Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
2 Октябрь 2019, 16:59

Архитектура ҡомартҡыһын әүәләгән

Яңыраҡ Сибай ҡалаһында йәшәүсе Илһам Кирам улы Халиҡовҡа 90 йәш тулды. Ошо ыңғайҙан уға Рәсәй Президентынан ҡотлау хаты килде.

Яңыраҡ Сибай ҡалаһында йәшәүсе Илһам Кирам улы Халиҡовҡа 90 йәш тулды. Ошо ыңғайҙан уға Рәсәй Президентынан ҡотлау хаты килде.
Илһам Кирам улы Баймаҡ районының Басай ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын 1943 йылда Сибай руднигында торф ҡырҡыусы булып башлаған. Ул ваҡытта шундай һөнәр булған. Сибай ҡасабаһында берҙән-бер электр подстанцияһы торф яғыулығы менән эшләгән. Яғыулыҡты Иҫке Сибай, Моҡас ауылдары эргәһендәге һаҙлыҡтарҙан әҙерләгәндәр. Артабан 1950 йылда Илһамды Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатының капиталь төҙөлөш бүлегенә балта оҫтаһы итеп күсерәләр. Комбинатта социаль инфраструктура, башҡа объекттар төҙөлә башлағас, уны лепчик (әүәләүсе) итеп тәғәйенләйҙәр. Был һөнәргә Илһам төбәктә беренселәрҙән булып эйә була. Комбинатта мәҙәниәт һарайы төҙөлә башлағас, ул бөтә булған әүәләп (лепнина) яһалған әйберҙәрҙе матурлап эшләп сыға. Әйтергә кәрәк,
элекке Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт һарайындағы, йәғни Сибай филармонияһындағы биҙәкләп эшләнгән матурлыҡ Илһам Кирам улының оҫта ҡулдары менән яһалған булған. Был ҙур объект 1957 йылда сафҡа ингәс, әүәләүсе кире төҙөлөш-ремонт цехына балта оҫтаһы итеп күсерелә. Бында ул 1989 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй. Күп кенә социалистик ярыштар еңеүсеһе булараҡ күп тапҡыр премия һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Шулай уҡ 1985 йылда «Хеҙмәт ветераны» һәм Бөйөк Еңеү айҡанлы юбилейы миҙалдары менән бүләкләнгән.
Тормош юлында Илһам Кирам улы Моҡас ауылы ҡыҙы Вазифаны осрата һәм йәштәр өйләнешеп, Стадионлы тыҡрығында өй төҙөй. Халиҡовтар бер ул һәм дүрт ҡыҙҙы аяҡҡа баҫтыра.
Баш балалары Илдар атаһы кеүек төҙөлөш-ремонт цехында балта оҫтаһы булып эшләй башлай.
Таңһылыуҙары Сибай медицина училищеһын бөткәс, Миндәк ҡасабаһына фельдшер итеп йүнәлтелә һәм шунда кейәүгә сығып ҡала. Рәмзиә менән Рәсимә Магнитогорск кулинар училищеһын тамамлай. Рәмзиә Сибайҙа билдәле кондитер, тәмле итеп торттар бешерә. Рәсимә ашнаҡсы, шунан һатыусы һөнәренә тоғро булды. Гүзәлдәре Сибай төҙөлөш-монтаж идаралығында крансы булып эшләне. Ҡыҙғанысҡа күрә, әлеге ваҡытта ҡатыны Вазифа апай менән Гүзәл ҡыҙы вафат.
Илһам Кирам улы йәш сағынан йыр-моңға ғашиҡ. Уның беренсе музыка ҡоралы—үҙе эшләгән мандолина. Тәүәккәлләп унда уйнарға өйрәнгәс, тальян гармун телдәрен баҫа. Гармунсы төрлө мәжлестәрҙә кешеләрҙе йырлатып, бейетеп йөрөй.
Илһам ағай шулай уҡ ҡул эштәренә лә оҫта була. Ул эшләгән өҫтәл, ултырғыстар һаман да өйҙәре түрен биҙәй. Олоғайған көнөндә И.Халиҡов улы Илдар менән йәшәй. Өлкән йәштә булғас, ул тиклем йөрөй алмай, өй янынан ары китмәй. Ҡыҙҙары Рәмзиә, Рәсимә, кейәүҙәре Радик ҡәҙерлеләренә йыш килә, хәлен белешә, ярҙам итә.
Айрат Йыһаншин.