Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
8 Ноябрь 2019, 21:58

ҠАРТАЯМЫ НИ УЛ ЙӨРӘК...

Егерме йыл буйына һыу менән ҡойоноп, скандинав атлауы менән шөғөлләнеп, хәҙер инде йүгереүгә лә тотонғас, йәш күренмәй ҡайҙа барһын!? Юҡ, эш унда ғына түгелдер! Йөрәктең йәш булыуы, дәрт һүнмәүе лә мөһим.Ишбирҙе ауылынан Мөнирә Ғайсина инәй тураһында «АТАЙСАЛ» гәзите сайтында уҡығыҙ

Тәү ҡарауға уҡ һомғол кәүҙәһе, һылыу йөҙө менән үҙенә йәлеп итте ул. Етмеш бишкә аяҡ баҫып килеүе хаҡында әйткәс, ышанмайыраҡ та торҙом. Егерме йыл буйына һыу менән ҡойоноп, скандинав атлауы менән шөғөлләнеп, хәҙер инде йүгереүгә лә тотонғас, йәш күренмәй ҡайҙа барһын!? Юҡ, эш унда ғына түгелдер! Йөрәктең йәш булыуы, дәрт һүнмәүе лә мөһим.
Кем тураһында икән тип уйлайһығыҙҙыр? Һүҙем Мөнирә Сафа ҡыҙы Ғайсина хаҡында булыр. Баймаҡ районының Ишбирҙе урта мәктәбендә 38 йыл уҡытыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ул. 23 йыл инде ауылдағы “Хәтирә” ансамбле менән етәкселек итә.
—Ансамбль ойошторолғас, оло ағай-апайҙар ҙа бар ине унда. Бер һүҙҙән “Хәтирә”не миңә алып барыу бурысын йөкмәттеләр. Хәҙер йәштәргә тапшырғым килә был вазифаны. Ни өсөн тигәндә, улар сосораҡ. Беҙ бигерәк әҙәпле, ипле, яй инек. Бөгөнгө ҡатын-ҡыҙҙарға күҙ һалһаң, улар әрһеҙ, етеҙ, үткен. Мәғлүмәтте лә тиҙ генә үҙләштерә һалалар. Йәнә шуны әйтер инем: ауылда һәр кем йәшәй алмай. Тырыш, елкә яғы ҡалын булғандарҙы ғына үҙ итә ул. Бында тормош көтөү—үҙенә күрә бер батырлыҡ,—ти ул.
Олоһона ла, кесеһенә лә өлгө булған Мөнирә Сафа ҡыҙы заман менән бергә атлай, сәләмәт тормош яҡлы. Уларҙың ғаилә традициялары ла
ошо юҫыҡҡа ғына ҡоролған тиерһең. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән йыл да “Зарница” уйыны ойошторалар. Йылдың һәр миҙгелендә тәбиғәткә сығалар, уны сүп-сарҙан таҙарталар.