Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
9 Ноябрь 2019, 09:29

ТОРМОШОНАН ҠӘНӘҒӘТ

Күп ауырлыҡтар кисереүгә ҡарамаҫтан, тәпәшәк буйлы, ҡаҡса, аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле ҡатындың йөҙөнән сабырлыҡ, ҡәнәғәтлек бөркөлә. Донъяһы “ялт” итеп тора. Бешеренеүгә лә әүәҫ. Донъябыҙ нәҡ ана шундай көслө рухлы кешеләр менән гүзәл, күркәм шул.

Уның тыуған ауылы Ишбирҙе күптән инде бөткән ауылдар исемлегендә. Ул Баймаҡ районының хәҙерге Күсей ауылы тирәһендә урынлашҡан була. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалғас, әсәһе һәм ағаһы менән Сибай ҡалаһына күсеп килеп, берәүҙәргә өйҙәш булып инәләр. Шулай итеп, Ғәлиә Ишмөхәмәт ҡыҙы Сибайҙа буй еткерә.
Яңы 10-сы класты тамамлаған ҡыҙ һөт комбинатына аппаратсы булып эшкә урынлаша. Тырыш, зирәк Ғәлиәне белемен камиллаштырыу өсөн Туймазыға уҡырға ебәрәләр, ә практиканы баш ҡалабыҙҙа үтә. Бер-ике йыл эшләгәндән һуң, Баймаҡта уҡытыусылар етешмәй тип, Өфөлә педагогик курс үтергә тәҡдим итәләр. Бөрө ҡалаһындағы уҡытыусылар әҙерләүсе педучилищеға ла инә. Тик, ауырып китеп, унда уҡыуҙан мәхрүм ҡала. Был хәлдән һуң, бер йыллыҡ педкурс белеме булған йәш уҡытыусыны яҙмыш 1964 йылда Баймаҡ районының төпкөл ауылдарының береһе Ишейгә илтә. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Үҙе һайлаған биологияны бик ныҡ ярата. Әммә, нисек кенә булмаһын, тормош уны икенсе юлға бороп ебәрә. Тейешле имтихандарын биреп, немец теле уҡытыусыһы булып китә. 1997 йылда хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Ишей урта мәктәбе уҡыусыларына сит телде өйрәтә.
Ғүмерлек йәрен дә тап ошо ауылда осрата. Ире Салауат менән 4 ҡыҙға ғүмер бүләк итә. Үкенескә ҡаршы, йәндәй күргән йәре фани донъяларҙа юҡ инде. Ғәлиә инәй оло сабырлыҡ кисереп, һынау өсөн ебәрелгән ҡыҙы Илүзә (сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгән) менән тормошон дауам итә.
—Ҡыҙҙарымдың икәүһе хәҙер үҙҙәре өләсәй. 2 бүләм, 2 бүләсәрем бар,—тип ҡыуана ул.
Өлкән ҡыҙы Гөлдәр Иҙрис ауылында төпләнгән. Икенсеһе Розалия Себер тарафтарында Радужный ҡалаһында йәшәй. Лилиә исемлеһе Сибай ҡалаһында ғүмер итә. Уларҙың өсөһө лә педагогик белемгә эйә булып, тәрбиәсе, уҡытыусы булып эшләй.
Дин юлындағы инәйебеҙ һикһәнгә үрләһә лә тормошона бер ҙә зарланмай. Хатта, компьютерҙы өйрәнеп, интернет киңлектәрендә гиҙә. Һаман әле һыйырын да көтә. Күп ауырлыҡтар кисереүгә ҡарамаҫтан, тәпәшәк буйлы, ҡаҡса, аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле ҡатындың йөҙөнән сабырлыҡ, ҡәнәғәтлек бөркөлә. Донъяһы “ялт” итеп тора. Бешеренеүгә лә әүәҫ. Донъябыҙ нәҡ ана шундай көслө рухлы кешеләр менән гүзәл, күркәм шул.