Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
14 Октябрь 2019, 15:43

«СӘЙ ЭСКӘНДӘ ЛӘ КИТАП УҠЫЙЫМ»

«СӘЙ ЭСКӘНДӘ ЛӘ КИТАП УҠЫЙЫМ»Баймаҡ районы Билал ауылының китапханаһында әленән-әле төрлө кисәләр, байрамдар менән бер рәттән аҙналыҡтар ҙа ойошторола. Беҙ барғанда “Башҡорт китабы аҙналығы”ның гөрләп үткән мәле ине. Унда “Иң күп китап уҡыусы” булып Нурмөхәмәт Шәмсетдинов табылған.

Баймаҡ районы Билал ауылының китапханаһында әленән-әле төрлө кисәләр, байрамдар менән бер рәттән аҙналыҡтар ҙа ойошторола. Беҙ барғанда “Башҡорт китабы аҙналығы”ның гөрләп үткән мәле ине. Унда “Иң күп китап уҡыусы” булып Нурмөхәмәт Шәмсетдинов табылған. Кисә аҙағында уның менән осрашып әңгәмә ҡорҙоҡ.
—Уҡытыусым Луиза Ғариф ҡыҙы Исмәғилева китапҡа һөйөү уятты. Бигерәк тә русса уҡырға яраттым. 1957 йылда әрмегә хеҙмәт итергә барғанымда башҡорт ауылынан килеп рус телен бик яҡшы белгәнемә аптыранылар. Китаптарҙы яҡшы, насарға айырмайым, барыһын да уҡыйым. Элек сәй эскән мәлдә лә айырыла алмай уҡып ултыра торғайным.
Эйе, китап ене ҡағылған Нурмөхәмәт олатайға. Бер йыл элек күҙенә операция эшләткәс, кесе
улы Иҙелдең: “Күҙеңдән яҙаһың бит”,—тип тыйыуына ҡарамаҫтан, китапханаға йөрөүен туҡтатмай. Хатта күрше ауылдарҙыҡына яңыларын эҙләп барып етә. Күңелең һорағанды аҡыл менән генә туҡтатып булмай,
күрәһең! Китап уҡыуға булған “ауырыуы”ошо уҡ ауылда йәшәүсе өлкән улы Фәнилгә лә күскән, тиҙәр.
Нурмөхәмәт олатай колхоздарҙың гөрләп торған дәүерендә төрлө эштәрҙә эшләгән. Балта оҫтаһы бер көн аңғармаҫтан ҡулын яралай, шул сәбәпле инвалидлыҡ ала һәм иртәрәк хаҡлы ялға китергә мәжбүр була.
—Тормош берәүгә лә еңел бирелмәй. Йыбанмаһаң, тырышһаң барыһына ла өлгөрөргә мөмкин. Елкәң йоҡа булһа, эшкә илке-халҡы ҡараһаң, тормошоң да алға бармай. Эштең ояты юҡ. Уны яратһаң—ул да һине ярата. Балта оҫтаһы булып эшләгән осорҙа өйҙәрҙе күп бураным, ял тигән нәмәне күрмәнем. Үҙ өйөмдө һалған саҡта инфаркт алып, Өфөлә ятып сығып ҡына үҙ хәлемә кире ҡайта алдым. Шулай ҙа бирешергә теләмәйем,—ти ул.
Үҙ ғүмерендә аслығын да, яланғаслығын да күргән Нурмөхәмәт олатай быйыл 85 йәшен тултырған. Ошо йәшкә етһә лә, уның 62 йыл элек әрмелә хеҙмәт иткән саҡтарындағы командирҙарының, хеҙмәттәштәренең исем-фамилияларын иҫендә тотоуы һоҡланыу уята.
15 йылдан ашыу элек хәләл ефетен юғалтҡан олатай бөгөн 3 ул һәм 2 ҡыҙының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына шатланып ғүмер кисерә. Мәҫәлән, Ростов өлкәһендә йәшәүсе улының ҡыҙы Светлана хоккей буйынса Рәсәй чемпионы булып танылған. Киләсәктә лә Нурмөхәмәт олатайҙың балалары өсөн ғорурланып, ҡыуанып, уларҙың ихтирамын тойоп имен-һау йәшәүен теләйбеҙ.
Ә инде уның китапҡа булған һөйөүе—йәштәргә оло үрнәк!
Читайте нас: