Йылайыр районы Ҡашҡар ауылы ҡыҙы Рәсимәнең уҡытыусылыҡ һәләте әле ул мәктәптә уҡып йөрөгән йылдарҙа уҡ төҫмөрләнә. Шуға күрә, 1990 йылда 9-сы класты тамамлау менән, уҡытыусыларының кәңәшен тотоп, Сибай педагогия училищеһының башланғыс кластар уҡытыусыларын әҙерләү бүлегенә уҡырға инә.
Училищела уҡыу йылдары үҙенә күрә бер тормош мәктәбе була, сөнки оҙайлы ваҡытҡа тыуған ауылың, ата-әсәйеңдән айырылып торорға, студент тормошона башкөллө сумырға тура килә. Ныҡышмал, тырыш, маҡсатына ирешеүсән ҡыҙ уҡыуҙа ла,йәмәғәт эштәрендә лә һынатмай. 1994 йылда ҡулына диплом алған йәш белгес йүнәлтмә буйынса үҙ районының Мәҡсүт башланғыс мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Тәүге йылдарҙа уҡ үҙен ысын уҡытыусы итеп таныта. Райондың башланғыс класс уҡытыусылары өсөн үткәрелгән семинарҙа үҙен юғары кимәлдә күрһәтә алыусы йәш уҡытыусы район мәғариф бүлеге методисы Әлфиә Дәүләтша ҡыҙынан Йылайыр урта мәктәбенә саҡырыу ала.
—Йылайырҙа беренсе башҡорт класын булдырыусы мин булдым.Уҡытыусылары декрет ялына киткәс, бер юлы 2-4-се кластарҙы уҡытырға тура килде. Ауыр булһа ла,үҙ өҫтөмә алған яуаплылыҡты атҡарып сыға алдым,—тип иҫкә ала ул йылдарҙы Рәсимә Мир ҡыҙы. 2007 йылда Ш. Бабич исемендәге гимназия хеҙмәткәре булып китә.
Мәғариф өлкәһендә эшләүенә быйыл инде 25 йыл. Мөғәлимә уҡыусыларына төрлө
яҡлап үҫешергә ярҙам итә. Улар сәнғәт мәктәбендә, спорт секциялярында шөғөлләнә.
—Бейеү һәм спорт менән шөғөлләнеү баланы теүәллеккә өйрәтә, уларҙа ихтыяр көсө, үҙ-үҙенә ышаныс тәрбиләй,—ти уҡытыусы, эшенә мөкиббән бирелеүен күрһәтеп. Ата-әсәләр Башҡортостан һәм Бөтә Рәсәй кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулаусы балаларының уңыштары өсөн Рәсимә Мир ҡыҙына сикһеҙ рәхмәтле.
Рәсимә Мир ҡыҙы ғаиләһе менән дә бәхетле: тормош юлдашы Юнир Юлай улы Тусалин менән матур итеп ғаилә ҡороп, йорт һалып, үҙҙәре өлгөһөндә ике ул тәрбиәләйҙәр. Мөнир улдары Өфө ҡалаһында программист һөнәрен үҙләштерһә, бәләкәйе 3 йәшлек Илмир—балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе.