Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
14 Сентябрь 2019, 16:16

СӘЙӘХӘТСЕ ЛИЛИӘ—БАР МАТУРЛЫҠҠА ЭЙӘ

Ун ете генә йәшенән алып Италияла йәшәүсе сибәр, аҡыллы башҡорт ҡыҙы үҙе лә итальяндарҙың иң яҡшы сифаттарын үҙенә алырға тырыша. Ял көндәрен ул фәҡәт ҡайҙалыр сәйәхәт итеп үткәрә.

Лилиә Миңлеғәле ҡыҙы Тимербулатова Баймаҡ районының Кесе Яңғаҙы ауылында тыуған. Өфөләге Р.Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернатын уңышлы ғына тамамлағас, ул Италияның Милан ҡалаһында күп йылдар йәшәүсе әсәһе янына юллана. Төп маҡсаты—ҡәҙерлеһе янында булыу һәм сит илдә белем алыу.
Бар яҡтан да килгән тырыш ҡыҙ итальян телен бик тиҙ үҙләштереп, уҡырға ла инеп китә. Беҙҙәгенә ҡарағанда уҡыу системаһы күпкә айырылған мө-хиттә уҡыу, әлбиттә, Лилиәгә ауыр була. Шулай ҙа, бар ауырлыҡтарҙы ла еңеп, маҡсатына ирешергә өйрәнгән ҡыҙ төп терәге булған—әсәһе, дуҫтары, уҡытыусылары ярҙамы менән ике йыл дауамында математика лицейын тамамлауға өлгәшә. Артабан белемен камиллаштырыу ниәтенән, Милан дәүләт университетының телдәр факультетына уҡырға инә. Инглиз һәм испан теле бүлегендә бер аҙ уҡығандан һуң, аҡса эшләү теләге менән Миландың үҙәгендә урынлашҡан кибеткә һатыусы-консультант булып эшкә урынлаша. Бында эшкә фәҡәт итальян, инглиз һәм рус телдәрен яҡшы белеүселәр кәрәк була, сөнки төрлө илдәрҙән килгән туристар ҡала үҙәгендә күберәк йөрөй. Унда ике йыл эшләп тәжрибә туплағандан һуң, күңеленең медицинаға тартылғанлығын аңлай. Шәхси уҡыу йортонда бер йыл уҡығандан һуң, “Стоматолог ярҙамсыһы” танытмаһын алып, стоматология клиникаһында хеҙмәт юлын әлеге көндә лә дауам итә.
Башҡортостанда йәшәүселәр менән итальяндарҙың йәшәү рәүештәрен сағыштырып ҡарап, ул итальяндарҙың үҙҙәрен ныҡ һаҡлап, ҡәҙерләп, сифатлы аҙыҡтарға ғына өҫтөнлөк биреүҙәре, йәштәре генә түгел, оло ҡатындарҙың да матурлыҡ салондарына йөрөүҙәре, ял көндәрен сәйәхәт итеп үткәрергә тырышыуҙары хаҡында бәйән итте. Улар йәшәүҙең, ғүмерҙең кеше өсөн иң ҡәҙерлеһе икәнлеген яҡшы аңлай.
—Итальяндар бик телсән, ярһыу халыҡ. Оялыу улар өсөн бөтөнләй ят. Һәр саҡ үҙ ҡараштарын, уй-фекерҙәрен генә алға һөрөргә тырышалар. Күберәк уларса ғына эшләргә кәрәк,—ти Лилиә, сит ил кешеләре хаҡында.
Ун ете генә йәшенән алып Италияла йәшәүсе сибәр, аҡыллы башҡорт ҡыҙы үҙе лә итальяндарҙың иң яҡшы сифаттарын үҙенә алырға тырыша. Ял көндәрен ул фәҡәт ҡайҙалыр сәйәхәт итеп үткәрә. Ҡыйыу, тәүәккәл ҡыҙ водитель танытмаһы, шул уҡ ваҡытта машина ла алып, Милан урамдары буйлап та елдерә. Сәйәхәт итеү һәм Италияла йәшәү донъяға булған ҡараштарын күҙаллауҙы үҫтерергә ярҙам итә, тип һанай ул. Италия менән генә сикләнмәгән, ул шулай уҡ Швейцария, Греция, Испания, Словакия, Франция, Хорватия, Португалия илдәрендә һәм Ҡытайҙа булған.
—Башҡортостанды, унда йәшәүсе ҡартатай, өләсәй һәм башҡа туғандарымды, дуҫ-иштәремде бик ныҡ һағынам. Тура килһә йыл һайын, йә ике йылға бер тапҡыр булһа ла мотлаҡ ҡайтырға тырышам. Быйыл да оҙаҡҡа булмаһа ла ҡайтып, барыһын да күреп, рәхәтләнеп ял иттем. Һағыныуҙы баҫыр өсөн интернет аша “Юлдаш” радиоһын һәм дискыларҙа йырҙар тыңлайбыҙ. Өләсәйем күстәнәскә биреп ебәргән итте һалып, һалма йәйеп ебәреп, бишбармаҡ бешереп ашайбыҙ, сәй эсеп алабыҙ.
“Атайсал” гәзите, уның интернеттағы төркөмө, сайты хаҡында һорауыма, ул бына нимә тип яуап ҡайтарҙы :
—Ауылға ҡайтҡанымда өләсәйемдәр алдырған бөтә баҫманы ла ҡулыма алып, рәхәтләнеп бер туйғансы уҡып алам, шул иҫәптән “Атайсал” гәзитен дә. Гәзиттең интернеттағы төркөмө һәм сайты менән дә танышмын, күҙәтеп барам. Сит илдә үҙ туған телең ныҡ һағындырғанға күрә, барлыҡ мәҡәләләрҙе, яңылыҡтарҙы йотлоғоп уҡыйым. Мәғлүмәттәрҙең дә башҡорт телендә генә бирелеүе бигерәк тә оҡшай. Телде яҡлап, һаҡлап ҡалыу йәһәтенән был үҙе бер ҙур эш, тип һанайым.
Розалия Теүәлбаева.