Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
11 Февраль 2019, 16:04

«Тормош матур, һуғыш ҡына булмаһын»

Бер көнө кис, эш тамамланыр алдынан, редакцияға гәзитебеҙҙең айырылмаҫ дуҫы, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Сибай ҡала ойошмаһы рәйесе Басир Шәрипов килеп инде. «Беҙҙең ҡалала ла Ленинград блокадаһында булған кешеләр бар икән дә баһа. Бөгөн поликлиникала шуларҙың береһе менән таныштым. Ваҡыт табып, осраша алмаҫһығыҙмы икән? Ҡолаҡҡа ҡатыраҡ булһа ла, хәтере шәп»,—тип телефон номерын бирҙе.Ленинград блокадаһының аслығын, һыуығын үҙ елкәһендә татығын хеҙмәт ветераны Зиннурова Дая Мәғәфүр ҡыҙы менән шулай көтмәгәндә осраштыҡ.

«Тормош матур, һуғыш ҡына булмаһын»
«1941 йылдың 28 декабре. Женя 1941 йылдың иртәһендә сәғәт 12-лә үлде».
«Өләсәйем 1942 йылдың 25 ғинуарында сәғәт 3-тә үлде».
«Лена 17 мартта иртәнге 5-тә үлде.1942 йыл».
«Вася бабай 13 апрелдә төнгө 2-лә үлде. 1942 йыл».
«Леша бабай 10 майҙа көндөҙгө сәғәт 4-тә үлде. 1942 йыл».
«Әсәйем—13 майҙың 7 сәғәт 30 минутында.1942 йыл».
«Савичевтар үлде». «Бөтәһе лә үлде». «Таня бер үҙе ҡалды».
Блокадала ҡалған Ленинград ҡыҙы Таня Савичеваның көндәлегенән алын-ған тетрәндергес был юлдарҙы беҙҙең быуын яттан белде. 11 йәшлек кескәй генә ҡыҙҙың йөрәгенән ҡанһырап сыҡҡан йән өҙгөс был ауазды беҙ һәр саҡ:«Һаҡ булығыҙ, уяу булығыҙ, кешеләр! Тыныслыҡты күҙ ҡараһындай һаҡлағыҙ!»—тигән оран итеп ҡабул итә инек.
Бер көнө кис, эш тамамланыр алдынан, редакцияға гәзитебеҙҙең айырылмаҫ дуҫы, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Сибай ҡала ойошмаһы рәйесе Басир Шәрипов килеп инде. «Беҙҙең ҡалала ла Ленинград блокадаһында булған кешеләр бар икән дә баһа. Бөгөн поликлиникала шуларҙың береһе менән таныштым. Ваҡыт табып, осраша алмаҫһығыҙмы икән? Ҡолаҡҡа ҡатыраҡ булһа ла, хәтере шәп»,—тип телефон номерын бирҙе.
Ленинград блокадаһының аслығын, һыуығын үҙ елкәһендә татығын хеҙмәт ветераны Зиннурова Дая Мәғәфүр ҡыҙы менән шулай көтмәгәндә осраштыҡ.
Дая 1937 йылда Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауылында донъяға килгән. Ҡыҙсыҡ имсәк кенә бала булған сағында әле ата-әсәһе, өс балаһын эйәртеп, вербовка менән Ленинградҡа төҙөлөшкә эшкә юллана. Күсеп барғас Төньяҡ башҡалала дүртенсе балалары ла донъяға килә.
—Мин быларҙың береһен дә хәтерләмәйем, бигерәк бәләкәй булғанмын,—тип иҫләй ул йылдарын Дая апай.—Әсәйем һөйләүе буйынса, улар яңғыҙ булмаған: беҙҙең ауылдан ғына өс ғаилә күсеп барған, күрше ауылдарҙан да булғандар, шикелле.Уйнарға сыҡһам, кире инергә ишек таба алмай илап йөрөгәнем генә хәтергә һеңеп ҡалған. Кемдер берәүҙең йәтеш кенә аҡ алюмин фляга тотоп: «Кому молока! Кому молока!»—тип һөт тәҡдим итеп йөрөгәне иҫемдә.—Бер ваҡыт ике ағайым менән Нева буйына уйнарға төшкәйнек, немец самолеттары осоп килеп сыҡты ла бомба яуҙыра башланы. Беҙ урманда боҫоп тороп ҡалдыҡ. Неваның ҡаршы ярында ниндәйҙер һалдаттар йүгерешеп йөрөй ине. Шунан бомбаға тотоу йышайғандан-йышайҙы. Тревога иғлан иткән һайын әсәйем, өйҙә булғанда, беҙҙе «окоп»ҡа алып төшә торғайны. «Окоп» тигәне—йәшелсә һаҡлағыс һымағыраҡ итеп ер аҫтына ҡаҙып эшләнгән нәмә, өҫтө тигеҙ. Уны, ниңәлер, «окоп» тип йөрөттөләр. Отбой булһа, ишекте асалар. Ҡояшҡа сыҡҡас күҙҙе аса алмай йонсоған бөгөнгөләй хәтерҙә. Тревога тауышы—хәҙерге сиренаға бөтөн-ләй оҡшамаған ине ул: шомло, оҙон бер моң ине, шул тиклем хәтергә һеңеп ҡалған, оҙаҡ йылдар, онота алмай, ҡабатлап йөрөнөм. Әсәйем: «Етәр инде, онот шул нәмәне!»—тип әрләй торғайны. Бер ваҡыт әсәйем, эштән һуң ҡайтыпмы, беҙҙе «окоп»ҡа алып төшә алманы. Тәҙрәнән ситкәрәк ултыртып, өҫтөбөҙгә юрған, яҫтыҡтарҙы ябып һалған булды. Бомба тейеп, өй емерелһә, имен ҡалырбыҙ тип уйлаған булғандыр инде.
Ашарға юҡ. Атайым менән бәләкәс һеңлем аслыҡтан үлде. Ике абзыйым: «Их, ике кран булып, береһенән әпей, икенсеһенән май аҡһа ине, туйғанса ашар инек»,—тип һөйләшкән була... Был һүҙҙәрҙе һуң Дая апай күҙ йәштәрен тыя алманы.
—Ҡыш Неваға һыуға йөрөй алманыҡ, ҡар иретеп эстек. Оло абзыйым Марс шешенгәйне. Уйламағанда тере ҡалды:1942 йылдың май айында беҙҙе эвакуацияланылар. Ҡояшлы, матур көн ине. Беҙҙе йөк машинаһына шығырым тултырып тейәп алдылар ҙа бер ергә алып барып вагонға ҡыуа башланылар. Бер туҡтауһыҙ:«Тиҙ! Шәберәк булығыҙ!»—тип ҡысҡырҙылар. Аслыҡтанмы, хәлем бөтөпмө, вагонға ингәс йоҡлап киткәнмен. Уянып китһәм, эргәмдә әсәйем дә, ағайҙарым да юҡ. Ҡурҡышымдан илап ултыра инем, кемдәрҙер инеп, ашатып сыҡты: ниндәйҙер станцияла беҙгә ашарға әҙерләп торғандарҙыр, күрәһең.
Ләмәҙтамаҡҡа ҡайтып төштөк. Ҡулда бер нәмә юҡ. Беҙҙең буш торған өйгә өләсәйем һеңлеһен—Хәҙисә апайҙы индергән булған. Һыйырыбыҙҙы ла уға биргән. Хәҙисә апай һыйырыбыҙҙы кире ҡайтарҙы, өйҙө лә бушатты. Ауыл кешеләре кейем-һалым, юрған, яҫтыҡ килтерҙе. Урыҫ мейесебеҙ бар ине, иҫке тирене йәйеп, шунда йоҡлап йөрөнөк. Шулай үҙ еребеҙҙә тыныс йәшәп киттек.
Әсәйем 78 йәштә баҡыйлыҡҡа күсте. Тыуған ауылы Ләмәҙтамаҡта ерләнек. Сибайҙа медучилище тамамлап, ауылда фельдшер булып эшләп йөрөй инем. Әсәйем үлгәс, күңел йәшлек ҡалам Сибайға тартты. Сибайҙан бер ҡайҙа ла китмәнем, утыҙ йылдан ашыу һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Хөкүмәткә лә, бер кемгә лә үпкәм юҡ. Пенсия алам. Беҙгә «Ленинград блокадаһында йәшәүсе» статусы биреп Бөйөк Ватан һуғышында һуғышыусылар менән тиңләнеләр, II төркөм инвалиды иттеләр. Ленинград ай һайын үҙ пенсияһын түләп тора. Бер тапҡыр түләнә торған ярҙамдан да өҙмәйҙәр. Ҡала хакимиәте лә онотмай, ванна бүлмәһен бушлай ремонтлап бирҙеләр, байрамдарҙа ҡотлап торалар. Оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан һуңғы эш урынымда ла ( Сибай район-ара туберкулезға ҡаршы диспансер) онотмайҙар, байрамдарға саҡырып, хәлемде белешеп, шатлыҡтары менән уртаҡлашып ҡыуандыралар. Бер зарым да булмаҫ ине—ҡолаҡҡа ғына ҡатыраҡмын. Дауаланып та ҡараным, ярҙам итмәне: табиптар, бала саҡта контузия алғанһың, тине. Радик ағайым да 45 йәштән һаңғырау ҡалды, ҡартайғас бөтөнләй ишетмәне.
Училище тамамлап, Ләмәҙтамаҡта фельдшер булып эш башлағанда уҡ «Коммунистик хеҙмәт ударнигы» исеменә лайыҡ булған Зиннурова Дая Мәғәфүр ҡыҙы «Бөйөк Ватан һуғышы ветераны», «Хеҙмәт ветераны», «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 60, 65, 70 йыл» юбилей, «В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы хеҙмәт батырлығы өсөн», «Санкт-Петербургтың 300 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалдары менән бүләкләнгән. Төньяҡ башҡаланан «Ленинградты фашистик блокаданан тулыһынса азат итеүҙең 70 йыллығы хөрмәтенә» исемле иҫтәлекле билдә лә ебәргәндәр.
Дая апай элекке ауылдашы, элекке класташы Камалов Әҡсән Әхтәр улы менән табышып, алтынсы йыл бергә ғүмер кисерәләр. «Тормош матур, һуғыш ҡына булмаһын»,—тиҙәр улар бер тауыштан.
Һүрәттә: Дая Мәғәфүр ҡыҙы һәм Әҡсән Әхтәр улы.