Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
21 Сентябрь 2019, 09:43

АГРОНОМДАН ҠУРАЙСЫҒА ӘҮЕРЕЛГӘН

Көнө-төнө баҫыуҙа йөрөгән агроном, яңғыҙы ғына тәбиғәт ҡосағында ҡалыуын шәйләп, иркен итеп һулыш алды. Һабантурғай моңон тыңланы. Иген сәскәндә трактор тауышына ҡушылып йырлап ебәрә һәм уның бәрхәт тауышы тау-яландарға ишетелә, тирә-йүнгә ауаз булып яңғырай. Туҡ башаҡтарын елдә еңелсә һелкетеп, моң менән үҫтерелгән, тулҡынланып ултырған игендәргә һоҡланып ҡарап торҙо ла Сабирйән ҡуйынынан ҡурайын сығарып, ҡыуанысынан ғыжлатып уйнап ебәрҙе.

Көнө-төнө баҫыуҙа йөрөгән агроном, яңғыҙы ғына тәбиғәт ҡосағында ҡалыуын шәйләп, иркен итеп һулыш алды. Һабантурғай моңон тыңланы. Иген сәскәндә трактор тауышына ҡушылып йырлап ебәрә һәм уның бәрхәт тауышы тау-яландарға ишетелә, тирә-йүнгә ауаз булып яңғырай. Туҡ башаҡтарын елдә еңелсә һелкетеп, моң менән үҫтерелгән, тулҡынланып ултырған игендәргә һоҡланып ҡарап торҙо ла Сабирйән ҡуйынынан ҡурайын сығарып, ҡыуанысынан ғыжлатып уйнап ебәрҙе.
Эйе, 1949 йылдың 20 сентябрендә Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған Сабирйән Байназаровтың күңеле тулы халҡым моңдары, йөрәгендә киң яландай хеҙмәт хәстәре урын биләгән. Ул—ялан улы, хеҙмәт батыры, сәнғәт кешеһе. Атанан күргән—уҡ юнған, тигәндәй, атаһы Йәрмөхәмәт кеүек, хеҙмәтте яратып, башҡорт халыҡ ижадына сикһеҙ ғашиҡ булып үҫә ул. Тик уға ун бер йәш тулғанда атаһы, илле ете йәшендә, яҡты донъя менән бәхилләшә.
Әсәһе Хәнифә халыҡ йырҙарын күп белгән, Сабирйәнгә "Таштуғай", "Бейеш"тең тарихын һөйләп, йырҙарҙы ипләп кенә көйләп өйрәткән. Совет осоро балалары мәктәптә интернациональ йырҙарҙы йырлай, шуға күрә лә Сабирйән оҙон көйҙәрҙе өйҙә генә көйләп-йырлап йөрөй. "Мөғлифә"—уның ҡурайҙа сығарған беренсе көйө. Мәжлестәрҙә ҡунаҡтарҙы шул көйгә бейетеүен хәтерләй ул.
Сабирйән Байназаровтың хеҙмәт юлы мәғлүмәттәргә бай. Башланғыс белемде Күсейҙә, урта белемде Түбә урта мәктәбендә ала. 1962-1968 йылдарҙа Күсей бүлексәһе «Сибай» һәм «Ирәндек» совхоздарында эшләй. 1968-1971 йылдарҙа Ҡыҙыл Байраҡлы Төньяҡ Хәрби-Диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп ҡайта.
1973-1978 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты агрономия факультетының көндөҙгө бүлеген тамамлай. Институтта ҡурай түңәрәгендә шөғөлләнә. Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ҡурайсылар ансамблендә даими сығыш яһай. "Ирәндек" совхозы Күсей, Басай бүлексәләрендә иҡтисадсы, агроном, идарасы, профсоюз комитеты рәйесе, өлкән агроном, инженер (1978-2002 й.), Күсей ауыл хакимиәте башлығы (1997-1999 й.) һәм бер үк осорҙа Баймаҡ районы буйынса фәнни ойоштороусы ла булып эшләй. 1984-1999 йылдарҙа Күсей биләмәһендә юғары етәкселек менән берлектә халыҡ өсөн бик күп файҙалы эштәр башҡара.
"Ауыл хужалығы өлкәһендәге өлгәшкән уңыштары, профессиональ бурыстарын намыҫлы үтәгәне, баҫыу эштәрен оптималь срокта яҡшы сифатлы үтәүе һөҙөмтәһендә Социалистик ярышта йыл йомғаҡтары буйынса ярыштарҙа гел алдынғы була, диплом, аҡсалата премия менән бүләкләнә.
1972 йылдан алып үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә шөғөлләнә. Үҙе лә ансамблдә ҡурайҙа уйнай һәм балаларға ла өйрәтә. 1988-1991 йылдарҙа Төркмән урта мәктәбендә ҡурай түңәрәге алып бара. 2002 йылда Иҫке Сибай сәнғәт мәктәбенең «Ирәндек» филиалында ҡурай класы уҡытыусыһы була. Ҡурай түңәрәгенә Төркмән, Күсей, Басай, Әхмәр мәктәптәре балаларын йәлеп итеп, һәр ауылға йөрөп эшләй. Шул мәлдә Иҫке Сибай сәнғәт мәктәбендә ҡурай класы уҡытыусыһы итеп саҡыралар һәм ул шунда эшен дауам итә.
Ул етәкләгән ҡурай ансамблдәре һәм айырым уҡыусылары ҡурайсылар конкурстарында ҡатнашып, гел призлы урындар яулай.
Сабирйән Йәрмөхәмәт улы үҙенең ҡулы аҫтында эшләгән һәм уҡыған билдәле шәхестәрҙе—ауыл хужалығы фәндәре докторы Иҙрисов Радик Аллабирҙе улын, үҙешмәкәр ҡурайсы, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Исхаҡов Юнир Ғәлимйән улын, профессиональ ҡурайсы, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ишморатов Илшат Шәйхислам улын, ҡурайсы, Илеш районы Үрге Йәркәй сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Мәхийәнов
Илмир Мансур улын маҡтап телгә ала.
Республиканың ысын патриоты булғаны, ижтимағи-сәйәси тормошта һәм сәнғәттә әүҙем ҡатнашҡаны, милли мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, республика, район кимәлендәге конкурстарҙа, бәйгеләрҙә, "Яҡташтар" проектында әүҙем булғаны өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. Шулай уҡ "Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтаховтың, Баймаҡ мәҙәниәт йортоноң, "Яратам һине, тормош" район смотр-фестивалендә ҡатнашҡаны өсөн, Сибай ҡалаһы мәҙәниәт бүлегенең, 1812 йылғы Ватан һуғышы яугир ҡурайсыларына арналған тәүге ҡурайсылар йыйынында (Көйөргәҙе районы), "Башҡорт аты" фестивалендә (Темәс ауылы), "Мөнәжәт" байрамында (Сибай ҡалаһы) әүҙем ҡатнашҡаны өсөн С.Байназаровҡа бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырыла..
Сибай ҡалаһының М.Илбәкова етәкләгән «Азамат» ир-егеттәр вокаль ансамбле солисы, Иҫке Сибай мәҙәниәт йортоноң «Айсыуаҡ» ир-егеттәр вокаль ансамбле етәксеһе, мәҙәниәт йортоноң даими үҙешмәкәр ҡурайсыһы, ауыл ветерандар советы ағзаһы, урынбаҫары, «Атайсал» ҡоро рәйесе, мәҙәниәт йорто үҙешмәкәр драма театрында уйнаған актер ҙа ул Сабирйән Байназаров.
—Иң яратып йырлаған йырҙарымдың береһе—башҡорт халыҡ йыры "Шәүрә". Ирәндегем баҫыуҙары буйлап, ҡурай уйнап, күңелем ҡанғансы йырлап үҫтергән иген баҫыуҙары әле лә күҙ алдымда. Гел генә данлы ҡурайсыларҙың сығыштарын ҡарап, уйнауҙарын күҙәтә инем. Яҡташ ҡурайсы Рәхмәтулла Бүләкәнов халыҡ йырҙарының тәмен саҡ етмеште үткәс аңланым, тойҙом, тиһә, мин ҡырҡты үткәс, тәмен тоя башланым,—ти уҙаман.
Татыу ғаилә—ил ҡото, тигәндәй уларҙың ғаиләһе лә башҡаларға татыулыҡ өлгөһө булып тора. С.Байназаров 1976 йылда Өфөлә педагогия училищеһын тамамлап ҡайтҡан Көнһылыу Нуриман ҡыҙына өйләнә. Ҡатыны Төркмәндә балалар баҡсаһы, мәктәптә оҙайтылған көн төркөмө тәрбиәсеһе булып эшләй. Ҡатыны сабыр холоҡло, иренең эшендә ярҙамсы, уны ҡеүәтләп, дәрт биреп тороусы, шуға ла С.Байназаров үҙе лә, уҡыусылары ла юғары үрҙәр яулай. Байназаровтар
өс ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтергән.
Әлнисә Алдырханова.