәлимйән ағай. Беренсе класта уларҙы республикабыҙҙың йәмәғәт эшмәкәре, ике тиҫтәнән ашыу БАССР Министрҙар Кабинетын етәкләгән Зәкәриә Шәрәфетдин улы Аҡназаров уҡыта. Зәкәриә Шә-рәфетдин улының яңы ғына Темәс педагогия училищеһын тамамлап килгән сағы була. Кәүҙәгә тәбәнәк кенә, әммә аҙымдары шәп, етеҙ була. Мандолинала өҙҙөрөп уйнай, бейей, балаларҙы ла бейетә. Йәй көндәре ҡая таш янына йыйып ололар, балалар өсөн уйын үткәрә. Сәлимйән Ғәлләм улының донъялағы изге һөнәрҙәрҙең береһе—уҡытыусылыҡты ғүмерлеккә үҙ итеүҙә Зәкәриә Аҡназаровтың йоғонтоһо көслө була.
Сәлимйән Вәлиев Темәс педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын ошо ауыл мәктәбендә тарих һәм хеҙмәт уҡытыусыһы булып башлай. Аҙаҡ ул Бөрйән районы Аҡбулат ете йыллыҡ мәктәбендә география уҡытыусыһы, Совет Армияһында хеҙмәт иткәндән һуң Баймаҡ районының Муллаҡай урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1959 йылдан Сәлимйән Ғәлләм улының биографияһында яңы осор башлана. Оҫта ойоштороусы булыуын иҫәпкә алып, ра-йон етәкселеге уны Баймаҡ районының Һаҡмар мәктәбенә директор итеп тәғәйенләй. Артабан ул Йомаш, Темәс урта мәктәптәрендә лә директор вазифаһын башҡара. Сәлимйән Ғәлләм улының дөйөм педагогик стажы 46 йыл булһа, шуның 23 йылы етәксе вазифаһында үтә.
Сәлимйән Ғәлләм улының төп уҡытыу алымы—уҡыусыларға белемде хеҙмәт аша биреү, уларҙы коллектив хеҙмәт рухында тәрбиәләү, бәләкәйҙән ауыл хужалығы эштәренә өйрәтеү. Был алымдың ни тиклем файҙалы булыуын иҫәпкә алып, үҙе эшләгән осорҙа мәктәп янында машина-трактор паркын булдыра, хеҙмәт бригадалары ойоштора. Хеҙмәт һәм ял лагерҙары, йәшелсә-емеш үҫтереү буйынса тәжрибә участкалары булдырыла. Сығарылыш уҡыусыларына производствола эшләү өсөн путевка, ә юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн махсус квота бүленә. Һөҙөмтәлә ул етәкләгән мәктәп 1977, 1979, 1981, 1983 йылдарҙа төрлө район, республика конкурстарында еңеп сыға, ә уҡытыусының хеҙмәте “Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” маҡтаулы исемдәр менән баһалана. СССР-ҙың, Украина ССР-ы мәғариф министрлығының Почет грамотаһы, Сухомлинский исемендәге миҙал, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы тапшырыла.
Һәләтле уҡытыусы, тынғыһыҙ хеҙмәткәр Сәлимйән Ғәлләм улының тормошо бер мәктәп эше менән генә сикләнмәй. Уны беҙ әүҙем йәмәғәтсе булараҡ та яҡшы беләбеҙ. Тынғыһыҙ ветеран республикалағы ваҡиғалар, милләт, тел мәсьәләләренә, тарихыбыҙға ҡарата һис кенә лә битараф түгел. Ул оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнай. Әле унда, әле бында үткәрелгән кәңәшмәләрҙә, осрашыуҙарҙа ҡатнаша, сығыш яһай, халыҡҡа, етәк-селеккә үҙ фекерен еткерә, эш алымдары менән уртаҡлаша, белем, тәрбиә биреү системаһына ҡарата тәҡдимдәрен әйтә. Ошо маҡсат менән 2008 йылда Темәстә “Атайсал” йәмәғәт ойошмаһы булдырыла һәм Сәлимйән ағай ошо көнгә тиклем уның алыштырғыһыҙ етәксеһе. Төбәгебеҙгә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеү ошо ойошма иңендә. Тиҫтә йыл эсендә Сәлимйән Ғәлләм улы тырышлығы менән тарихи шәхестәр—Зәйнулла Рәсүлев, Әбүбәкер Хөсәйенов, мәшһүр Урал
батырыбыҙ, Темәс ауылының сәйәси золом ҡорбандарына, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы тылда эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарға арнап бихисап саралар үткәрелде. Үҙ тарихын белгән халыҡ ҡына бөйөк була. Ошоно күҙ уңында тотоп Сәлимйән ағай авторлығында халҡыбыҙҙың тарихи үткәненә, батырҙарына арналған яңынан-яңы мәҡәләләре “Башкортостан”, “Киске Өфө”, “Һаҡмар”, “Атайсал” гәзиттәрендә баҫылып тора.
“Темәс башҡорт халҡының мәккәһе”,—ти минең мәҡәләм геройы. Шуға ла ул Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын үткәреүҙе айырыуса ҙур күтәренкелек менән ҡабул итә. Хәл иткес ваҡиғалар Темәс ауылында бара. Шуныһы ҡыуаныслы: йылдар үткән һайын тарихтың яңынан-яңы биттәре асыла.
—Бер саҡ интернет киңлегендә Борис Михайлович Пескуновтың бер хәрби фотоһын күреп ҡалдым,—ти Сәлимйән Ғәлләм улы.—Оло быуын кешеләренә күрһәткәндән һуң уның Темәс ауылы янында барған ваҡиғалар менән ауаздаш булыуын асыҡланым. Сөнки тарихи сығанаҡтар буйынса 1919 йылдың 16 февралендә Башҡортостан Хөкүмә-те һәм ғәскәр башлығы етәкселәре ҡатнашлығында хәл иткес кәңәшмә уҙа. Ул Темәстә иртәнге сәғәт 10.00 башлана һәм 23.15 сәғәттә тамамлана. Был кәңәшмәлә Башҡорт дәүләтселегенең Советтар яғына күсеүе хәл ителә. Һөйләшеү өсөн Өфөгә делегация ебәрелә, аҙналар буйына унан хәбәр көтөлә, әммә яуап булмай. Шул саҡ Зәки Вәлиди йәшертен бойороҡ сығара һәм башҡорт ғәскәре ҡыҙылдар яғына күсә. Әлеге картинала нәҡ ошо ваҡиға һүрәтләнә.
Был тарихи осорҙо мәңгеләштереү өсөн ауылдың абруйлы аҡһаҡалы, мәғариф ветераны Сәлимйән Вәлиевтың инициативаһы һәм эшҡыуар Вадим Сәфәров, рәссам Марат Ғафаровтың ярҙамы менән башҡорт ғәскәрҙәре “ҡыҙыл”дарға ҡушылған урында стела ҡуйылды.
—Хәҙер беҙҙең алда Башҡорт дәүләтен төҙөүҙә ҡорбан булған 60 милләттәшебеҙҙең исемен мәңгеләштереү бурысы тора,—ти уҙаман.—Исемлеккә ингән 60 ҡәрҙәшебеҙҙең 5-6-һы ғына сит илгә китеп ҡотола, ә ҡалғандары бер ни ғәйепһеҙ золом ҡорбаны була. Беҙ үҙебеҙҙең шәхестәребеҙҙе оноторға тейеш түгелбеҙ.
Сәлимйән Ғәлләм улы ғаиләһенән, тормош иптәшенән дә уңа. Уның янында һәр ваҡыт яҡын кешеһе, ҡатыны Зөбәйлә Фәйзрахман ҡыҙы. Ул иренә таяныс та, кәңәшсе лә, ярҙамсы ла, уҡытыусы булараҡ коллега ла. Зөбәйлә апайҙың яҙмышы ла үҙе бер китап яҙырлыҡ.
—Сәлимйән ағайығыҙ халыҡтың яҙмышы, туған ерем, Башҡортостанбыҙҙың киләсәге,—тип янып йәшәй. Бының өсөн ул көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Мин уға ҡулдан килгәнсе ярҙам итәм, шатлыҡтарыбыҙ ҙа уртаҡ, һөйөнөстәребеҙ ҙә бергә,—ти Зөбәйлә апай.
Сәлимйән һәм Зөбәйлә Вәлиевтар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Өлкән улдары Альберт Сәлимйән улы Баймаҡ районы хакимиәтендә эшләй. Ҡыҙҙары Милә—фән кандидаты, ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. Кесе улдары Азат БДУ-ның Сибай институты директоры вазифаһын уңышлы үтәй, техник фәндәр кандидаты, педагогика фәндәре докторы. Килендәре Гүзәл дә фән кандидаты, ошо уҡ уҡыу йортонда республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарынан йыйылған студенттарға һабаҡ бирә.
Өлкән быуын кешеләре 7 ейән-ейәнсәренә һөйөнөп, һәр атҡан таңға ҡыуанып йәшәй. Үҙҙәренең йәшәйештәре, булмыштары менән төбәгебеҙҙең йәмәғәт эшенә ҙур өлөш индергән был парға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Пар аҡҡоштарҙай ғүмер кисергән Сәлимйән ағай менән Зөбәйлә апайға ”Мөхәббәт һәм тоғролоҡ” миҙалы бушҡа бирелмәгәндер. Был бик-бик һирәктәр өлөшөнә төшкән оло бәхет.
Читайте нас: