АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
18 Октябрь 2019, 14:06

ТИМУР РАМАҘАНОВ: «СӘНҒӘТКӘ ЮЛ «СУҠ МУЙЫЛ»ДАН БАШЛАНДЫ

Башҡорттарҙың үтә лә моңло, йыр яратыусан халыҡ булыуын иҫбатлап тороу кәрәкмәйҙер. Шулай булмаһа, быуаттан быуатҡа шул ҡәҙәрем халыҡ ижады өлгөләре килеп етмәҫ ине. Халыҡ йырҙарының ҡайһыныһын ғына алмайыҡ, барыһы ла күңел төпкөлөнән сыға ла йөрәктәргә барып етә. Бөгөн сәхнәгә үрләүселәр бик күп. Әммә эстрада йырҙары менән бер рәттән ана шул халыҡ ынйыларын берҙәй күргәндәр, уның ҡәҙерен белгәндәр генә ысын мәғәнәһендә тамашасы һөйөүен яулай. Яҡташыбыҙ Тимур Рамаҙанов тап шундайҙар рәтендә. Йәш, моңло егет сығышы менән Баймаҡ районы Басай ауылынан. Әлеге көндә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Ул нисек сәнғәт донъяһына килеп юлыҡҡан? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Тимур үҙе асыҡлыҡ индерә.

Башҡорттарҙың үтә лә моңло, йыр яратыусан халыҡ булыуын иҫбатлап тороу кәрәкмәйҙер. Шулай булмаһа, быуаттан быуатҡа шул ҡәҙәрем халыҡ ижады өлгөләре килеп етмәҫ ине. Халыҡ йырҙарының ҡайһыныһын ғына алмайыҡ, барыһы ла күңел төпкөлөнән сыға ла йөрәктәргә барып етә. Бөгөн сәхнәгә үрләүселәр бик күп. Әммә эстрада йырҙары менән бер рәттән ана шул халыҡ ынйыларын берҙәй күргәндәр, уның ҡәҙерен белгәндәр генә ысын мәғәнәһендә тамашасы һөйөүен яулай. Яҡташыбыҙ Тимур Рамаҙанов тап шундайҙар рәтендә.
Йәш, моңло егет сығышы менән Баймаҡ районы Басай ауылынан. Әлеге көндә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Ул нисек сәнғәт донъяһына килеп юлыҡҡан? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Тимур үҙе асыҡлыҡ индерә.
—Тимур, һин ниндәй ғаиләлә тәрбиәләндең?
—Мин ябай ғына ауыл ғаиләһендә буй еткерҙем. Әсәйем—мәктәптә ашнаҡсы, ә атайым бар ауыл халҡына хас булғансы мал менән булыша, һөнәре буйынса мал табибы. Улар беҙгә, өс балаға, ғүмер биргән. Апайым табип һөнәрен һайланы, әле ул Мәскәүҙә эшләй. Мин уртансы бала. Йәнә Фәһим исемле ҡустым бар, уға 11 йәш.
—Тимәк, ғаиләгеҙҙә сәнғәт кешеләре юҡ?
—Fаиләлә юҡ, әммә тоҡомобоҙҙа йыр-моңға ғашиҡтар бар. Ул да булһа Яҡуп олатайым (ҡартатай, диалект). Ул үҙе сәхнәне һайламаһа ла, бер туған ағаһы Кәрим Дияровтың ижады менән таныштыра барҙы. Билдәле булыуынса, Кәрим олатай оҫта ҡурайсы, педагог, халыҡ ижадын туплап, “Сал Урал моңдары” китабын әҙерләп сығарыусы. Яҡуп олатайым ағаһы менән шул тиклем ғорурланғандыр инде, бәлки минең дә уның кеүек ҡурайсы булыуымды теләгәндер.
—Йырсы булыу хыялың инеме?
—Хыялым булмаһа ла, ипләп кенә Яҡуп олатайым шул йүнәлештә юл һала барған. Һиҙмәй ҙә ҡалғанмын, шул тарафтан китеп барҙым. Иң тәүҙә 4 йәштә сәхнәгә сыҡтым. Ҡыш бабайҙан бүләк алырға теләгәнемде белгәс, олатайым “Суҡ муйыл”ды өйрәтте. Шуны йырлап, уйынсыҡ машина алып ҡыуандым. Сәхнәгә гел олатайым әҙерләне. 6-сы класта уҡығанда “Ирәндек моңдары”нда ҡатнаштым. Унан мине F.Әлмөхәмәтов исемендәге интернат-гимназияға уҡырға саҡырҙылар. Шулай итеп, Өфөгә һәм сәнғәт юлына барып юлыҡтым. Олатайым минең “Гөлсәр һандуғас” телевизион конкурста ҡатнашыуымды бик теләне, матди ярҙам күрһәтте. Тик зәңгәр экрандар аша күреп өлгөрмәне. Ул мәрхүм булып, ике көн үткәс, йырым эфирға сыҡты. Бик үкенесле булды инде…
—Ниндәй конкурстарҙа ҡатнаштығыҙ? Ҡайһы сит тарафтарҙа булдығыҙ?
—“Ирәндек моңдары”, “Оҙон көй”, “Дуҫлыҡ моңо”, “Урал моңо”, Хакасияла үткәрелгән “Ут йыры”, Улан-Удэла, Ҡаҙағстанда һәм башҡа тарафтарҙа үҙемде һынап ҡараным. Башлыса беренсе, икенсе урын алдым.
—Донъя, Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа күреп-ишетеп йөрөйһөгөҙҙөр, моғайын. Башҡорт йырына еткән моң бармы?
—Ысынын ғына әйткәндә, башҡорт халыҡ йырына еткән моң юҡтыр ул. Сит илдән килгән опера йырсылары ла апты-рап, ғәжәпләнеп тыңлай бит.
—Эстрада йырсыһы булһағыҙ ҙа, төрлө конкурсҡа халыҡ йырҙарын алып сығыуығыҙ билдәле. Һеҙгә ниндәй халыҡ йыры ауыр бирелә?
—Эйе, халыҡ йырҙарын да берҙәй башҡарам. Әйтәйек, Ҡаҙағстанда донъя кимәлендә үткән ярышҡа башҡорт халыҡ йыры “Азамат”ты алып барҙым. Унда сәхнәлә ҙур экранда «3 D» форматында Башҡортостан тәбиғәте һынландырылды. Барыһы ла “аһ” итте. Бик ныҡ әҙерләнгәйнек. Беренсе урын яулап ҡайттым. Әлбиттә, башҡорт халыҡ йырын башҡарыу ҙур яуаплылыҡ, ныҡлы әҙерлек талап итә. Мин өсөнсө йыл “Урал”ды өйрәнәм. Уны сәхнәгә әле сығарырға әҙер түгелмен.
—Эстрада йырҙарынан ниндәйҙәренә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
—Күп йырҙарым ҡатын-ҡыҙҙарға бағышлана, мөхәббәтте данлай, тыуған ергә һөйөү менән һуғарылған. Композиторҙарҙан Р.Хәсәнов, С.Низаметдинов, З.Нагаева йырҙарына өҫтөнлөк бирәм. Ҡайһы бер шиғырҙарға үҙем дә көй яҙам. Мәҫәлән, “Йәшәйбеҙ”, “Тыуған ерҙең тауышы”, “Күңелемдә яҙ”, “Атай-әсәй”.
—Сәнғәт юлынан киткәнгә үкенгәнегеҙ булманымы? Башҡа өлкәлә эшләй алыр инегеҙме икән?
—Юҡ, үкенмәйем. Эшкә, һөнәреңә күңел ятмаһа, моғайын ул китек булыр ине. Шөкөр, мин үҙ эшемде яратып башҡарам .
—Һеҙҙеңсә, ир-егет ниндәй булырға тейеш?
—Уның бер һүҙле, маҡсатлы булыуы мөһим. Әйткән икән, мотлаҡ уны үтәргә тейеш. Йәнә ғаиләһен яратырға, уны хәстәрләргә бурыслы. Алама ғәҙәттәрҙән ары торорға кәрәк. Мин үҙем сәләмәт тормош яҡлы, спортты үҙ итәм, фитнес-клубҡа, бассейнға йөрөйөм, йүгерәм.
—Fаиләгеҙ хаҡында бер кәлимә һүҙ әйтһәгеҙ?
—Ҡатыным Баймаҡ районы Темәс ауылынан. Ике ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Алтынай ҡыҙыбыҙ беренсе класта уҡый, Айсулпанға ни бары 1 генә йәш.
—Ишетеүебеҙсә, яңғыҙ концерт менән Сибай, Баймаҡ тарафына йыйынаһығыҙ? Тулҡынландырамы?
—Тулҡынланыу бар, әлбиттә. Төрлө конкурстар алдынан ныҡ хафаланып, борсолоп ауырып киткән саҡтар ҙа була торғайны. Эйе, әле яңғыҙ концерт программаһы менән тыуған яҡтарға ҡайтам. 22 октябрь Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылында булабыҙ, унан Темәстә, 24-е—Сибайҙа, 25-е—Баймаҡта, унан Күсәйҙә, Әбделкәримдә тамашасыларымды йыйырға ине. Мәскәүҙән генә түгел, сит илдән ҡеүәтле, заманса аппаратураға заказ бирелгән. Концерт “Йәшәйбеҙ” тип атала. Унда минән тыш, йәш йырсы Сабина Кучаева, бейеүселәр, скрипкасы Разана Аҡтаева сығыш яһаясаҡ. Тамашаны Эльмира Юлдашбаева һәм Фәрхәт Fәйнетдинов алып барасаҡ. Рәхим итегеҙ!
Резеда Усманова әңгәмәләште.