Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
14 Ғинуар 2019, 12:03

Үҙ халҡының улы

Беҙҙең халыҡта, берәү тураһында һүҙ башлаһаң:—Кем улы ине әле ул?—тип һорау ғәҙәте бар. Был һорау, моғайын, ниндәй кеше тураһында һүҙ барасағын алдан күҙаллау өсөн биреләлер.Ирек Бикмәтов тураһында мәҡәләмде лә мин шул һорауға яуап эҙләүҙән башларға булдым. Юҡҡа ғына: «Атанан күргән—уҡ юнған»,—тимәгәндәр бит.

Беҙҙең халыҡта, берәү тураһында һүҙ башлаһаң:
—Кем улы ине әле ул?—тип һорау ғәҙәте бар. Был һорау, моғайын, ниндәй кеше тураһында һүҙ барасағын алдан күҙаллау өсөн биреләлер.
Ирек Бикмәтов тураһында мәҡәләмде лә мин шул һорауға яуап эҙләүҙән башларға булдым. Юҡҡа ғына: «Атанан күргән—уҡ юнған»,—тимәгәндәр бит.
Ирек Ниғәмәт улы Бикмәтов 1948 йылдың декабрендә Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында тыуған. Уның атаһы Ниғәмәт Һибәтулла улы өс йәштә—әсәйһеҙ, туғыҙ йәштә атайһыҙ ҡалып, Темәс ауылында йәшәгән ағаһында (атаһының ҡустыһы) тәрбиәләнә. Ул йәштән комсомол, партия эшендә актив ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда «Үрнәк» колхозы рәйесе булып эшләй. 1944 йылда фронтҡа китә. Германияны еңгәндән һуң япон самурайҙарына ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Батырлыҡтары өсөн күп һанлы миҙалдар һәм Верховный Главнокомандующий И.В. Сталиндың Рәхмәт хатына лайыҡ була. Һуғыштан һуң төп эшен потребкооперация менән бәйләй. Билдәле педагог Бәҙри Мәмбәтҡоловтың бер туған апаһы, уҡытыусы Шәмсиямал Мөжәүир ҡыҙына өйләнә. Улар туғыҙ бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Барыһына ла урта махсус һәм юғары белем биреүгә өлгәшәләр. Ниғәмәт Һибәт улы 1963 йылда 60 йәшендә вафат була.
Ирек Ниғәмәт улы мәктәпте тамамлағас, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында, Башҡорт ауыл хужалығы институтында белем ала. Хеҙмәт юлын 1968 йылда «Һәүәнәк» совхозында зоотехник булып башлай. Совет армияһында хеҙмәт итә. Үрнәкле хеҙмәте өсөн командование уны «Хәрби батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләй.
Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, Ирек «Октябрҙең 50 йыллығы» исемендәге колхоздың Мерәҫ бригадаһына эшкә килә. Шул йылдарҙа район гәзитенә алдынғы малсылар, механизаторҙар тураһында мәҡәләләр яҙа башлай. Ауыл хәбәрсеһенең ҡәләменең осло ғына икәнен һиҙеп ҡалған «Октябрь байрағы» район гәзите редакцияһы уны үҙенә эшкә саҡыра. Был осорҙа ул ситтән тороп юғары уҡыу йортонда уҡыған була. Гәзит редакцияһында эшләгән биш йыл эсендә Ирек райондың бөтә ауылдарын тиерлек йөрөп сыға, ауыл кешеһенең тормошон, алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙең, коллективтарҙың эш алымдарын тәрәндән өйрәнә, халыҡты борсоған проблемаларҙы яҡтырта, тәжрибә туплай. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағас, уны яңы ойошторолған «Таналыҡ» колхозына баш зоотехник итеп эшкә саҡыралар.
Журналист эшен ярата Ирек. Бында ул гәзит мөхәррире, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Б.А.Сәмиғуллин, гәзиттең ауыл хужалығы бүлеге мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Р.З.Үтәев һәм башҡаларҙың иғтибары аҫтында ҙур тормош мәктәбен үтә. Шулай ҙа яңы эш уға ҡыҙығыраҡ тойола һәм Ирек һайлаған һәм уҡыған һөнәре буйынса эшләргә ризалыҡ бирә.
Иҫ киткес ҙур тырышлыҡ һәм теләк менән яңы эшенә сума Ирек Ниғәмәт улы. Иң тәүҙә эшен малдарҙы ҡарауҙы һәм ашатыуҙы тәртипкә һалыуҙан, фермаларҙа көн тәртибен ҡәтғи үтәүҙе талап итеүҙән башлай. Был йүнәлештәге эҙмә-эҙлекле эш һөҙөмтәһеҙ ҡалмай: 1980 йылда колхоз малсылыҡ буйынса Бөтә Союз ярышында еңеү-се булып сыға. Колхоз Ҡыҙыл байраҡ һәм «Нива» еңел машинаһы менән бүләкләнә. Бикмәтов та танылыу таба. 1982 йылда уны Баймаҡ район-ара тоҡомсолоҡ берекмәһенең директоры итеп үрләтәләр. Хәҙер инде уға колхозын ғына түгел, бөтә Урал аръяғы хужалыҡтарын ҡайғыртырға, тоҡомсолоҡ эшен яңы үрҙәргә күтәрергә кәрәк була. Әммә тормош бер урында ғына тормай бит: тиҙҙән уға «Таналыҡ» колхозын етәкләүҙе һорап мөрәжәғәт итәләр.
Колхоз был йылдарҙа ҙур төҙөү майҙанын хәтерләтә. Бик күп мал һарайҙары, иген складтары, гараждар, колхозсылар өсөн өйҙәр төҙөлә һәм ремонтлана. Халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыуға ҙур иғтибар бүленә: һыу үткәргестар һалына, Мерәҫ ауылы урамдары асфальтлана, Бәхтигәрәй ауылына тиклем ҡырсынташ юл һалына, Мәҙәниәт йорто, йәшелсә һаҡлағыс менән йыһазландырылған ашхана, сауна һәм бассейнлы мунса төҙөлә. Уйлап ҡарағыҙ: был эштәрҙең барыһы ла ситтән бер ниндәй ярҙамһыҙ, колхоз иҫәбенә генә башҡарыла. Шул йылдарҙа Мерәҫ Башҡортостандың йәшәү өсөн иң уңайлы, иң матур ауылдарының береһе булып таныла.
Был ғына түгел әле: Бикмәтовтың ул йылдарҙағы хеҙмәте тураһында яҙғанда уның районда беренселәрҙән булып ҡалалағы шефтар менән ике яҡ өсөн дә файҙалы тығыҙ бәйләнеш булдыра алыуы тураһында яҙып китмәһәк, мәҡәләм тулы булмаҫ ине. Ул йылдарҙа партияның ҡала һәм район комитеттары сәнәғәт предприятиеларынан ярҙамсы ауыл хужалығы цехтары асыуҙы талап итә һәм быны үтәүҙе ныҡ күҙәтеп тора ине. Бикмәтовтың зирәклеге шунда. Ул ҡала предприятиелары етәкселәрен был цехтарҙы колхоз менән берлектә асыуға күндереүгә ирешә. Шулай «Таналыҡ» колхозы биләмәһендә Сибай электр селтәрҙәре (директоры—Котов И.П.) менән берлектә сусҡа фермаһы, Баймаҡ мебель фабрикаһы ( Пьянов И.М.) менән берлектә 400 баш малға иҫәпләнгән һимертеү майҙансығы, Баймаҡ күсмә-механизацияланған юл колоннаһы (Байрамғолов Б.К.) менән берлектә—асфальтланған һауыу майҙансыҡлы 200 башҡа ат фермаһы ойоштороуға ирешә. Ҡала аҡсаһына төҙөлгән был цехтарҙа колхозсылар мал, ауыл хужалығы продукциялары етештереп һата.
Бикмәтовтың киң даирәле эше етәксе-ләрҙең күҙенә салынмай ҡалмағандыр, моғайын. Уны район колхоздары советының рәйесе, Башҡортостан колхоздары советының рәйес урынбаҫары итеп һайлап ҡуялар, 1988 йылда IV Бөтә союз колхозсылар съезына депутат итеп һайлайҙар. Бынан тыш, ул СССР Аграр союзының бер нисә съезы эшендә лә ҡатнаша. 1990 йылдың аҙағында уны ҙурыраҡ, әммә «төпкә бата башлаған» Салауат исемендәге колхозды етәкләргә ебәрәләр. Яңы эшкә оҙатҡанда таналыҡтар уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» исемен биреүҙәрен юллауҙы бер тауыштан хуплап ҡала.
Еңен һыҙғанып, бар көсөн һалып эшкә сума яңы ерҙә Ирек Ниғмәт улы. Тиҙҙән «Салауат» колхозының исеме лә алдынғылар араһында иҫкә алына башлай.
И.Н.Бикмәтов ҡайҙа ғына эшләһә лә, ул етәкләгән хужалыҡ алдынғы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Һәләтле етәксене бөтә Башҡортостанда таный башлайҙар. Баймаҡ районы Мерәҫ ауылы халҡы уны Почетлы граждан итеп ҙурлай. Тәрән фекерле, киң ҡарашлы етәксе шулай уҡ ауыл хужалығы фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлай, ул хәҙер 20-нән ашыу ғилми хеҙмәт, 2 монография авторы.
1996 йылда Бикмәтовты илдәге иң ҙур Сибай Балалар аҙығы һөт-консерва комбинатының генераль директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Ил иҡтисады һөрөнә башлаған ауыр йылдарҙа, хәлде аңлап, ул Республика етәкселегенә, шунан Рәсәй ауыл хужалығы министрлығына мөрәжәғәт менән сыға һәм яҡлау таба. Комбинатта һатыу бүлеге ойошторола, Сибай ҡалаһында һәм Урал аръяғының район үҙәктәрендә магазиндар асыла, ауыл хужалығы тауарҙары менән тәьмин итеүсе предприятиелар менән бәй-ләнеште нығытыуға ирешә. Ошо саралар комбинаттың һатып алған һөт өсөн колхоз-совхоздар алдындағы—50 миллиард һумлыҡ, эш хаҡтары буйынса бурыстарҙы ҡаплауға ярҙам итә.
Был титаник хеҙмәт һәм бөтмәҫ мәшәҡәттәр Иректең һаулығына тәьҫир итмәй ҡалмай: ул ҡаты ауырып китә һәм эшен ҡалдырырға мәжбүр була. Оҙаҡ дауаланғандан һуң, ул 1999 йылдың 1 сентябрендә БДУ-ның Сибай институтына уҡытыусы булып эшкә төшә, агробиостанцияны етәкләй. Аграр университеттың Урал аръяғы филиалында ла студенттарға белем бирә.
2010 йылда Ирек Ниғәмәт улы Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана, үҙен әү-ҙем йәмәғәтсе итеп таныта. Бикмәтов «Баш-ҡортостан халыҡтары» программаһына ярашлы башҡорт халҡын тергеҙеү һәм үҫтереү буйынса, милли-мәҙәни ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән саралар ойоштороуҙы башлап йөрөүсе. Ҡала күләмендә ҡоролтай йыйылыштарын уҙғарыу, IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын тормошҡа ашарырыуҙа тынғыһыҙ эш алып бара. Йыл һайын Сибай институтында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Сибай ҡала хакимиәте менән берлектә үткәрелгән төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, семинарҙарҙа туған телдә белем биреү, йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү, милли мәҙәниәтебеҙҙе тергеҙеү, сәләмәт быуын үҫтереү һ.б. проблемалар күтәрелә, уларҙы тормошҡа ашырыу йүнәлнештәре билдәләнеп, эш пландары ҡабул ителә. Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарған эштәр бихисап: белем биреү учреждениеларында туған телебеҙҙе уҡытыу, башҡорт төркөмдәрен, кластарын һаҡлап ҡалыу, балаларҙы илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләү, йолаларыбыҙҙы өйрәнеү, милләтебеҙҙең киләсәген ҡайғыртыу һ.б. Халҡыбыҙҙың онотола барған шөғөлдәрен тергеҙеү, пропагандалауҙа Ирек Ниғәмәт улының хеҙмәте ҙур. Ҡалабыҙҙа ат бәйгеһен, ҡымыҙ бешеүселәр, кейеҙ баҫыусылар конкурстарын, уҡтан атыусылар ярышын ойоштороу ҙа уның башланғысы. Төйәләҫ ҡасабаһында «Айыҡ ауыл» акцияһын ойоштороу—Бикмәтовтың әүҙемлеге һөҙөмтәһе.
Тынғыһыҙ ир-уҙаман үҙебеҙҙең йәшәгән төбәктең тарихын, ер-һыу атамаларын өйрәнеүгә лә ваҡытын йәлләмәй. Тәбиғәтте һаҡлау, күл-йылғаларҙы таҙа тотоу, ҡорой башлаған шишмәләрҙе тергеҙеү буйынса «Атайсал» гәзите менән берлектә «Таҙа Һаҡмар» акцияһын ойоштороуҙа ҡатнашты.
Уҙған йылда Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнап «Урал аръя-ғының иң шәп 100 ғаиләһе» исемле күләмле проект тормошҡа ашырылды. Уға был конкурста еңеп сыҡҡан иң татыу, иң матур ғаиләләрҙе саҡырып А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында йомғаҡ яһалды. Был проектты тормошҡа ашырыуҙа ла Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе И.Бикмәтовтың өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
1994 йылда И.Бикмәтов үҙенең нәҫел шәжәрәһен өйрәнергә тотона һәм 1625 йылдан алып хәҙерге көнгә хәтлемге туғандарын асыҡлауға ирешә. 14 быуындан өс меңдән ашыу исемде аса. 2009 йылда ул төҙөгән Бикмәтовтар шәжәрәһе республикала беренсе урынды яулай, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында күрһәтелә. 2017 йылда Баймаҡ районында уҙғарылған Йәштәр йыйынында ла беренсе урынға лайыҡ була. Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡоншаҡ райондарында ла Бикмәтовтарҙың шәжәрә байрамы уҙғарыла. Ирек Ниғәмәт улы ағалары менән бергә үҙенең нәҫеле тарихына арналған «Служивые Отечества» исемле китап сығарған. Ҡайһы бер туғандары офицерҙар булған. Улар XIX быуатта Рәсәй батшалығына хеҙмәт иткән.
Ирек Ниғәмәт улы 2016 йылда Баймаҡ районы Мерәҫ ауылының 200 йыллығына арнап «Мерәҫ ауылы тарихы» китабын сығарыуҙы башлап йөрөүселәрҙең береһе була. 2017 йылда Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына «Ниғәмәт ауылы биләмәһе тарихы» исемле яңы китап сығарыуҙа ла И.Бикмәтовтың өлөшө бик ҙур. Архив материалдары, ғалим-тарихсыларҙың хеҙмәттәре, халыҡ ижады киң ҡулланылған. Үҙенең әйтеүенсә, факттарҙы, исемдәрҙе шәхси архивынан алған.
2018 йылда ул авторҙар коллективы менән берлектә Баймаҡ районының күренекле 100 шәхесе—хеҙмәт кешеләренә арналған рус телендә «Руководители—аграрии Баймакского района» тигән күләмле китап баҫтырып сығарыуҙы ойошторҙо. Тынғыһыҙ уҙаман онотола барған шәхестәребеҙҙе күтәреүгә, уларҙыҡ исемдәрен халыҡҡа ҡайтарыуға күп көс һала.
Ирек Бикмәтов бер нисә йыл инде «Башҡортостан Республикаһы телдәре тураһындағы» законды бойомға ашырыу буйынса ҡала хакимиәте янында ойошторолған комиссияның әүҙем ағзаһы. «Аҡ инәйҙәр», «Аҡһаҡалдар» ҡоро, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, йәштәр ҡоролтайын ойоштороуҙа ла яҡындан ҡатнашты, уларҙың эшендә ярҙам итә. Урал аръяғы төбәк-ара Ҡоролтай йәмәғәт ойошмаһының совет рәйесе урынбаҫары Ирек Ниғәмәт улы райондарҙа үткән семинар-конференцияларҙа, Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә үткән йыйындарҙа сығыш яһай, телебеҙҙе үҫтереү, милли үҙаң, рух тәрбиәләүҙә, ситтә йәшәгән башҡорттарҙа үҙ асылын һаҡлап ҡалыу йүнәлешендә туҡталышһыҙ эш алып бара. Ул ҡала хакимиәтенең Почет грамоталары, Бөтә донъя башҡорттарының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы, Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премияһы менән бүләкләнгән.
Үткән йылдың декабрь айында Ирек Бикмәтов 70 йәшен билдәләне. Бөтә ғүмерен халҡыбыҙға хеҙмәт итеүгә арнаған милләттәшебеҙгә ижади бейеклектәр, һаулыҡ теләп ҡалайыҡ!