Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
1 Октябрь 2019, 13:09

"Ҡурай мине кеше итте"

Бар ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлаған Кинйәғол Хәйбулла улы Ғайсиндың бала саҡ хыялы тормошҡа аша. 37 йылдан ашыу хеҙмәт юлын ул уҡытыусы ла, мәғариф бүлеге хеҙмәткәре лә, мәктәп директоры ла булараҡ уҙа.

Бар ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлаған Кинйәғол Хәйбулла улы Ғайсиндың бала саҡ хыялы тормошҡа аша. 37 йылдан ашыу хеҙмәт юлын ул уҡытыусы ла, мәғариф бүлеге хеҙмәткәре лә, мәктәп директоры ла булараҡ уҙа.
Ул Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында донъяға килгән. Уға өс йәш тигәндә Бөйөк Ватан һуғышы башланып киткән.
--Өлкән Әхмәтша ағайым 17 йәшендә фронтҡа алынып, имен-һау әйләнеп ҡайтты. Ғәйшә апайым, Мөхәмәтша, Дәүләтша ағайҙарым да Бөйөк Ватан һуғышының ауырлығын үҙ иңендә татыны. Мин тыуғас та атайым Кинйәғол тип исем ҡушҡан, әммә миңә кинйә булып иркәләнергә тура килмәне. Ике йылдан Һәҙиә һеңлем донъяға килде,--тип һөйләй 6 балалы ишле ғаиләләре хаҡында уҙаман.
К.Ғайсин 1-се Этҡол мәктәбендә урта белем алғас Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика бүлегенә уҡырға ингән. Һуңғы курста егетте Баймаҡ мәктәп-интернатына практикаға ебәрәләр, унан эшкә лә шунда тороп ҡала. Мәктәп-интернат Ғайсиндарҙың тормошонда ҙур роль уйнай. Кинйәғол Хәйбулла улы бында хеҙмәт юлын башлап ҡына ҡалмай, хәләл ефете Ғәрифә Мораҙым ҡыҙы менән таныша. Өйләнешкәс, бер-бер артлы өс балалары донъяға килә.
Баймаҡ лицей-интернатында 9 йыл эшләгәндән һуң улар Сибайға күсә. Ҡаланың 8-се мәктәбендә балалар уҡыта, мәғариф бүлегендә инспектор булып эшләй. Унан йәштәрҙең киске мәктәбенә директор итеп ҡуялар. 1984 йылдан 1998 йылға тиклем Сибай мәктәп-интернатын етәкләй.
Интернат менән етәкселек иткәндә балаларға уңайлы шарттар булдырыу тәүге урында тора. Кинйәғол Ғайсин тырышлығы менән уҙған быуаттың 90-сы йылдарында мәктәп-интернатына гимназия статусы яулана.
Ә йыр-моңға килгәндә улар уның ғүмерлек юлдашы.
--10 йәшемдә күрше Сыңғыҙ ауылы клубында башҡорт халыҡ йыры “Буранбай”ҙы йырланым. Халыҡтың ихлас алҡышлауы хәтерҙә ҡалған. Тора-бара ҡурайҙа уйнарға өйрәндем. Ғөмүмән, ҡурай мине кеше итте. Эшләгән урынымда һәр ваҡыт ҡурай түңәрәге алып барҙым. Уҡыусыларым күңелендә моң орлоғо һалғанмындыр инде, араларында бихисап малайҙар сәнғәт училищеларында белем алды,--тип ҡыуана Кинйәғол Хәйбулла улы.--Әле лә төрлө бәйгеләргә сығып торам. 2009 йылда Туймазы ҡалаһында үткән “Оҙон көй” конкурсында III урын яулап, лауреат булдым. И. Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы үткән бәйгелә “Олатайҙар ҡомартҡыһын һаҡлаусы” номинацияһы дипломанты булып танылдым.
Ғайсиндарҙың балалары Зөфәр, Гөлсинә, Сулпан тормошта үҙ юлдарын тапҡан. Улдары Өфө авиация университетын тамамлап, Ил-76 хәрби һауа транспорт самолетында борт инженеры булып хеҙмәт юлын үткән. Иваново ҡалаһында төпләнгән, әле ғаиләһе менән шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Өлкән ҡыҙҙары Гөлсинә лә ағаһы уҡыған уҡыу йортонда инженер-механик һөнәрен алып сыға. Кинйәләре Сулпан иһә Сибай үҙәк ҡала дауаханаһында терапевт булып эшләй. Ҡартатай-өләсәйҙәрен ейәндәре Артур, Вадим, ейәнсәре Нурия уңыштары менән һөйөндөрә.
Кинйәғол Хәйбулла улы бөгөн дә тик ултырмай. Һигеҙенсе тиҫтәгә аяҡ баҫыуына ҡарамаҫтан, ҡатыны менән ҡура тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Үҙе эшләп киткән Сибай гимназия-интернатының йыш ҡунағы ул. Ҡурайын ала ла йәш быуын менән осрашыуға ашҡынып бара.