Матур ҡартая белеү—үҙе бәхет, тип бушҡа әйтмәй халыҡ. Хәйбулла районының Атингән ауылында йәшәүсе Роза Әбделмән ҡыҙы Рәхмәтова, оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, һәр көнөн файҙалы итеп үткәрергә тырыша. Матурлыҡты күрә һәм тоя белгән инәй иҙән балаҫтары, диван ябыуҙары бәйләй. Ағас ҡалыпҡа тарттырып сиккән йәйғор төҫөндәге ултырғыс түшәктәре күҙҙең яуын ала. Әле Роза Әбделмән ҡыҙы тимер аҡсалар, мәрйендәр менән нағышлап үҙенә селтәр сигә башлаған. Ҡул эштәре оҫтаһы булып танылған ағинәйҙе йәштәргә өлгө итеп ҡуялар.
Роза Әбделмән ҡыҙы 1940 йылда Аҡъяр ауылында тыуған. Бала саҡтан күп михнәттәр үткәреп, эш күреп үҫкән инәйҙең тормошо бер ҙә еңелдән булмаған.
—Бер ваҡыт апайым ауырып китте. Үҙем мәктәптә уҡып йөрөйөм, унан ҡайтҡас апайымдың бәләкәй балаһын ҡарайым. Төндәрен әбейҙәргә күлдәк тегер инем. Апайым тауарҙы бесеп бирә торғайны. Теккән күлдәктәр өсөн хаҡты аҙыҡ-түлек менән ала инек. Сөнки ашарға оно ла, майы ла, йомортҡаһы ла кәрәк бит. Шулай итеп, бик йәшләй генә күлдәк тегергә өйрәндем,—тип хәтерләй ул.
Колхоз эшенә лә бик иртә инә ул. Комсомол йүнәлтмәһе менән яҙғыһын сәскестә йөрөһә, көҙгөһөн комбайнда һалам өйөүсе булып эшләй. Артабан, 7-се класты тамамлаған ҡыҙ, ҡошсолоҡ фермаһындағы инкубаторға оператор кәрәк тигәстәр, шунда барып урынлаша.
—Әсәйемдәр Урыҫбай ауылына күсеп барғас, отпускыға ҡайтып төштөм. Уйын ҡуйып йөрөгәндә бер егет менән таныштым. Ул бер етем генә әбейҙең улы булып сыҡты. Шулай итеп, 1959 йылда Аҡйегет ауылы егете Әүхәҙей Алтынғужа улы менән ғаилә ҡороп ебәрҙек,—тип дауам итә Роза инәй. Татыу ғаиләлә бер-бер артлы 7 бала донъяға килә. Шулай матур ғына йәшәп ятҡан мәлдә ғаиләгә оло ҡайғы килә. Типһә тимер өҙөрҙәй сағында Әүхәҙей Алтынғужа улы гүр эйәһе була. «Нимә эшләргә? Артабан нисек донъя көтөргә?»—тип көн-төн уйлай торғас, уны Урыҫбай магазинына эшкә саҡыралар. Роза апай үҙендә артабан йәшәргә һәм эшләргә көс таба, ҡайғы-хәсрәтен балалары менән баҫа. Артабан яҙмыш уны Атингән ауылына йүнәлтә. Тырыш ҡатынды «Ҡыҙыл байраҡ» колхозына эшкә саҡырғастар, ул күп уйлап тормай, балаларын трактор санаһына тейәп, күсеп бара. Күп балалы ғаиләне хужалыҡ биргән өйгә урынлаштыралар. Һауынсы булып эшкә төшкән Роза Әбделмән ҡыҙына 30 һыйырҙы беркетеп ҡуялар. Тырыш ҡатын фермала һыйыр һауырға ла, ауыл халҡынан һөт йыйырға ла өлгөрә. Бынан тыш, төнгө сәғәт 2-гә тиклем ырҙында эшләй ул. Бәләкәй ҡусты-һеңлеләрен ҡарау һәм барлыҡ өй эштәре өлкән ҡыҙы Рәсимәнең иңенә төшә. Икәүләп донъя көтһәк еңелерәк булыр, тип Роза апай Шәрифйән атлы ир-уҙаманы менән яҙмышын бәйләй. Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте киң тигәндәй, 40 йәшендә ул һигеҙенсегә әсәлек бәхетен татып, төпсөк ҡыҙына ғүмер бүләк итә. Роза Әбделмән ҡыҙы үҙҙәре менән бергә күсереп алып килгән бейеменә лә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә. Бергәләшеп балаларҙың барыһын да уҡытып, артабан һөнәр алырға ярҙам итәләр. Алда Роза Әүхәҙей ҡыҙын тағы ла ҡатыраҡ һынауҙар көткән икән. Уның гөрләтеп донъя көтөп йәшәгән ике ҡыҙы бер-бер артлы мәрхүм булып ҡала. Ейән-ейәнсәрҙәренең әсәйһеҙ етем ҡалыуын ауыр кисерә өләсәй кеше. Әммә, нисек кенә булмаһын, тормош йөгөн артабан тартырға кәрәк.
—Fүмер тигәнең, күҙ асып йомғансы үтә лә китә икән. Артыма әйләнеп ҡараһам, оҙон ғына юл үтеп ташлағанмын. Әле 79-сы йәшкә ҡараным. Өс ҡыҙым һәм өс улым да үҙ ғаиләләре менән яҡшы йәшәй, балалар тәрбиәләй. Эш тигәндә—эштең ҡанын ҡойҙом, бәйләнем дә, тектем дә, сиктем дә, хәҙер ҙә тик ултырмайым, ҡорама менән булышам. Ҡыҙҙарым да ҡул эштәренә әүәҫ,—тип һөйөнә Роза апай. Күңел биреп эшләһәң ябай ғына шөғөл дә кешегә йән тыныслығы бирә, күңелен күтәрә. Роза Әбделмән ҡыҙы Рәхмәтованың өй эсендә лә нур уйнап тора. Уның алтын ҡулдары менән бәйләнгән, сигелгән йәйғор төҫөндәге түшәк-юрғандарына ҡарап хайран ҡалырлыҡ. Изге йөрәкле, уңған ағинәйҙе ауылдаштары хөрмәтләй, ихтирам итә.