Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
31 Май 2019, 17:13

Донъябыҙҙың йәме һин, әсәй!

Яңыраҡ республикабыҙ төбәктәрендә тамашасы хөкөмөнә сығарылған «Тәүге Республика» фильмын күргәс, әсәйебеҙ Зөләйхә Әхмәтзада ҡыҙы хәтирәләргә бирелеп, бик оҙаҡ ауыр уйҙарға батып йөрөнө. Ни өсөн тигәндә бында һүрәтләнгән яҙмыштар уныҡына ауаздаш. Ҡасандыр ҡәҙерлебеҙгә лә «халыҡ дошманы балаһы» тигән мөһөр һуғылған була. Эйе, күпте күргән, күпте кисергән, һикәлтәле тормош юлы үткән әсәйебеҙ…Донъялағы иң ҡәҙерле кешебеҙ бынан 85 йыл элек, йәйҙең тәүге көнөндә, Баймаҡ районы Иҫке Сибайауылында тыуған. Әсәһе Сәбилә Хөснияр ҡыҙы ла, атаһы Әхмәтзада Дауыт улы ла колхозда эшләгән. 1937 йылда ҡартатайыбыҙ Әхмәтзаданы «халыҡ дошманы» тип ҡулға алалар. Шул китеүҙән ул әйләнеп ҡайтмай, күп йылдар үткәс кенә ул «аҡлана», тик ул инде иҫән булмай.

Яңыраҡ республикабыҙ төбәктәрендә тамашасы хөкөмөнә сығарылған «Тәүге Республика» фильмын күргәс, әсәйебеҙ Зөләйхә Әхмәтзада ҡыҙы хәтирәләргә бирелеп, бик оҙаҡ ауыр уйҙарға батып йөрөнө. Ни өсөн тигәндә бында һүрәтләнгән яҙмыштар уныҡына ауаздаш. Ҡасандыр ҡәҙерлебеҙгә лә «халыҡ дошманы балаһы» тигән мөһөр һуғылған була. Эйе, күпте күргән, күпте кисергән, һикәлтәле тормош юлы үткән әсәйебеҙ…
Донъялағы иң ҡәҙерле кешебеҙ бынан 85 йыл элек, йәйҙең тәүге көнөндә, Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында тыуған. Әсәһе Сәбилә Хөснияр ҡыҙы ла, атаһы Әхмәтзада Дауыт улы ла колхозда эшләгән. 1937 йылда ҡартатайыбыҙ Әхмәтзаданы «халыҡ дошманы» тип ҡулға алалар. Шул китеүҙән ул әйләнеп ҡайтмай, күп йылдар үткәс кенә ул «аҡлана», тик ул инде иҫән булмай. Аталарын ҡулға алғанда, әсәйебеҙ Зө-ләйхәгә ни бары 4 йәш була. Өләсәйебеҙгә, 5 балалы яңғыҙ ҡатынға, әлбиттә, донъя көтөүе ауырлаша. Утынға барыу, бесән сабыу һәм башҡа ауыр эштәр уның иңенә ята. Бындай шарттарҙа әсәйебеҙгә лә буй еткереү еңелдән булмай. Ауыр аслыҡ йылдарына, һуғыштан һуңғы осорҙа белем алырға тура килә. Ашауҙы ғына уйлаған балалар икенсе тәнәфесте түҙемһеҙләнеп көтә. Сөнки тап шул саҡта йылы картуф бирәләр. Әле әсәйем: «Шул картуф булғанғалыр ҙа тере ҡалғанбыҙҙыр»,—тип йыш ҡабат-лай. Мәктәптә уҡыған саҡта Ингел ағаһы менән икеһенә бер итек була. Шуны алмашлап кейеп, белем алалар.
Ауылдағы барлыҡ ир-егеттәр фронт-ҡа китеү сәбәпле, балалыҡтан сыҡмаған ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы колхоз эшенә йәлеп итә башлайҙар. Был эштән бәләкәй генә кәүҙәле әсәйем дә ситтә тороп ҡала алмай. Буйы етмәгәс, биҙрәгә баҫып иген таҙалауҙа ҡатнаша, уларҙы тоҡтарға тултыралар, ташыйҙар. Үҫмерҙәрҙең үҙ ауырлыҡтары был тоҡ ауырлығына ла торош итмәгәндер…
Эштәрен күҙ алдына килтереүе лә ауыр хатта…Балалар малға бесән дә әҙерләшкән. Өшөп-туңып Күлтабандан бесән ташығандар. Быларҙы ла әсәйем
һаман онота алмай. Иҫтән сығарырлыҡмы һуң был михнәттәрҙе? Ә эшләгән өсөн эш хаҡы бармай, ни бары өлөсәйемә «трудодень» яҙылып бара.
Йәмле йәй көндәре төшкә ҡәҙәр емеш-еләк йыйып, шуны Сибайға һатыуға алып барып йөрөгәндәр. Шулай үҙ йүндәрен үҙҙәре күргән. Әммә ул бирешмәгән. 50-се йылдарҙа шәфҡәт туташтары курсын тамамлай һәм Төркмән ауылына эшкә ебәрелә. Шул йылдарҙа алыҫ Саҡмағош районынан сиҙәм күтәреүгә ебәрелгән атайыбыҙ Фәтхелбаянов Сәхибзада Фәтхелбаян улын осрата. Тиҙҙән улар ғаилә ҡора. Иҫке Сибайҙа төпләнергә ҡарар итә йәштәр. Өй һалалар, 2 ҡыҙға, 2 улға ғүмер бүләк итәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайыбыҙ ҙа, өлкән ағайыбыҙ Рәшит тә беҙҙең арала юҡ инде…
Әсәйебеҙ Сибай ҡалаһында оҙаҡ йылдар һатыусы булып эшләй, хаҡлы ялға сыҡҡансы маҡтаулы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Әлеге көндә ҡәҙерлебеҙ Сибай ҡалаһында йәшәй. Ул беҙгә кәрәк тә, терәк тә. Аҡыллы кәңәштәрен биреп, ейән-ейәнсәрҙәренә ҡыуанып ғүмер итеүсе әсәйебеҙ донъябыҙҙың яҡты нуры, тормошобоҙҙоң биҙәге, йәме. Беҙ, балалары, уның һау-сәләмәт булыуын теләйбеҙ. Шатланып-ҡыуанып ҡына, беҙҙе һөйөндөрөп йәшә, әсәй!
Гөлсәсәк Теләүсина.
Сибай ҡалаһы.