Сибай ҡалаһында тыуып үҫеп, ошонда уҡ эшләп йөрөүсе Земфираны Баймаҡ районы Өмөтбай ауылы егете Әдиф менән таныштырып һис яңылышмағандар. Быйыл көҙҙөң йәмле көндәрендә улар алтын туйҙарын, йәғни 50 йыл бергә йәшәүҙәрен билдәләй. Зәйнуллиндар бөгөн Өмөтбай ауылының иң матур ғаиләләренең береһе.
Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлап, ветеринар һөнәре алып сыҡҡан Әдиф Кәшиф улы яратҡан һөнәренә 35 йыл ғүмерен бирһә, Земфира Камил ҡыҙы 16 йыл буйына мәктәптә уҡыусыларҙы тәмле ризыҡтары менән һыйлаусы ашнаҡсы булып эшләгән. Ғаилә башлығы элекке “Һәүәнәк” (хәҙерге “Күгиҙел”) совхозы бүлексәләрендә аҫралған 1200 баш малға ғына түгел, ауыл халҡының малына ла һәр саҡ ярҙам күрһәтә. Күңеле ятҡан һөнәре өсөн ул ваҡытын йәлләмәй.
Зәйнуллиндар Өмөтбайҙың тау үренә ҡарай һуҙылған “Татарҙар урамы”нда ғүмер кисерә. Ни өсөн урамға шундай атама бирелгәнме? Эйе, беҙ ҙә ҡыҙыҡһындыҡ һәм һораштыҡ. Баҡтиһәң, Ҡасандыр Туймазы
яғына барған Әбйәлил кешеһе Урал аръяғы райондарында ерҙең иркен булыуы хаҡында бәйән итә. Күп тә уйлап тормай, 1936 йылда Кәшиф Зәйнуллин үҙенең һәм тағы ла бер туғанының ғаиләһе менән барлыҡ мөлкәттәрен тейәп, поезда юлға сыға. Магнит тимер юл вокзалына килеп еткәс, артабан йәйәүләп, 1937 йылдың декабрендә Өмөтбайға килеп төшәләр. Уларҙың килеүҙәрен алдан белеп, көтөп торған ауыл халҡы үҙҙәренә өйҙәш итеп индереп ала. Яйлап йорттар төҙөп, үҙ аллы йәшәй башлағас, был урамға “Татарҙар урамы” исеме бирелә.
Земфира һәм Әдиф Зәйнуллиндар ике балаға—Әлфиәгә, Илдусҡа ғүмер бүләк итә. Хәҙерге көндә 2 ейән, 4 ейәнсәрҙәре өсөн шатланып бөтә алмайҙар. Балаларының икеһе лә педагогия өлкәһенән һөнәр һайлаған. Әлфиә Сибай ҡалаһының “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләһә, Илдус—Баймаҡ районының мәғариф бүлеге начальнигы. Уларҙың бәхетле, матур тормошта йәшәүҙәре Зәйнуллиндар өсөн иң ҙур бәхет.
Тик ултырырға яратмаған ололар мал да, ҡош-ҡортон да тоталар. “Йәшәү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған, тик һаулыҡ яғы ғына самалы”,—ти улар бошоноп. Шулай ҙа бирешмәйҙәр. Земфира апай ауылда “Ағинәйҙәр” түңәрәгенә йөрөп, үҙе белгән ҡул эштәрен ауылдаштарына ла өйрәтә. Бала
кеүек бағып гөлдәр үҫтерә. Өйҙәренең эсендә таҙалыҡ, бөхтәлек хөкөм һөрә. Әдиф
ағай ҙа ҡулынан килгәндең барыһын да эшләргә тырыша. Уларға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле оҙон
ғүмер насип булһ ын. Йәшәүгә булған көс-дәрттәре һүнмәһен, һүрелмәһен!