Күпме күрешһәк тә курсташым Фәүзиә менән һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәй. Был юлы ла шулай булды. Әхирәтем мәсеткә йөрөп, ғәрәпсә уҡырға өйрәнә башлауы тураһында һөйләп: «Әйҙә һин дә өйрән»,—тип, дини ғилем алыуыма тәүге сәбәпселәрҙең береһе булды. Йәһәтләп мәсеткә юлландым. Белем алыу бүлмәһендә ир-ат затынан берәү ҙә юҡ. Дәрес башланыуға ярты сәғәт тирәһе ваҡыт бар. Уҡытыусы килеп етмәгән әле. Уҡыу бүлмәһендәге ҡатын-ҡыҙ шау-гөр килә: кемеһелер өйрәнгән ғәрәп хәрефтәрен ҡабатлай, кемеһелер ҡысҡырып-ҡысҡырып ҡағиҙәләрҙе иҫенә төшөрә, кемдер уҡый алмай аҙапланыуынан үҙенән-үҙе үк шарҡылдап көлә—ҡыҫҡаһы, бүлмә эсендәге тауыш мәсеттең үҙен күтәреп алып китерҙәй ине. Бүлмәгә олпат ҡына атлап Әғләметдин хәҙрәт килеп инде.
—Йә, апайҙар, кемегеҙ минең һорауға яуап бирә алыр икән?
Бөтәбеҙ ҙә һағайып ҡалабыҙ. Ниндәй генә һорау бирер икән? Яуап бирә алһаҡ ярар ине…
—Мәсеттә кемдәргә генә ҡысҡырып һөйләшергә рөхсәт ителә әле?!
Шаңҡытты бит һорау! Әле ге-нә мәсетте күтәрерҙәй булған тауыш секунд араһында юҡҡа сыҡты. Беребеҙҙән дә төплө яуап булмаясаҡ, һәр хәлдә мин был юҫыҡта бик һай йөҙәм. Юҡҡа ғына хәҙрәт һынлы хәҙрәт, яныбыҙға инеп, мәсет эсендә һөйләшеү тураһында һүҙ ҡуҙғатмаҫ, тием эстән генә. Үҙ һорауына яуапты оҙаҡ көтөп тә тормай, имам-хатиб үҙе яуап бирә башланы.
—Өс кешегә мәсеттә ҡысҡырып һөйләшергә рөхсәт бирелә: беренсеһе—мәсеттең имам-хатибына, икенсеһе—имам-хатиб рөхсәт иткән кешегә, ә өсөнсөһө кем тип уйлайһығыҙ? Яуап юҡ. Мәсеттә рөхсәтһеҙ-ниһеҙ һәм ҡысҡырып һөйләгән өсөнсө төр кеше—ул аҡылы камил булмаған ахмаҡ.
Уй Аллаһым! Ер тишегенә инеп китерлек яңылыҡ булды лабаһа. Беҙ, бында дини ғилем алыу өсөн йыйылған ҡатын-ҡыҙ, өсөнсө төркөмгә эләктек түгелме? Тауышын да күтәрмәй, оҙон-оҙаҡ нотоҡ та уҡымай беҙ, бейсәләрҙе, урыныбыҙға ҡуйҙы бит был дин әһеле! Бына бит ул диндең көсө ҡайҙа! Мәсеткә белем алыу ниәте менән килгән тәүге көнөмдә үк боронғо яҙыусылар әҫәрҙәрендә һүрәтләнгән муллалар образын талапсан, ҡәтғи, үҙ баһаһын белгән, иғтибарлы, ихтирамлы һәм мотлаҡ үҙ телендә генә һөйләшкән милләтемдең олпат бер вәкиле алмаштырҙы.
Үҙем йөрөп белем алған Сибай мәсетенә рәхмәт йөҙөнән мәсетебеҙ тураһында һөйләп, уның тураһында республикабыҙ халҡына еткереү теләге күптән булһа ла, форсаты сыҡмай торғанлыҡтан, хыялымды тормошҡа ашыра алмай йөрөй инем. Күптән түгел үҙемә әхлаҡ ҡағиҙәләре дәрестәренән һабаҡ биреүсе Әғләметдин хәҙрәттең ҡыҙы Әминә менән осрашып, һөйләшеп киттек. Fәҙәттәгесә, әңгәмәбеҙ «балаға тәрбиәне кем бирә, тәрбиәһеҙ бала өсөн кем яуаплы?» темаһына булды.
—Атайым ғаиләбеҙҙә беҙҙең өсөн оло абруй. Бала сағыбызҙа бергәләп балыҡҡа йөрөүебеҙ, күмәкләшеп бесән сабыуҙар әле лә иҫтә. Хәтерләйем, бер ваҡыт бесән сапҡанда атайым: «Ҡыҙым, еңле күлдәк кейеп йөрөһәңсе!»—тигәйне. Уның был һүҙҙәренән бармаҡ остарыма тиклем ҡыҙарынып оялғанымды ғүмерҙә лә онотмаҫмын. Өйҙә атай-әсәйҙәр балаларын артыҡ тыйып, «тыйылған татлы була» тигәндәй, үҙҙәре үк тыйылғанға ҡыҙыҡһыныу уятмайҙармы икән? Беҙҙең атайыбыҙ беҙҙе бер ваҡытта ла ҡәтғи итеп тыйманы, ә үҙебеҙгә уйланырлыҡ урын ҡалдырып:
—Ярай, ҡыҙым, ул кисә тигән нәмәгеҙгә бар, тик әсәйең менән минең йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтерерлек булмаһын,—тип йәштәр араһында үткәрелгән һәр төрлө сараларға гел генә ебәрер ине. Яйлап-яйлап үҙем үк ундай сараларға йөрөүҙән ялҡып туҡтаным.
Тәрбиә—ул ғаиләнән килә, тип һығымта яһаны әңгәмәсем Әми-нә абыстай. Атайыбыҙ менән әсәйебеҙҙе абруй итеп ҡабул иткән ғаиләлә үҫкәнлектән, абыстайҙың һығымтаһы менән тулыһынса килештем.
—Атайыбыҙ бик йомшаҡ кеше икән тип уйлайһыңдыр, бәлки, апай. Ул миңә ҡыҙ бала булғанға ғына шулай йомшаҡ мөғәмәләлә булғандыр, тием. Ике ҡустым—Абдулла менән Хәлимгә—ҡатыраҡ булды ул. Малайҙар артыҡ шаярып, атайҙың теңкәһен ҡоротоп ебәргән саҡтары ла булғандыр, бәлки. Аллаһҡа шөкөр, хәҙерге көндә уларҙың икәүһе лә дин юлында булғанлыҡтан, улдары өсөн дә күңеле тыныс. Иҫемдә: 1984-1988 йылдарҙа Бохарала «Fәрәп донъяһы» мәҙрәсәһендә уҡыған йылдарында атайым беҙҙе, балаларын намаҙ уҡыу-уҡымауыбыҙҙы контролдә тотоу эшенә мине яуаплы итеп ҡалдырҙы. Һәр көн намаҙ уҡырға тейешле ҡустыларыма эштәрен башҡарыу-башҡармауҙарына ҡарап «+» йәки «-» тамғалары ҡуйып, атайыма отчёт әҙерләйем. Һәр аҙымыбыҙҙы үҙебеҙгә лә һиҙҙермәй күҙәтеп барып, ваҡытында төҙәтеп барғаны өсөн мең рәхмәтлемен уға. Атайыңдың эшлекле, ныҡышмал булыуы арҡаһында бер ауырлыҡ та күрмәнем, арҡамды ышаныслы терәрлек таянысым ул минең, тип ҡыуана әсәйем дә,—тип һүҙен йомғаҡланы Әминә абыстай ғаилә тәрбиәһе тураһындағы әңгәмәбеҙҙе.
Эйе, Әғләметдин хәҙрәтте белмәгән кеше һирәкме, әллә уны белмәгән кеше бөтөнләй юҡмы, уныһын аныҡ ҡына әйтә алмаһам да, уның ҡалабыҙ өсөн генә түгел, милләтебеҙ хаҡына хеҙмәт иткәнлегенә миҫалдарҙы күп килтерә алам.
Тырышып эшләүеңдең һөҙөмтәһен үҙең тырыш, ныҡышмал булһаң ғына күрә алаһың бит әле. Сибайҙа ташсы һөнәренә эйә булғандан һуң хеҙмәт юлын Бүздәк районында башлап, аҙаҡ, Совет Армияһы сафында хеҙмәтенән һуң, ниндәй генә өлкәлә эшләмәһен, һәр урында Маҡтау грамоталары менән бүләкләнеүе тураһында ла ғорурланып бәйән иткәйне ҡыҙы Әминә. Бохаралағы «Fәрәп донъяһы» мәҙрәсәһендә белем алғандан һуң, Сибай ҡалаһының «Тәҡүә» мәсетенә имам-хатиб итеп тәғәйенләнгәне бирле байтаҡ ваҡыт үтеп тә киткән. Ошо йылдар арауығында милләтебеҙгә арымай-талмай хеҙмәт итеп, халҡыбыҙҙы мосолман донъяһына әйҙәүсе Әғләметдин хәҙрәткә күптәр рәхмәтлелер. Мәсетебеҙ йылдан-йыл күркәмләнә, унда йөрөп дини ғилем алырға теләүселәр һаны артҡандан-арта бара. Әғләметдин хәҙрәт үҙ тәжрибәһе менән Урал аръяғы райондарының имам-хатибтары менән дә ихлас уртаҡлаша. Оҫта ойоштороусы булараҡ, һәр төрлө дини байрамдарҙы, йолаларҙы һаҡлау буйынса башҡарылған эштәре бихисап. Ҡөрьән уҡыу ярыштары бул-һынмы, балалар өсөн йәйге лагерҙар ойоштороп, әхлаҡ ҡағиҙәләре нигеҙҙәрен өйрәтһен-дәрме, дини кейем буйынса мо-да күрһәтеүме, күрше район мәсеттәре имам-хатибтары өсөн әҙерлек курстары ойоштороумы, Мәүлит кисәләре, викториналар үткәрелһенме—барыһы ла уның етәкселегендә уйланылып, еренә еткереп башҡарыла. Хатта гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы ла уның ярҙамһыҙ үтмәй. Йәмәғәт эштәренә лә өлгөрөүенә хайран ҡалаһың тиҙҙән 70 йәшлек юбилейын билдәләргә йыйыныусы аҡһаҡалдың. Ҡала күләмендә үткәрелгән Еңеү көнө, һабантуй байрамдары, Бөтә Рәсәй һуҡырҙар һәм ғәриптәр йәмғиәте ойошмаһына ярҙам саралары үткәреүгә, халыҡ-ара милләттәр татыулығын һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар бүлә. Динебеҙҙең бөтә нескәлектәрен төплө өйрәнгән Әғләметдин хәҙрәтте тик бер генә маҡсат борсой: ислам динен бөтә төҙөклөгөндә, боҙмай, юғалтмай, һәр төрлө дини ағымдарға инеп китмәй, аҙашмай торған быуын тәрбиәләү, мосолман донъяһының бөтә күркәмлеген халыҡ күңеленә һеңдереү, киләсәк быуынға тапшырыу. Изге уйҙарың тормошҡа ашһын, аҡһаҡал!