АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
2 Октябрь 2019, 16:30

ҺӘР САҠ БЕРГӘ

Баймаҡ районында кес кенә Яңғаҙы тигән ауыл барлығын күптәр белеп тә бөтмәйҙер, бәлки. Унда 25-ләгән генә өйҙә эшһөйәр, ауылдың киләсәге өсөн бор-солған, уны һаҡлап ҡалырға тырышҡан кешеләр йәшәй. Быйыл инде нисәмә йыл эшләмәй торған клубты ла ысын яһау итеп тергеҙеп ҡуйҙы бит улар. 100 йыл элек төҙөлгән мәсеттәрен дә, ауыл зыяратын да тәртиптә тоталар.Ауылдың иң ҙур ғорурлығы иһә йәштәргә өлгө булып торған ололар. Улар араһында күңелдәре менән йәш булып ҡала белгән, дәртле, уңған Хәлит һәм Зәүрә Теүәлбаевтар бар.

Баймаҡ районында кес кенә Яңғаҙы тигән ауыл барлығын күптәр белеп тә бөтмәйҙер, бәлки. Унда 25-ләгән генә өйҙә эшһөйәр, ауылдың киләсәге өсөн бор-солған, уны һаҡлап ҡалырға тырышҡан кешеләр йәшәй. Быйыл инде нисәмә йыл эшләмәй торған клубты ла ысын яһау итеп тергеҙеп ҡуйҙы бит улар. 100 йыл элек төҙөлгән мәсеттәрен дә, ауыл зыяратын да тәртиптә тоталар.
Ауылдың иң ҙур ғорурлығы иһә йәштәргә өлгө булып торған ололар. Улар араһында күңелдәре менән йәш булып ҡала белгән, дәртле, уңған Хәлит һәм Зәүрә Теүәлбаевтар бар. Һуғыш осоро балалары булараҡ, улар тормоштоң бар ауырлыҡтарын, михнәттәрен үҙ иңдәрендә татып, сынығып үҫкән. Шуғалырмы, бер ауырлыҡтан да ҡурҡмайынса, үҙ ваҡытында өйөн дә һалып инәләр, балаларын да үҫтерәләр. Уларға килгән һәр кеше “Ожмахта йәшәп ятаһығыҙ бит”,—тиҙәр ишек алдындағы йәшел сирәмле, гөл-сәскәле, ҡайын, алма ағастарының гүзәллегенә һоҡланыуҙарын белдереп. Ысынлап та, йәш саҡтағы сәмдәрен юғалтмай, икәүһе генә йәшәүгә ҡарамаҫтан, донъяларын бөхтә тоталар. Инде 83-сө йәше менән барыусы Хәлит Сәлмән улы өр-яңы “тимер ат”ты ла ауыҙлыҡланы. Юҡҡамы ни ул водитель һөнәрен һайлаған! Атанан күргән—уҡ юнған, тигән кеүек, улдары—Илдус, Эрнст, Вәхит тә был һөнәрҙе үҙ иткән. Ҡыҙҙары Рәсимә менән Миңзифа ла әсәләре кеүек бар яҡтан килгән. Зәүрә Миңлеғәле ҡыҙы ҡыҙҙары өсөн генә түгел, килендәре өсөн дә үрнәк. Аш-һыу бешерергә, йорт-ҡураны таҙа, йыйнаҡ тоторға, юҡты бар итергә, булғанды тәләфләмәҫкә өйрәтә.
Аллаһы Тәғәлә лә кешеләрҙе белмәй ҡауыштырмай бит. Бер-береһенә тап ҡына килеп торғанға ла, улар бына инде 55 йыл иңгә-иң терәп, татыу, матур ғүмер кисерә. Донъяға яралтып, олоғайған көнөңдә шул
балаларыңдың игелек-изгелектәрен күреп йәшәүҙән дә оло бәхет бармы икән
ул? Биш балаларының дүртәүһе хәҙерге көндә имен-һау, үҙ ғаиләләрен булдырып, төрлө тарафта төпләнгән. 13 ейән-ейәнсәргә, 1 бүләгә ҡартатай, ҡартәсәй (өләсәй) булып, барлыҡта, муллыҡта ғүмер итәләр.
Теүәлбаевтарҙы илгиҙәрҙәр тип тә әйтергә була. Йәш саҡтарында туйға, ҡунаҡҡа тип Башҡортостанды арҡырыға, буйға йөрөп сығып, Себер тарафтарына барып етһәләр, олоғайған мәлдәрендә ике тапҡыр—йәй һәм ҡыш Италияға барып ҡайттылар. Әлеге мәлдә йыл әйләнәһенә ял йортона барып һаулыҡтарын нығытып торалар. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла балаларының хәстәрләүҙәре арҡаһында. Артабан да ғүмер йылдары ҡайғы-хәсрәтһеҙ, ауырыу-һыҙланыуһыҙ үтһен, бәхетле ҡартлыҡ юлдаш булһын.
Нәжиә Низамова.