Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
19 Июль 2019, 13:06

МАТУРЛЫҠТЫ КҮРӘ БЕЛӘ

Рита Миңлеғәле ҡыҙы Баянова Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡортостан Республикаһының дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей. Уның нәҫел тамырҙары Баймаҡ районы Буранбай ауылына барып тоташа.

Матурлыҡты йөрәге менән тойған кешенең күңеле лә матур, киң, унан тик яҡшы энергия бөркөлөп тора, тиҙәр. Эйе, фани донъяла һәр бер мәлдең матур саҡтарын күреп ҡала белеү—үҙе ҙур бәхет! Тап ошондай ҡыҙҙар эшләй ҙә инде «Сибай» бейеү ансамблендә!
Сибай концерт-театр ойошмаһында әҙәбиәт-драматургия бүлегендә эшләгәс, тамашасылар менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештәмен. Ябай кешеләрҙең артистарыбыҙ менән ҡыҙыҡһыныуы, теге йәки был йырсыбыҙҙың, бейеүсебеҙҙең ижад юлы тураһында һорашыуҙары ҡыуандыра, эшебеҙгә дәрт өҫтәй.
—Сибайҙарҙың бер концертын да ҡалдырмайым, һәр бер әртистең ижад юлын күҙәтәм. Күптәре, ҡанаттары нығынғас, яңы үрҙәр яулар өсөн баш ҡалабыҙға юллана. Был бик яҡшы күренеш. Быға тиклем ансамблдә бейеп йөрөгән Рита исемле матур бер ҡыҙҙы һуңғы ваҡыт сәхнәлә күрмәйем. Ҡайҙа иттегеҙ уны? Шул тиклем талантлы ҡыҙыҡай—ата-әсәһе әртистәрҙер уның. Сығыштары ҡайһы яҡтан икән?—тип ҡыҙыҡһынды Хәлиҙә исемле апай...
Рита Миңлеғәле ҡыҙы Баянова бөгөн Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡортостан Республикаһының дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей. Уның нәҫел тамырҙары Баймаҡ районы Буранбай ауылына барып тоташа. Әсәһе яҡлап ҡартатаһы Мәсғүт Сабирйән улы Ғәйетбаев шунда тыуып, беләктәргә көс, йөрәктәргә хис биргән Һаҡмар йылғаһында ҡойоноп үҫкән кеше. Әйткәндәй, Рита ла, Сибайҙа тыуып үҫһә лә, кескәй генә сағынан Буранбайҙа, урман ҡосағына һыйынған Алғаҙы ауылында йыш ҡунаҡ була, уларҙың тау-урмандарын ҡыҙыра, еләк-емеш йыя, Һаҡмар йылғаһының ҡояш нурҙарында уйнаған шаян тулҡындарына һоҡлана.
Риталағы сәнғәткә һөйөү, юғарыға, бөтөнлөккә ынтылыш нәҡ ана шул нәҫеленән килмәйме икән? Ни тиһәң дә, уның тамырҙары буйлап Буранбайҙар ҡаны йүгерә бит! Бәләкәй генә ҡыҙҙың ҡошсоҡтай талпынып сәхнәгә ынтылыуы, халыҡ фольклорын, уның милли мәҙәниәтен үҙ итеүе юҡтан түгелдер һәр хәлдә. Бөтөнләй сабый ғына сағында уҡ башҡорт моңон мөкиббән бирелеп тыңлай, әсәһенең ябай ғына һамағына ла уның ҡулында талпынып-талпынып рәхмәтен белдерә. Ә балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, Ританың бейеүгә битараф булмағанын аңлаған әсәһе уны сәнғәт мәктәбенең бейеү түңәрәгенә алып бара.
Ғөмүмән, буласаҡ бейеүсебеҙ милли ғорурлыҡ тойғолары хөкөм һөргән, башҡорт рухы көслө булған ғаиләлә тыуып үҫеүе менән бәхетлелер, моғайын. Тап ана шул илһө-йәрлек рухы уға тормошта,
хеҙмәт юлында баһалап бөткөһөҙ этәргес көс һәм илһам бирә лә инде. Балалар күңелендә мил-
ли үҙаң тәрбиәләүгә төплө иғтибар бирелгән Рамаҙан Өмөтбаев исемен-дәге башҡорт лицейында туған те-
лендә белем алыуы ла үҙен һиҙҙермәй ҡалмай. Балалар сәнғәт мәктәбен
тамамлаған йылда «Сибай» халыҡ
бейеүҙәре ансамблендә киләсәген бейеү сәнғәте менән бәйләргә теләгән үҫмерҙәр өсөн әҙерлек төркөмө эш башлай. Быға тиклем дә ансамблдең эшмәкәрлеген ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтеп барған һәм уның репертуарын яҡшы белгән ҡыҙ бер айҙан төп бейеүселәр рәтен тулыландыра. Ниндәй генә бейеүҙәр булмаһын, йәш бейеүсе уларға бар
күңелен һалып, һәр бейеүҙең үҙенсәлектәрен тәрәндән аңлап бейергә тырыша һәм тиҙ арала үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә.
Рита Баянованың сәхнәнән буш ваҡыттарында күҙ нурҙарын түгеп, бар фантазияһын һалып ижад иткән ҡул эштәре үҙе бер мөғжизә, үҙе бер донъя! Күҙҙең яуын алырҙай япмалары, ҡашмау-селтәрҙәре, таҡыя-маңлайсалары, аш-һыу тирәһендә тотоноу өсөн эшләнгән кәрәк-яраҡтары сағыулығы һәм байлығы, зауыҡлылығы һәм милли үҙенсәлеге менән айырылып, үҙҙәренә йәлеп итеп тора. Уларҙа ҡул эштәре оҫтаһының ни ҡәҙәрем күҙәтеүсән, иғтибарлы, отҡор һәм зирәк булыуы асыҡ ярылып ята. Ваҡ эштәргә маһирлығы ҡыҙы менән декрет ялында ултырған сағында айырыуса ныҡ һиҙелә.
—Бәләкәйҙән ҡул эштәре менән мауыҡты,—ти Ританың әсәһе, ғүмерен медицина өлкәһенә бағышлаған Рәзилә Мәсғүт ҡыҙы.—Ҡулъяулыҡтар, туҡыма киҫәктәре күрһә, уларҙан әллә ниндәй уйынсыҡтар маташтыра, ҡурсаҡтарына күлдәк-алъяпҡыстар әтмәлләй, яулыҡтар тегә-сигә ине. Тәбиғәткә сығырға һәр саҡ атлығып торҙо, урман-ҡырҙар гиҙергә, еләк-емеш йыйырға яратты.
Ританың Даяна исемле 4 йәшлек ҡыҙы ла, әсәһенә ҡарап, ҡул эштәре менән үҙенсә маташҡан була... «Атанан күргән—уҡ юнған, әсәнән күргән—тун бескән!»—халҡыбыҙҙың ошо тапҡыр әйтеменә ярашлы, Даянаның да ата-әсәһе кеүек бер көн килеп сәхнә йондоҙо булып балҡырына шик юҡ. Уның да, әсәһе ише, сәхнә менән ҡыҙыҡһыныуы, бейеүсе булырға теләге әленән үк һиҙемләнә.
Зирәк Рита киләсәген уйлап, был хаҡта алдан уҡ хәстәрлек күреп йәшәй. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үҙләштергән педагог-хореограф һөнәре уға бөгөн генә түгел, киләсәктә лә кәрәк буласаҡ әле. Әйткәндәй, һөнәрен күптән инде ғәмәлдә ҡулланып, Сибайҙағы 6-сы мәктәптә, балалар ижады үҙәгендә, балалар музыка мәктәбендә белем алыусы балаларға бейеү серҙәре буйынса һабаҡтар бирергә лә өлгөргән ул. Музыка мәктәбендә эшләгәнендә иллеләп баланы бергә туплап, «Хеҙмәт байрамы» тип исемләнгән күмәк сәхнә күренеше ойоштороуы күптәр өсөн ысын мәғәнәһендә шаҡ ҡатҡыс уңыш була...
Йәш ҡатындың тағы ла бер шөғөлө—ул спорт! Сибек кенә гүзәл зат ҡайһы бер ир-егеттәр йөръәт итмәгән парашюттан һикереү менән мауыға һәм яҡшы ғына һөҙөмтәләргә өлгәшә. Конькиҙа һәм саңғыла йөрөү уның өсөн үҙе бер ләззәт, күңел талабы. Еңел автомобиль рулен әйләндереү ҙә ят түгел Ритаға—егерме йәшенән руль артында!
Шулай итеп, «Сибай» бейеү ансамблендә үҙенең беренсе профессиональ аҙымдарын башлап, әлеге көндә Ф.Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре дәүләт ансамблендә эшләп йөрөгән Рита Баянова тураһында һеҙҙең бөтә һорауҙарығыҙға яуап бирҙек.
Тимер Дәүләтҡолов.