АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
18 Март 2019, 11:16

Булмышында—ихласлыҡ

Әнүзә Хәжиәхмәт ҡыҙы Мәжитова 1959 йылдың 22 июнендә Баймаҡ районының Һәмән ауылында тыуған. Билал урта мәктәбен тамамлаған ҡыҙ Йоматау ауыл хужалығы техникумының бухгалтерия бүлегендә уҡыған. Артабан Баймаҡ мәғариф бүлегендә бухгалтер, машиналар эшләү заводында иҡтисадсы, Учалы ҡала дауаханаһында бухгалтер, ҡатырға-рубероид заводында техник, бухгалтер булып эшләгән. Яҙмышын Өмөтбай егете Рәмил Исмәғил улы Мәжитов менән бәйләгәс, йәш ғаилә ошо ауылға ерегеп йәшәп китә. Әнүзә Хәжиәхмәт ҡыҙы һөнәре буйынса эш юҡ тип аптырап тормай, төрлө эштәрҙе башҡара. 1987 йылда ауыл китапханасыһы булып урынлаша һәм 2018 йылға ҡәҙәр, йәғни хаҡлы ялға сыҡҡансы райондың алдынғы китапханасылары сафында була.

Әнүзә Хәжиәхмәт ҡыҙы Мәжитова 1959 йылдың 22 июнендә Баймаҡ районының Һәмән ауылында тыуған. Билал урта мәктәбен тамамлаған ҡыҙ Йоматау ауыл хужалығы техникумының бухгалтерия бүлегендә уҡыған. Артабан Баймаҡ мәғариф бүлегендә бухгалтер, машиналар эшләү заводында иҡтисадсы, Учалы ҡала дауаханаһында бухгалтер, ҡатырға-рубероид заводында техник, бухгалтер булып эшләгән. Яҙмышын Өмөтбай егете Рәмил Исмәғил улы Мәжитов менән бәйләгәс, йәш ғаилә ошо ауылға ерегеп йәшәп китә. Әнүзә Хәжиәхмәт ҡыҙы һөнәре буйынса эш юҡ тип аптырап тормай, төрлө эштәрҙе башҡара. 1987 йылда ауыл китапханасыһы булып урынлаша һәм 2018 йылға ҡәҙәр, йәғни хаҡлы ялға сыҡҡансы райондың алдынғы китапханасылары сафында була. Үҙ эшенә мөкиббән киткән ханым тематик кисәләр, китапхана дәрестәре, конференциялар, республиканың, райондың күренекле шәхестәре, яҙыусылар менән осрашыуҙар үткәрә. Билдәле әҙиптәребеҙ Мостай Кәрим, Абдулхаҡ Игебаев, Рауил Бикбаев, Вара Буранбаев, Таңсулпан Fарипова менән булған осрашыу-һөйләшеүҙәр уның хәтер китабында айырым урын алып тора. «Мостай Кәримде тройка аттарға ултыртып, Баймаҡ сигендә самауырҙар ҡайнатып, билмән бешереп, күмәкләшеп оҙатыу мөмкинлеге биргән Хоҙайыма рәхмәт»,—ти ул. Әүҙем йәмәғәтсе Әнүзә Мәжитованың мәҡә-ләләре республика һәм район гәзит-журналдарында даими баҫылып тора. 2016 йылда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арналған «Еңеү менән ҡайтты дандары» тигән китабы донъя күрә. Рәсәй, Башҡортостан китапханалары, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары, ҡоролтай, район, ауыл хакимиәте, район китапханалар селтәре тарафынан бирелгән Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары бихисап. Уңған ҡатын 1995, 2008, 2012 йылдарҙа «Йыл китапханасыһы» исеменә лайыҡ булған.
Рәсәйҙә ауыл хужалығы буйынса үткәрелгән халыҡ, ауыл хужалығы буйынса иҫәп алыу кампанияларында ҡатнашып, «За заслуги в проведении Всероссийской переписи населения—2010» миҙалына лайыҡ булған. 2016 йылда «Йыл ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе» исеме бирелгән. 2004 йылда Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булған. 2013 йылда республикала уҙғарылған «Иң яҡшы башҡорт китабы» конкурсында ҡатнашып, «Мөхәббәт, ғаилә, тоғролоҡ тураһында иң яҡшы китап» номинацияһында еңеү яулаған. 2001, 2012 йылдарҙа уның намыҫлы хеҙмәте республика ҡатын-ҡыҙҙар союзының Маҡтау ҡағыҙын менән билдәләнгән. 2018 йылда «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы» союзы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина Маҡтау ҡағыҙы тапшырған.
30 йыл буйына ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын етәкләгән Әнүзә Мәжитова һәр сараның уртаһында ҡайнап йәшәй. Ауылдаштары өсөн ойошторған байрам-конкурстарының иҫәбе-һаны юҡ. Тынғыһыҙ ханымды өс тапҡыр Билал ауылы хакимиәтенә депутат итеп һайлайҙар. 2016 йылдан ул «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы партияһын етәкләй. Күренекле шағирә Фирүзә Абдуллина ойошторған «Беҙ—Баймаҡтар бит әле!» төркөмөнөң мөхәррире.
Әнүзә Хәжиәхмәт ҡыҙының ире Рәмил Исмәғил улы ла бар тырышлығын мәҙәниәтте үҫтереүгә бағышлаған кеше. Ул 25 йыл клуб мөдире булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Мәжитовтар ғаиләһендә ике ул үҫеп, буй еткергән. Балалар ҙа ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерерлек түгел, бала саҡтан каратэ, гир күтәреү менән етди шөғөлләнгән ир-егеттәр Рәсәй, Донъя һәм Европа кимәлендә призлы урындар яулаған. Фәнил дә, Раян да өйләнгән, балалар үҫтерә, маҡтаулы эшләй.
Өмөтбай ауылының ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе булараҡ Әнүзә Мәжитова әле лә тынғылыҡ белмәй, халҡы өсөн янып йәшәүен һәм эшләүен дауам итә. Йола байрамдары, тәрбиәүи темаға ҡоролған төрлө саралар, осрашыуҙар, ярыштар, конкурстар, «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы булһынмы, Әнүзә Хәжиәхмәт ҡыҙы үҙе сценарий яҙып, уны матур итеп урын-еренә еткереп ойошторорға өйрәнгән. Мәҫәлән, атайҙар менән үткәрелгән сара районда иң яҡшыһы тип табылған һәм республика кимәленә сығарылған. Fаилә менән үткәрелгән сара районда Гран-приға лайыҡ булған. Әнүзә Мәжитованың башланғысы менән һәр яҙ һайын ауылда өмәләр ойошторола, уның эргә-тирәһе, ҡоҙоҡ-йылғалар таҙартыла һәм тәртипкә килтерелә. Арабыҙҙа Әнүзә Хәжиәхмәт ҡыҙы кеүек бар булмышы менән халҡына тоғро хеҙмәт итеүҙе һәм изге эштәр ҡылыуҙы алға ҡуйып йәшәүселәр күберәк булһа ауылдарыбыҙ бер ваҡытта ла бөтмәйәсәк, ундағы тормош һүнмәйәсәк, һүрелмәйәсәк.
Альбина Таһирова.
Читайте нас: