Ауылыбыҙҙа гармунсылар, ҡурайсылар, ҡумыҙҙа уйнаусылар бихисап ине. Уларҙың махсус белеме булманы, әммә ҡулдарына үҙ иткән музыка ҡоралдарын алып, байрам сараларында, концерттарҙа халыҡты йырлатты, бейетте, күңелдәргә дәрт өҫтәне. Араларында бер олатай ҙа бар ине. Ул башҡалар кеүек “ғәҙәти” музыка ҡоралында уйнамай, ә мандолина һәм скрипканы үҙ итте. Ауылдан ары китмәгән, музыка сәнғәтен яҡшылап аңламаған миңә, ул саҡтағы бәләкәй ҡыҙсыҡҡа, әлбиттә, олатайҙың үҙе лә, ҡулындағыһы ла, уларынан ағылған моң да сәйер булып тойола ине.
Күптән түгел, “Бәйләнештә” селтәрендә бик йәш кенә ҡыҙҙың оло ләззәт менән скрипкала уйнауын күреп ҡалдым да, берсә һоҡланып, ғәжәпләнеп тыңланым, берсә бала саҡ уйҙарыма әйләнеп ҡайттым. Ҡасандыр сәйер итеп ҡабул иткән моң нисектер әсир итте. Скрипка ҡылы тылсымлы икән дә баһа!
Йылайыр районы Яманһаҙ ауылында Зөлфирә һәм Рәсүл Ҡоҙашевтар ғаиләһендә икенсе бала булып тыуған Илзирә бала саҡтан йырларға ярата. Беренсе класҡа Сибай музыка мәктәбенә килә ул. Педагогтар ҡыҙҙың абсолют ишетеү һәләтенә һоҡлана, һығылмалы, йомшаҡ ҡулдарын да иғтибарға ала һәм скрипка класына ҡабул итә. Быға тиклем был музыка ҡоралын йәнһүрәттә генә күргән ҡыҙ киләсәктә башкөллө ошо сихри моңға сорнала һәм скрипка ҡылындағы тылсым менән башҡаларҙы ла сәнғәт донъяһына йәлеп итә.
—Илзирә, һинең өсөн скрипка нимә ул?
—Ул мине ашатыусы ла, кейендереүсе лә, илһамландырыусы ла, йыуатыусы ла. Ҡасандыр мин уны йәнһүрәттә генә күрһәм, бөгөн мин унһыҙ йәшәй алмайым.
—Тимәк, скрипкаһыҙ бер генә көн дә торғаның юҡ?
—Йәйге каникулда бер аҙ ял итеп алам, әммә бөтөнләй онотоу мөмкин түгел. Спортсылар көн дә спорт менән шөғөлләнгән һымаҡ, миңә лә көн дә камиллашырға кәрәк.
—Әсәйеңде беләбеҙ, ул ижад кешеһе, журналист та, яҙыусы ла. Ә башҡа яҡындарың кемдәр? Сәнғәт кешеләре бармы арағыҙҙа?
—Юҡ. Атайыма техника “ене” ҡағылған, ул—водитель. Апайым уҡытыусы һөнәрен һайланы. Һеңлем—медицина, ҡустым финанс колледжында уҡый. Кинйә туғаныбыҙ—мәктәптә. Мин иһә Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт институтында аспирантурала А.Шисман класында белем алам. Бер юлы эшләп тә йөрөйөм. “Башҡортостан” дәүләт концерт залында милли
симфония оркестрында уйнайым.
—Үҙаллы күренәһең. Сәйәхәт итергә яратһың, шикелле?
—Бәләкәйҙән ситкә киткәс, үҙаллы булырға тормош өйрәтте. Һағынһам да теште ҡыҫып түҙә инем. 18 йәшем тулғас та, филармонияға эшкә төшөп, үҙ-үҙемә аҡса эшләнем. Репетитор булып та йөрөнөм. Бер ҡасан да атай-әсәйҙән аҡса һорап ятманым. Тырыштым, йыйҙым, сәйәхәт иттем. Әле килеп үҙемә профессиональ скрипка һатып алдым.
—24…Балаларҙы бәләкәйҙән үҙаллы булырға өйрәтергә кәрәк, әпәүләү килешмәй ул. Һәр кем үҙ хыялын үҙе бойомға ашырһын, маҡсат ҡуйһын, тырышһын. Шул саҡта ғына тормош кәртәләре һиңә ауырлыҡ тыуҙырмаясаҡ.
—Әйткәндәй, ҡайһы илдәрҙе гиҙеп өлгөрҙөң?
—Төркиә, Сербия, Босния, Герцеговина, Македония, Черногория яҡтарында бер ай йөрөп ҡайттым. Шулай уҡ Финляндия, Швеция, Эстония, Грузия, Әзербайжан, Ғәрәп Эмиратында булдым.
—Машина хаҡына торошло скрипка алғас, Ер шарын тиерлек урап сыҡҡас, һин шәп ҡыҙыҡайһың бит! Фатирҙы ла үҙең алғанһыңдыр әле.
—Юҡ, фатирым әлегә юҡ. Уны ғаилә ҡорғас, ир менән ҡатын уртаҡ хәл итергә тейештер, тип уйлайым. Матди байлыҡҡа ҡыҙыҡмайым мин. Бәхет унда түгел бит ул. Мин, гүзәл зат булараҡ, бәхетемде үҙем ғүмер бирәсәк балала табырмын тип ышанам. Ҡатын-ҡыҙҙың бар матурлығы—шул әсә булыуҙа бит!
—Ҡалай шәп һәм аҡыллы әйттең! Башкөллө музыка донъяһында йөрөйһөңдөр тиһәм әле…
—Әлегә шунда. Скрипканан тыш, фортепианола уйнайым, интернетта блог алып барам, фитнес менән шөғөлләнәм. Оҙаҡ ҡына бейеү менән мауығып алдым. Шулай ҙа төп хыялым—ғаиләле булыу.
—Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда!
—Тос фекер йөрөткән йәштәрҙе күргән юҡ ине әле…
—Әллә, башҡаларҙан айырылмайым шикелле. Башҡорт ҡыҙҙары барыһы ла шулай ул. Мин ни ҡусты-һеңлеләремә өлгө булырға тырышам.
—Тиҫтерҙәреңә ниндәй теләктәрең бар?
—Ваҡыттарын бушҡа әрәм итмәһендәр ине. Хәҙерге йәштәр башлыса интернетта ултыра, шуның менән йәшлеген уҙғарып ебәрә. Күберәк камиллашырға, үҫергә, уҡырға, сәйәхәт итергә кәрәк. Телебеҙҙе ҡәҙерләйек, мәҙәниәтебеҙҙе ҡурсалайыҡ, башҡорт көйҙәрен яратайыҡ!