Тормошобоҙҙағы күп кенә проблемалар төпкөл аңыбыҙға бәйле тигән фекер йәшәй. Йәғни, бар уңышһыҙлыҡтарыбыҙ, ауырыуҙарыбыҙ—үҙ-үҙебеҙгә ышанмауҙың, үҙебеҙҙе яратмауҙың бәләһе. Уңышҡа өлгәшергә теләгән кеше мотлаҡ рәүештә үҙен нисек бар, шулай ҡабул итергә, яратырға, үҙ көсөнә ышанырға тейеш. Сөнки уңышҡа тик көслөләр генә өлгәшә ала. Рух ныҡлығы булмаған кеше бәхетле була алмай, тип иҫәпләй бөгөнгө мәҡәләбеҙ геройы.
Сибай ҡалаһында тыуып-үҫеп, әлеге көндә Татарстан республикаһының баш ҡалаһы Ҡазанда йәшәүсе Эльмира Латыпова—заман менән бергә атлаған әүҙем йәштәребеҙҙең береһе. Тал сыбығындай сибек кенә йәш ҡатын бар яҡтан да өлгөр. Ул—хәстәрлекле әсә лә, яҡшы ҡатын да, энергияһы ташып торған көслө гүзәл зат та.
Эльмира Рауил ҡыҙы һөнәре буйынса—музыкант, композитор. Әммә ул йырҙар ижад итеп кенә ҡалмай, һәр яҡлап та үҫешергә, бейек үрҙәргә үрләргә тырыша. Заман менән бергә атлаған йәш ҡатын визажист-стилист булып эшләп алғандан һуң, тета-хилинг тип аталған яңы йүнәлеште үҙләштерә. Тета-хилинг—ул төпкөл аң менән эш итеү. Йәғни,
Эльмира кеше тормошондағы проблемалар, уның төрлө ауырыуҙары ҡасандыр булған ваҡиғаларға, кешенең үҙ-үҙен яратмауына, үҙен ғәйепле тойоп йәшәүенә бәйле тип иҫәпләй. Тета-хилинг буйынса үткәргән сессияларында теге, йәки был проблемаға килтергән беренсел сәбәптәрҙе эҙләй. “Беҙ күп осраҡта үҙебеҙҙе негатив тулҡындарға көйләйбеҙ. Кемдер байлыҡ—ул яуызлыҡ, бары тик урлашып ҡына байып була тип иҫәпләй. Был осраҡта тета-практик уға аҡсаның яңы мөмкинлектәр асыуын, бай кешенең башҡаларға ла ярҙам итә алыуын йомшаҡ ҡына итеп аңлатырға тейеш”,—ти ул. Шулай уҡ Эльмира тета-сессияларҙың төпкөл аңында уйылып ҡалған яраларҙы төҙәтергә теләгән, үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алырҙай кешеләргә генә ярҙам итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Аллаға, ярҙамдың Унан ғына килеүенә ышаныу ҙа мөһим.
Эльмираның күңел һалып башҡарған шөғөлдәренең береһе—инстаграмда әсәлек буйынса блог алып барыу. Акушерҙар ҡатнашлығынан тыш, тәбиғи рәүештә шаҡтай һау бала тапҡандан һуң, йәш әсә бала табыу, сабыйҙы бағыу тураһында инстаграмдағы сәхифәһендә яҙа башлай. Шул саҡ әсәлек блогының башҡаларға бик ҡыҙыҡ булыуын
аңлап ҡала. Уның блогы бала тәрбиәләүгә психологик яҡтан ҡарауы менән үҙенсәлекле. Эльмира иҫәпләүенсә, балаға иң тәү сиратта шәхес булараҡ ҡарарға кәрәк. Кес кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар яҡшыны ямандан айырырға һәләтле һәм уларҙың һиҙемләү тойғоһо бик көслө. Шуға күрә балаларҙы артыҡ ныҡ әпәүләргә, “ярамай” тигән рамкаларға бикләп ҡуйырға кәрәкмәй. Бала күңеле—аҡ ҡағыҙ, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Улар гел яҡшыға ғына ынтыла, хыялдары ла тиҙ арала тормошҡа аша. Балалар өлкәндәргә күренмәгән фәрештәләрҙе күрергә лә һәләтле. Шуға күрә мөйөшкә ҡарап үҙенсә кемгәлер йылмайған, хәбәрен һөйләгән балаға иҫәргә ҡараған кеүек ҡарамаһындар ине, тип теләген белдерҙе Эльмира. “Ғәҙәттә беҙ балаларыбыҙҙы бер туҡтауһыҙ тыйып, рамкаларға бикләп бөтәбеҙ. “Ул ярамай, был ярамай”, “ҡолап китмә”, “ауыҙыңа бысраҡ ҡапма”, “күләүектә уйнама” тигәнерәк тыйыуҙарҙы ишетеп үҫкән бала үҙ-үҙенә ышанмаған, үҙен яратмаған, кәм итеп тойған кеше булып үҫәсәк. Шуға күрә сабыйҙарҙы тыйып, тыҡып үҫтермәһәк ине”,—ти Эльмира Рауил ҡыҙы. Балаға иреклек биреү мөһим. Ҡолап, йә абынып киткән сағында эргәһендә бөтөрөлөү, әпәүләү уның үҙ-үҙенә ышанысын бөтөрәсәк. Артабан ул гел генә кемдәндер ярҙам көтәсәк, үҙен һәр ваҡыт йәлләтәсәк. Әлбиттә, баланы үҙ иркенә ҡуйыу уға бөтөнләйе менән ҡул һелтәүҙе аңлатмай. Мәҫәлән, бер ата-әсә лә күрәләтә балаһының эҫе һыуға ҡулын тығыуына, үткер бысаҡ тотоп уйнауына юл ҡуйырға тейеш түгел. Эльмира кескәй генә ҡыҙы Сафинаны ла сикләүҙәр ҡуймай ғына тәрбиәләргә тырыша. “Уның асфальт буйлап ялан тәпәй йүгереүендә, һыу менән булышыуында, үҙенсә аш-һыу бүлмәһендә ҡамыр баҫырға “ярҙам итеүендә” бер ниндәй ҙә насарлыҡ юҡ. Аяҡтары ҡырҡыла ҡалһа, шунда уҡ яраһын эшкәртәм. Ялан аяҡ йөрөүе лә, һыу менән булышыуы ла уны киреһенсә сыныҡтыра ғына бит”,—ти йәш әсә.
Эльмира Рауил ҡыҙы әлеге ваҡытта бәләкәй ҡыҙын тәрбиәләү менән мәшғүл булһа ла, ижад донъяһы хаҡында ла онотмай. Заказға йырҙар ҙа яҙа ул. “Ниндәйҙер заказ була икән, йырҙың йөкмәткеһе ниндәйерәк булырға тейешлеген һорашам да, һүҙҙәрен яҙырға ултырам. Һүҙҙәре әҙер булғас инде, фортепиано артында көйөн ижад итә башлайым. Йыр ижад итергә кәрәкһә, илһам көтөп ултырмайым. Улайға китһә, уның бер нисә айға бер генә килеүе лә мөмкин. Мин инде заказ яһаусы клиенттарымдың теләктәрен тойорға өйрәнеп бөткәнмен. Минән нимә көткәндәрен белеп торам”,—ти талантлы музыкант.
Тормош иптәше Ленар менән Татарстанда бер нисә сыр кибете лә тота Эльмира. Әлеге көндә башҡа төбәктәрҙәге ҡалаларҙа ла франшиза булдырыу хыялы менән янып йәшәй йәштәр. Эльмира Рауил ҡыҙының тағы ла бер хыялы—Ер шары буйлап сәйәхәт итеү. Тиҙҙән ул Испания, Италия һәм Франция буйлап круизға сыға.
Талантлы, дәртле яҡташыбыҙҙың барлыҡ изге теләктәренең, яҡты хыялдарының тормошҡа ашыуын теләп ҡалабыҙ.