Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
11 Февраль 2019, 13:12

Ауырлыҡтар аша бирелгән бәхет

Бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән инәй-олатайҙарҙың барыһының да яҙмыштары еңелдән булмаған. 1939 йылда Йылайыр районының Бикйән ауылында тыуған Шәкирйән Юламанов та үҙ ғүмерендә ауырлыҡ һәм михнәттәрҙе күп күргән.

Бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән инәй-олатайҙарҙың барыһының да яҙмыштары еңелдән булмаған. 1939 йылда Йылайыр районының Бикйән ауылында тыуған Шәкирйән Юламанов та үҙ ғүмерендә ауырлыҡ һәм михнәттәрҙе күп күргән.
«Ударник» колхозы рәйесе булып эшләгән атаһы Fәлимйән Fәрифулла улын 1942 йылда фронтҡа алалар. Барлыҡ донъя мәшәҡәттәре әсәһе Хәмдениса Дауыт ҡыҙының иңенә төшә. Хужалыҡта һауынсы булып эшләгән ҡатындың алдында береһенән-береһе ваҡ балаларын: Ишҡәле, Кәримә һәм Шәкирйәнде үҫтереп аяҡҡа баҫтырыу бурысы тора. Fаилә башлығы һуғышҡа алынған йылда уҡ фронтта һәләк булып ҡала. Өс йәшендә генә атайһыҙ ҡалған Шәкирйәнде алда тағы ла хәтәрерәк ауырлыҡ көткән икән. Эшләп йөрөгән әсәһе тиф ауырыуын йоҡтороп, сәсрәп ауырып китә. Оҙаҡламай ул да гүр эйәһе була. Балалары үкһеҙ етем тороп ҡала.
—Февраль айында атайҙың ҡустыһы Айса ағай өсөбөҙҙө лә бер толопҡа төрөп, ат санаһына ултыртып, Һабыр балалар йортона алып барҙы. Волость үҙәге булған ауылда ҙур мәктәп, дауахана бар ине. Аслыҡты күп күрҙек беҙ, тамағыбыҙ икмәккә туйманы. 1954 йылда яҡшы уҡыған, тәртипле балаларҙы һайлап алып Юлдыбай балалар йортона оҙаттылар. Араларында мин дә бар инем. 7-се кластан 10-сы класҡа тиклем шунда белем алғас, өс туған Сәғәҙей ағайым менән Кушнаренко ауыл хужалығы техникумының агрономия бүлегенә уҡырға юлландыҡ,—тип хәтерләй Шәкирйән ағай.
Диплом алғас, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта һәм ике йыл «Башҡорт» совхозы бүлексәһендә агроном булып эшләй. Үрге Fәлелә Айса ағаларында йәшәп эшләгән егет үҙенең яҙмышын тап ошо ауылда осрата ла инде. Хәл былайыраҡ була. Ул ваҡытта 6-сы класта уҡып йөрөгән Эльмира исемле ҡыҙ бер көндө ауыл магазинына һабын алырға тип барған була. Бер ваҡыт магазинға стрелкалы ҡара салбар, һары шаҡмаҡлы күлдәк кейгән Шәкирйән килеп инә. Ҡыҙ был шәп егетте күреүҙән бик оҙаҡ иҫен йыя алмай тора. Егет тә матур ҡыҙҙы бер күреүҙән оҡшата. 1963 йылда, 8-се класты тамамлағас, Шәкирйән мине осрашыуға саҡырҙы һәм беҙ танышып, дуҫлашып киттек. Шул уҡ йылда ул Баш-ҡорт аграр институтының «Агрономия» факультетына, ә мин Сибай педагогия училищеһына уҡырға индек. Студент йылдарында хатлашып-сәләмләшеп торҙоҡ. 4 йылдан һуң мин тыуған ауылыма ҡайтып мәктәптә эш башланым,—тип дауам итә Эльмира Хәбибулла ҡыҙы.
1968 йылда институтты тамамлаған Шәкирйән Юламановты «Башҡорт» совхозының үҙәге булған Матрайға орлоҡсолоҡ буйынса өлкән агроном итеп эшкә алалар. Шулай матур ғына эшләп йөрөгәнендә райондың партия комитетына саҡырып, райондың комсомол ойошмаһы секретары итеп тәғәйенләйҙәр. Йылдан-йыл йәштәрҙең араһындағы мөхәббәт нығынғандан-нығына бара. 1970 йылдың ғинуарында, селлә тип ҡарап тормайынса, Шәкирйән Юламанов ат егеп Йылайырҙан Үрге Fәлегә кәләш әйттерергә сыға. Февралдә йәштәр туй үткәрә һәм икәүләшеп Йылайыр район үҙәгендә йәшәй башлай. Йәш ғаиләгә өс бүлмәле фатир бирәләр. Ике йылдан һуң ғаилә башлығын кире «Башҡорт» совхозына баш агроном итеп эшкә саҡыралар. Элек партия ҡайҙа ҡушһа, шунда эшләгәндәр. Юламановтар ҙа оҙаҡ уйлап тормай Матрайға күсеп ҡайта. Үҙҙәре әйтеүенсә, уларҙың иң күңелле, дәртле йылдары тап ошо ауылда үтә. Бер-бер артлы өс балалары—Илдар, Зөфәр һәм Гөлгөнә тыуа. Эльмира Хәбибулла ҡыҙы башланғыс кластарҙа һабаҡ бирә. Үҙ эшенә яуаплы ҡарағаны һәм районда мул уңыш алыуға өлгәшкәне өсөн баш агроном Шәкирйән Юламановты Мәскәүгә ВДНХ-ға ебәрәләр. Баш ҡаланан бер рюкзак һәм бер сумка мандарин, һәм ғүмерҙә лә күрмәгән грейпфруттар алып ҡайтҡанын ҡатыны әле лә хәтерләп һөйләй. Артабан Шәкирйән ағайҙы Иван-Ҡыуалат ауылына, «Һамар» совхозына баш агроном итеп ебәрәләр. Fаиләһе менән күсеп барған ир-егет бында ла һынатмай, тырыш хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Алты йылдан һуң тәжрибәле агрономды яңы ойошторолған хужалыҡҡа—«Һабыр» совхозына эшкә саҡыралар. Шулай итеп, 1990 йылда Шәкирйән Fәлимйән улы ғаиләһе менән Һабыр ауылына барып төпләнә. Баш агроном һәм производство буйынса директор урынбаҫары булып тәғәйенләнгән белгес ең һыҙғанып эшкә тотона. Талапсан, шул уҡ ваҡытта кешенең хәлен аңлап, ярҙам ҡулы һуҙырға торған етәксене урындағы халыҡ үҙ итә, уға оло хөрмәт менән ҡарай. Һабыр балаларын уҡытҡан ҡатыны ауылдың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй. 8 йыл «Душауай» халыҡ фольклор ансамблен етәкләй, ветерандар Советы рәйесе була.
Юламановтар ғаиләһенең уңғанлығын ауылдаштары ла иҫбатлай. Күптәр тап уларҙан баҡсасылыҡ серҙәренә өйрәнгән. 2018 йылдың йәйендә һаулыҡтарына бәйле Шәкирйән һәм Эльмира Юламановтарҙы кейәүе менән ҡыҙы Сибайға, үҙҙәренең эргәһенә күсереп ала.
Бар ғүмерен ер эшенә бағышлаған Шәкирйән Fәлимйән улы Юламановтың намыҫлы хеҙмәте Йылайыр районы хакимиәтенең, Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамоталары менән билдәләнгән. Эльмира Хәбибулла ҡыҙы «Рәсәй мәктәптәренең уҡытыу алдынғыһы» маҡтаулы исемен йөрөтә, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының, Ҡоролтай башҡарма комитетының Почет грамоталары менән бүләкләнгән.
Бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлап, ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер юлынан барыусы Юламановтар киләһе йылда үҙҙәренең алтын туйын билдәләргә йыйына.
Читайте нас: