Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
12 Апрель 2019, 12:38

ЯҘМЫШТАН БУЛМАҒАС УҘМЫШТАР

Кеше йәшәгән һайын сыныға, нығына тигәндәре дөрөҫтөр. Тормошобоҙ бит аҡ һыҙаттарҙан ғына тормай, була уның ҡараһы ла. Берәүҙәр юлында осраған ауырлыҡ-тарҙы сабыр һәм сыҙам үткәрергә үҙендә көс таба. Икенселәр ҡайғы-хәсрәттән бөгөлөп төшә, төшөнкөлөккә бирелә, йәшәү көсөн юғалта хатта. Хәйбулла районының Сәғит ауылында йәшәүсе Мәмбәтовтар ғаиләһе ҡайғы-хәсрәтте бик күп кисергән. Әммә Роза Лотфулла ҡыҙы менән Хәлил Ильяс улы донъя ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, үҙҙәренең күңеленә яҡын шөғөлдәр табып, матур итеп йәшәүҙәрен дауам итә.

Кеше йәшәгән һайын сыныға, нығына тигәндәре дөрөҫтөр. Тормошобоҙ бит аҡ һыҙаттарҙан ғына тормай, була уның ҡараһы ла. Берәүҙәр юлында осраған ауырлыҡ-тарҙы сабыр һәм сыҙам үткәрергә үҙендә көс таба. Икенселәр ҡайғы-хәсрәттән бөгөлөп төшә, төшөнкөлөккә бирелә, йәшәү көсөн юғалта хатта. Хәйбулла районының Сәғит ауылында йәшәүсе Мәмбәтовтар ғаиләһе ҡайғы-хәсрәтте бик күп кисергән. Әммә Роза Лотфулла ҡыҙы менән Хәлил Ильяс улы донъя ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, үҙҙәренең күңеленә яҡын шөғөлдәр табып, матур итеп йәшәүҙәрен дауам итә.
Роза Лотфулла ҡыҙы сығышы менән Ырымбур өлкәһенең Ишкенә тип аталған башҡорт ауылынан. 1968 йылда 10-сы класты бөткән ҡыҙҙы иртәгәһенә кейәүгә сыға тип кем уйлаһын? Шул мәлдә ауылда берәүҙәрҙең батаһы булған. Шофер булып эшләгән Хәйбулла егете Хәлил үҙе йөрөткән «Техпомощь» машинаһы менән кейәү егетен алып барған. Шофер егет мәжлестә үҙенән 8 йәшкә кесе Розаны күреп, ғүмерлеккә ғашиҡ булғанын һиҙмәй ҙә ҡала.
Хәлил Мәмбәтов 1942 йылдың 2 майында Хәйбулла районының Сәғит ауылында тыуған. Заманаһы шулай тура килгәндер инде, ул 7-се класҡа тиклем генә уҡый алған. Һуңынан атаһының кәңәше буйынса «Маҡан» совхозының малын көтөргә сыға. Дүрт йыл эшләгәндән һуң, йәш егетте хәрби комиссариат аша шоферҙар курсына уҡырға йүнәлтәләр. Юлдыбай һөнәрселек училищеһын тамамлағас үҙҙәренең хужалығына әйләнеп ҡайта. Тәүҙә ағас кабиналы «ЗИС-5» машинаһында Подольскийға һөт ташый. Артабан «ГАЗ» автомобилендә, бензовозда йөрөй.1969 йылда өйләнгәс, атаһының әйтеүе буйынса ауылда өй һалырға ҡарар иткән йәш ир тракторға ултыра. Тырыш, алдынғы тракторсы эш араһында 2 йыл ферма мөдире вазифаһын да баш-ҡарып өлгөрә. Һуңынан үҙенең яратҡан эшенә бара һәм хаҡлы ялға сыҡҡанса, йәғни 2002 йылға ҡәҙәре «ҡорос ат»ында елдерә. Хәлил Ильяс улын ике тапҡыр ауыл Советына депутат итеп һайлайҙар. Хужалыҡтың алдынғы эшсеһе бик күп Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
—Үҙ ғүмеремдә өс өй һалдым. Шулай ал да гөл йәшәп ятҡан мәлдә өйөбөҙ янып китте. Ағас өйҙөң ҡыйығы янды, уттан, ыҫтан уның стеналары һәм тәҙрәләре зыян күрҙе. Янғын күҙәтеүе инспекторҙары әйтеүенсә, ут электр сымынан килеп сыҡҡан. Ауыл халҡы янғынды һүндереште, былай булһа өйөбөҙ көл-күмергә ҡала ине,—тип хәтерләй ғаилә башлығы.
Был һөйләшеүгә Роза апай ҙа ҡушылып китте:
—Эйе, был күңелһеҙ ваҡиға бынан 19 йыл элек булды шул. Бригадир булып эшләгән ағайығыҙ ферманан ҡайтып етмәгән ине. Үҙем һауынсы инем. Сәғәт 4-тәр тирәһендә һауынға китергә йыйынып йөрөйөм. Ярай әле өйҙәге килен төтөн еҫен һиҙеп ҡалған. Шулай итеп, өйҙөң түбәһе төтәп, ут сыҡты ла китте. Янғынды һүндереп өлгөрҙөк, әммә өй йәшәүгә яраҡһыҙ ине. Ишек алдыбыҙға совхоздың будкаһын алып килеп ултырттылар. Шунда ваҡытлыса йәшәп торҙоҡ. Һуңынан өйҙөң ыҫланған стеналарын ҡырып, таҙартып, тәҙрәләр ҡуйып, түбәһен, ҡыйығын алыштырып индек,—тип хәтерләй ул.
Роза Лотфулла ҡыҙы 30 йылдан ашыу фермала һауынсы булып эшләп, 50 йәшендә хаҡлы ялға сыҡҡан. Алдынғы һауынсыны хужалыҡ етәкселеге ҙурлап, кер йыуыу машинаһы, Почет грамотаһы биреп оҙатҡан. Эшсән ҡатын биш балаға ғүмер биргән. Ни арала уларҙы үҫтерергә ваҡыт тапҡандыр, бер Хоҙай Тәғәлә генә белә. Балаларҙың иң өлкәне Әҡлимә Аҡъярҙа йәшәй, ике ул тәрбиәләп үҫтергән. Ул һөнәре буйынса бухгалтер, кафела эшләй. Үкенескә ҡаршы, бынан 6 йыл элек Мәмбәтовтарҙың Fүмәр исемле улдары фажиғәле рәүештә мәрхүм булып ҡалған. Йәйгеһен ферманың һыйыр көтөүен көтөп йөрөгән ир-егеттең үле кәүҙәһен Таналыҡ йылғаһынан табып алалар.
—Күрәҙәсенең әйтеүе буйынса, уны кемдәрҙер һыуға этеп төшөргән. Улыбыҙҙың өс балаһы ҡалды, хәлебеҙҙән килгәнсе уларҙы ҡарашабыҙ,—ти Роза апай.
Әммә ҡайғы яңғыҙ йөрөмәй икән. Роза апай менән Хәлил ағайҙың ғаиләһен алда тағы бер тетрәнеү көткән булған. Бер көндө улар 26 йәшлек кесе улдары Илгизде юғалта. Уның ҡатыны һәм улы етемһерәп ҡала. Әммә оҙаҡламай, ауырып китеп Илгиздең артынан ҡатыны ла гүр эйәһе була. Бер йылдан йөрәктәре ҡайғыларҙан уңала алмай һыҡраған атай менән әсәйҙең башына тағы ауыр ҡайғы төшә. Ҡустыһының артынан бер йыл ҡалып Әсҡәттәре лә йәшләй генә гүр эйәһе була. Уның өс ҡыҙы атайһыҙ тороп ҡала. Ни хәл итәһең? Тере кеше тереклек итә, тигәндәй, артабан йәшәргә кәрәк. Илгиздең һәм Әсҡәттең балалары ҡартатай-өләсәйҙәре менән ҡатнашып йәшәй. Әммә ҡайғы-хәсрәт бының менән генә бөтмәй. Ауырлыҡтарҙы бик күп күргән ата-әсәйҙе алда тағы ла ҡатыраҡ һынау көткән икән. Был юлы кесе ҡыҙҙары Гүзәл һәм уның ғаиләһе ҡот осҡос фажиғәгә осрап һәләк була. Бынан 4 йыл элек булған тетрәндергес ваҡиға әле булһа Роза апайға тынғылыҡ бирмәй.
—Май айы ине. Гүзәл ҡыҙым менән Илшат кейәүебеҙ үҙҙәренең еңел машинаһына ике ҡыҙын, бикәмен ултыртып беҙгә, йәғни Сәғит ауылына килергә сыҡҡан булған. Был көндө беҙҙә һарыҡ ҡырҡыу өмәһе бара ине. Балалар беҙгә ярҙамлашырға киләбеҙ тип шылтыратҡайнылар. Ана килә, бына киләләр тип көтәбеҙ ҙә көтәбеҙ, ә улар юҡ та юҡ. Баҡһаң, Яңы Ергән ауылы эргәһендә быларҙың өҫтәренә бер машина барып менеп киткән. Бәрелешеү шул хәтлем көслө булған, ҡыҙым, кейәү, улар-ҙың ике балаһы, ҡоҙаса шунда уҡ йән биргән. Авария урынына барғаныбыҙҙы беләм, аръяғын иҫләмәйем, нисек ерлә-гәнебеҙҙе лә хәтерләмәйем. Шул тиклем ауыр юғалтыуҙы йөрәгебеҙ нисек ҡабул иткәндер, быны хәҙер аңлауы ла ауыр. Ҡыҙыбыҙҙың өс балаһы етем тороп ҡалды. Уларҙы Әҡлимә ҡыҙыбыҙ опекаға алып, ҡарап үҫтерҙе. Ял һайын ейән-ейәнсәрҙәребеҙ беҙгә килеп тора. Беҙ ҙә бабайым менән шул балаларға бауыр баҫҡанбыҙ хәҙер. Уларҙы әҙәм иткәнсе һаулыҡ бирһен тип һорайбыҙ Аллаһ Тәғәләнән. Уй, беҙ күргәндәрҙе, дошманыңа бирмәһен Хоҙайым. Гүзәл ҡыҙыбыҙҙың тәүге ире лә фажиғәле рәүештә был донъянан китеп барҙы. Йәшләй генә тракторҙан ҡолап һәләк булды шул. Ҡыҙыбыҙ яңғыҙы өс бала менән торҙо ла ҡалды. Үҙенең тәүге иренә оҡшаған кеше осрамағас, кейәүгә сыҡмайынса 10 йыл йәшәне. Шунан уны балалары менән Сик ауылынан өйләнмәгән бер егет кәләш итеп алғайны. Аҡъярҙа бик матур итеп тормош башлағайнылар. Бер-бер артлы ғына ике ҡыҙҙары тыуҙы. Аварияға осрағанда Илзидәгә—3, ә Дилфүзәгә 1 йәш тә 2 ай ғына ине. Ә яңыраҡ ҡына мин уларҙы таҡмаҡ әйтеп бейетә торғайным бит. Хәҙер бәләкәстәрҙең бергә етәкләшеп бейегән видеояҙмаһын ғына ҡарарға ҡалды…—тип көрһөнә өләсәй кеше.
—Хәҙер әбейем менән ейән-ейәнсәрҙәр өсөн йәшәргә тырышабыҙ, балаларҙың балаларына ҡарап йыуанабыҙ, артабан йәшәүгә көс табабыҙ,—ти ҡартаталары.
Шулай итеп, бер көндә донъялағы иң яҡын кешеләрен юғалтҡан балалар Әҡлимә инәйҙәренең, ҡартатай-өләсәйҙәренең ҡуйынына һыйына. Мәктәптә яҡшы уҡыйҙар, тәртип яғынан да барыһы ла һәйбәт уларҙың. Ваҡыт үтеү менән балалар үҫеп төрлөһө төрлө яҡҡа тарала. Әлеге көндә уларҙың иң өлкәне Илүзә Мәскәүҙә шәфҡәт туташы булып эшләй. Fинуарҙа уның никахы булған. Уртансыһы Гөлфинә лә кейәүгә сыҡҡан. Улар Аҡъярҙа йәшәй, ғаиләһендә бер бала үҫә. Кесеһе Фәрүәз Өфөлә республика иҡтисад лицей-интернатында белем ала.
Хеҙмәт ветерандары Роза Лотфулла ҡыҙы менән Хәлил Ильяс улы Мәмбәтовтарҙы ауылдаштары ихтирам итә. Уларҙың ҡулынан килмәгән эш юҡ, һарай тултырып мал көтәләр, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр. Хәлил ағайҙың тракторы, бесән сапҡысы, тырмаһы, ике арбаһы бар. Техникаһы менән үҙҙәренә бесән әҙерләй, күрше-күләнгә лә хәленән килгәнсе ярҙам итә. Роза апай йәштән тегеү, бәйләү эшенә оҫта. Ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһына йөрөй. Унда шөғөлләнгән 10 ҡатын-ҡыҙға милли күлдәк-камзулдарҙы үҙе тегеп биргән. Әле селтәрҙәр эшләү менән мәшғүл. Бынан тыш фольклор ансамблендә сығыш яһарға ла өлгөрә. Театр йылына арналған спектаклдәрҙә лә уйнай. Ауылда, районда уҙғарылған сараларға Роза апайҙан икмәк бешертеп алалар. Уның ҡомалаҡ әсеткеһенән күпертеп бешергән икмәгенең тәмле ле, файҙалы ла икәнен барыһы ла белеп алған. Ҡыҙҙары Әҡлимә олоғайған ата-әсәһенә терәк-таяныс булып тора. Уның ике улы ла үҫеп ир еткән. Өлкәне Ришат үҙ ғаиләһе менән Мәскәүҙә йәшәй. Кесеһе Радик «Юбилейный» ятҡылығында эшләй. Күпте күргән, күпте кисергән ҡартатай менән өләсәй 13 ейән-ейәнсәренең, 5 бүлә-бүләсәһенең уңыштарына ҡыуанып йәшәй. Ейән-ейәнсәрҙәренең саф тауыштары, бәхетле йылмайыуҙары ҡартатай менән өләсәйгә йәшәү дауаһы бирә.
Альбина Ҡоҙашева.
Һүрәттә: Роза һәм Хәлил Мәмбәтовтарҙың өйөнән йылылыҡ бөркөлөп тора.