АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
14 Ғинуар 2019, 11:56

Сәхнәлә яралған һөйөү

Баймаҡ районының Ишей ауылы ҡара урман төпкөлөндә ятһа ла унда бик ихлас, дәртле халыҡ йәшәй. Бигерәк тә өлкән йәштәгеләрҙең әүҙемлегенә хайран ҡалырлыҡ. «Олоғайһаҡ та, йөрәк йәш бит әле»,—ти улар бер ауыҙҙан. «Ағинәйҙәр» ойошмаһын етәкләүсе Зәкиә Кәримованы айырым билдәләп үтергә кәрәк.

Баймаҡ районының Ишей ауылы ҡара урман төпкөлөндә ятһа ла унда бик ихлас, дәртле халыҡ йәшәй. Бигерәк тә өлкән йәштәгеләрҙең әүҙемлегенә хайран ҡалырлыҡ. «Олоғайһаҡ та, йөрәк йәш бит әле»,—ти улар бер ауыҙҙан. «Ағинәйҙәр» ойошмаһын етәкләүсе Зәкиә Кәримованы айырым билдәләп үтергә кәрәк.
Зәкиә Шәрип ҡыҙы—II Этҡол ауылы ҡыҙы. 1966 йылда уны йүнәлтмә буйынса Ишей мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Үҙенең әхирәттәре Вәлимә, Рауза, Земфира менән ул сәмләнеп уҡытыу эшенә тотона. Өлкән кластарҙа математика һәм физика фәндәренән һабаҡ биргән ҡыҙға өҫтәмә рәүештә ауыл йәштәренең мәҙәни тормошон ойоштороу эшен йөкмәтәләр. Зәкиә Шәрип ҡыҙы бер ҙә аптырап ҡалмай, барлыҡ йәштәрҙе йыйып спектаклдәр әҙерләй, концерттар ҡуя. Йәш уҡытыусының киләсәк яҙмышы ла бер спектакль арҡылы хәл ителә. Был ваҡиғаны Зәкиә апай бөгөнгөләй яҡшы хәтерләй.
—Бер ваҡыт, көҙгөһөн, Октябрь революцияһының 50-йыллығына ҡарата пьеса сәхнәләштерергә тотондоҡ. Көнө килеп еткәс төп ролде—агрономды уйнаусы егетебеҙ килмәне лә ҡуйҙы. Тиҙ генә уның урынына кеше табырға кәрәк ине. Был ролгә яңы ғына әрме хеҙмәтенән ҡайтҡан Сәфәрғәлене күндерҙек. Күҙе ҡыпысыраҡ, оҙон танаулы, етмәһә телмәренә русса һүҙҙәр ҡыҫтырып һөйләшкән был егет тәүҙә миңә оҡшаманы. Премьеранан һуң кемдер залдан: «Сәфәрғәле ҡара уны, ҡыҙҙы ҡулыңдан ысҡындырма»,—тип ҡысҡырҙы. Был һүҙҙәр Аллаһы Тәғәләнең «Амин» тигән сағына тура килгәндер, моғайын. Артабан барыһы ла беҙгә тәғәйен яҙмыш сценарийы буйынса хәл ителде,—тип хәтер йомғағын һүтә Зәкиә апай. Ысынлап та, спектаклдән һуң егет ҡыҙҙы оҙатып ҡуя. Артабан улар дуҫлашып китә. 1968 йылдың 8 мартында йәштәр гөрләтеп туй яһай. Уңғанлығы, тырышлығы менән танылған Зәкиә Шәрип ҡыҙы мәктәп уҡыусыларына белем биреүҙән тыш, китапханасы эшен алып бара, кистәрен эшселәрҙе уҡыта. Зәкиә Шәрип ҡыҙы Кәримованың өлгөлө хеҙмәте бихисап Почет грамоталары менән билдәләнгән. 32 йыл уҡытыусы булып эшләгәндән ул хаҡлы ялға сыға, әммә йәмәғәт эшенән бер ҙә айырылмай.
Уның тормош иптәше Сәфәрғәле Fиззәт улы 1980 йылға тиклем Темәс урман хужалығында—водитель, артабан хаҡлы ялға сыҡҡанса Сибай урман предприятиеһы хужалығында урман йығыусы булып эшләй. Өлгөр ир-уҙаманына ҡайһы ваҡыт Ишей урман участкаһы мастерын алмаштырырға ла тура килгеләй.
—Сәфәрғәле эшенә бик яуаплы ҡараны. Буран булһынмы, ямғыр яуып торһонмо ул үҙенең 15 килограмлыҡ «Урал-2» бензобысҡыһын күтәреп урмандан ҡайтып инмәҫ ине. 35 йыл ғүмерен урмансылыҡ өлкәһенә бағышлап, ауылдаштары араһында хөрмәт ҡаҙанды. Уның Почет грамоталарының иҫәп-хисабы юҡ,—тип һөйөнә Зәкиә апай.
Кәримовтарҙың татыу ғаиләһендә биш бала буй еткергән. Улар өс ҡыҙына һәм ике улына тейешле белем биреп, һөнәр үҙләштерергә ярҙам итә. Хәҙер балаларының үҙ ғаиләләре, бала сағаһы бар. Бәхетле өләсәй менән ҡартатай 7 ейәне һәм 4 бүлә-бүләсәһенә ҡыуанып бөтә алмай. Зәкиә Шәрип ҡыҙы әле лә ауыл тормошо менән янып йәшәй. Ул етәкләгән «Ағинәйҙәр» ойошмаһы балалар һәм үҫмерҙәр араһында тәрбиәүи эш алып бара. Ә иң мөһиме—Зәкиә апай әле лә актерлыҡ шөғөлөн ташламай. Ул ҙур кинәнес менән спектаклдәрҙә ҡатнаша, үҙенә бирелгән ролдәрҙе килештереп уйнай. Был йәһәттән уға етеүсе юҡ, тиһәк тә хата булмаҫ. Был тиклем дәртте, көстө ҡайҙан алалыр ул? Зәкиә Шәрип ҡыҙы районда уҙғарылған мәҙәни сараларҙан да ситтә ҡалмай. Бар ғүмерен киләсәк быуынды тәрбиәләүгә, халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен үҫтереүгә бағышлаған Зәкиә Шәрип ҡыҙының өй түрендә Нәғимә өләсәһенең селтәре һаҡлана.
—Белеүемсә, батша ваҡытындағы боронғо тәңкәләр ме-нән биҙәлгән был селтәр 1880 йылдарҙа тегелгән. Уны өләсәйем үҙенең кесе ҡыҙы Шәрәфинисаға, йәғни минең әсәйемә биреп ҡалдырған. Әсәйем был ҡомартҡыны миңә, кинйәкәүенә, тапшырып ҡалдырҙы. Мин үҙ сиратымда, был тарихи селтәрҙе бәләкәй ҡыҙым Люциәгә бирергә ниәтләйем,—ти Зәкиә апай.
Хеҙмәт ветерандары Зәкиә һәм Сәфәрғәле Кәримовтарҙың йорт-ихаталары ла әллә ҡайҙан балҡып тора. Улар кесе улдары Fәфәр менән гөрләтеп донъя көтә. Малдары ла ишле, баҡсалары ла мул уңыш бирә уларҙың. Хеҙмәт һөйөүсе, рухи байлыҡҡа ынтылыусы ғаилә күпләп гәзит-журналдар алдыра, ауылдың мәҙәни тормошонда ҙур әүҙемлек күрһәтә.
Читайте нас: