Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
14 Ғинуар 2019, 10:36

Эштә тирләгән—сирләмәҫ

80-90 йәшкә еткән өлкән быуын вәкилдәрен ҡарайбыҙ ҙа: «Аслы-туҡлы үҫеп, донъяның бөтә михнәттәрен күрһәләр ҙә ныҡ булып сыҡҡандар, бер быуатҡа яҡын ғүмер кисерәләр»—тип һоҡланабыҙ. Тормошҡа булған һөйөүҙәре, көслө рухтары, хеҙмәт яратыуҙары, алама ғәҙәттәрҙән ары тороуҙары уларҙың ғүмерен оҙайтҡандыр.

80-90 йәшкә еткән өлкән быуын вәкилдәрен ҡарайбыҙ ҙа: «Аслы-туҡлы үҫеп, донъяның бөтә михнәттәрен күрһәләр ҙә ныҡ булып сыҡҡандар, бер быуатҡа яҡын ғүмер кисерәләр»—тип һоҡланабыҙ. Тормошҡа булған һөйөүҙәре, көслө рухтары, хеҙмәт яратыуҙары, алама ғәҙәттәрҙән ары тороуҙары уларҙың ғүмерен оҙайтҡандыр.
Йылайыр районының Ҡаҙырша ауылында йәшәгән Fәҙелша Нәҙерша улы Ҡыҙрасовтың да бала сағы ауыр йылдарға тура килгән. 1929 йылда тыуған малай 9 йәшенән эшкә егелгән. Ошо көндәрҙә 90 йәшенә аяҡ баҫҡан уҙамандың редакцияға үҙе бер нисә тапҡыр килеүе генә лә күп нәмә хаҡында һөйләй: олатай өлкән йәштә булһа ла егеттәрсә дәртле атлай, иҫе, аҡылы теүәл, хатта бер бүлмәлә ултырған барлыҡ коллегаларымдың да ауылдаштарын, туғандарын, яҡындарын белә булып сыҡты. Сығышы менән Йылайыр районының Ҡашҡар ауылынан булған Фәрит Әхмәровтан Ҡашҡар хәлдәрен һорашты, туғандарын барланы. Уның тыуған яҡтары тураһында мәҡәләләр яҙыуын хупланы. Һабыр килене булған Альбина Ҡоҙашеваның да ҡайны-ҡәйнәһен белеп, күреп һөйләй. Мин Баймаҡ ҡыҙы булғас, минең зат-ырыуымды белмәҫ тиһәм: «Фамилияң Ҡадаева, Йәнтештәге Абдулхаҡ Ҡадаевтың киленеһеңме әллә?»—тип һорағас, бөтөнләй аптырауҙа ҡалдым. «Эйе, тап үҙемен»,— тинем. «Ҡайның менән бергә ҡунаҡтарҙа булғаныбыҙ бар, сыбыҡ осо булһа ла туғанлығы ла бар уның беҙгә»,—тип тә бәйән итте. Барҙыр, йәмле Һаҡмар йылғаһы тирәләй ултырған бер-береһенә яҡын ауылдарҙа донъя көткәндәр бит үҙҙәре лә, ата-бабалар ҙа.
Тормош юлының да ул һәр бер мәлен ентекле һөйләй.
—Әле хәтер ебемде рәхәт кенә сисеп ултырһам да ул мәлдәрҙе ысынбарлыҡта үткәреп ебәреү шул тиклем михнәтле булды,—тип хәтирәләргә бирелә уҙаман.—Атайым миңә йәш ярым ғына булғанда ауырып гүр эйәһе булған. 3 бала менән етем ҡалған әсәйем икенсегә тормошҡа сыҡҡас тағы ике бала тапты. Һуғыш башланғанда уҡып йөрөй инем, артабан белем алыу форсаты теймәне, колхоз эшенә егелдем. Яҙ һабанда үгеҙ егеп, ер һөрҙөк, йәй бесәндә булыштыҡ, көтөү көттөк. Әсәйем Хәҙисә Fатаулла ҡыҙы беҙҙе матур итеп тәрбиәләне, эшкә өйрәтте. Ат көткән саҡта тик ултырмай сабата үреп кейә инем. Аяҡ кейеменә мохтаждарға ла сабата үреп, һыйыр ағына алыштырып алып тамаҡ туйҙырған саҡтар күп булды. Гел йәйәү йөрөнөм, атым булһа ла уны һыбай менмәй гел етәкләп йөрөнөм. Сара станцияһына үгеҙ егеп барып йөк алып ҡайтҡан мәлдәр хәҙер ҡурҡыныс төш кеүек кенә булып ҡалды. Юлдағы ыҙа сигеүҙәребеҙ бер Аллаһ Тәғәләгә мәғлүм.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас та был тарафтарҙа тормош тиҙ үк яҡшырмай. Трактор, комбайн кеүек техникалар ҙа урманлы төбәккә бик һуң ғына—1953-1954 йылдар тирәһендә генә килеп етә. Шуғаса бөтә колхоз эшен тик ҡул көсө менән атҡаралар. Дөйөм хужалыҡ эшендә сыныҡҡан егеткә 1953 йылдың декабрендә әрмегә саҡырып повестка килә. Свердловск өлкәһенең Серов ҡалаһында тимер юлы ғәскәрҙәре сафында 3 йылдан ашыу хеҙмәт итә. Шунда ул комсомол сафына алына, Ватаны алдындағы хәрби бурысын намыҫ менән үтәгәне өсөн «Тимер юлы ғәскәрҙәре алдынғыһы» билдәһе менән бүләкләнә. Әрменән имен-һау йөрөп ҡайтҡас Ашҡаҙар ауылы һылыуы Хәнифә Әхмәтйән ҡыҙына өйләнә. Fаиләләрен йәмләп бер-бер артлы 9 балалары тыуа. Әлеге көндә шуларҙың етәүһе иҫән-һау, матур итеп донъя көтә. Зарифа, Зәлифә, Рәзилә ҡыҙҙары медицина юлын һайлаған. Йыһанша, Әлифә, Миңзәлә оҙаҡ йылдар мәғариф өлкәһендә хеҙмәт итә. Һөнәре буйынса таусы булған Зөфәрҙәре ғаиләһе менән ауылда төпләнеп, атай нигеҙендә ҡәҙерлеләрен ҡарап донъя көтә. Ҡыҙрасовтарҙың 13 ейән-ейәнсәре, 12 бүләһе буй еткерә. Ҡыҙғанысҡа күрә, 2018 йыл аҙағында оҙаҡ ауырығандан һуң, Fәҙелша Нәҙерша улының һөйөклө ҡатыны гүр эйәһе булған. Иҫән булһа, быйыл февраль айында уларҙың бергә-бергә ғүмер итеүҙәренә 65 йыл тулыр ине.
—Ҡатыным донъя көтөүгә шәп булды. Мин колхоз эшенән бушаманым, балаларҙы ла матур баҡты, таҙа, аш-һыуға оҫта, эшкә шәп булды,—тип маҡтай олатай хәләл ефетен.
Fүмере буйы ауыл хужалығы эшенә тоғро булған Fәҙелша Ҡыҙ-расов иген тогында мөдир ҙә, иген келәтендә лә эшләй, мал да көтә. Әрменән комсомол сафына инеп ҡайтҡан егет тора-бара партияға инеп, 1985 йылға ҡәҙәр Һабыр ауыл советының коммунистар ойошмаһы рәйесе вазифаһын башҡара. Уның тырыш хеҙмәте төрлө маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәттәр менән баһалана. Хеҙмәт ветеранының түшен «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн», «В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыл» тулыу айҡанлы, Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуҙың 30, 40, 50, 60, 70 йыллығы юбилей миҙалдары биҙәй.
Ҡаҙырша ауылында совет власы урынлаштырылғас, клуб итеп бирелгән иҫке мәсет 2002 йылда кире иман йорто итеп үҙгәртелә. Шул мәлдәрҙә Fәҙелша Нәҙерша улы иманына килеп, намаҙға баҫа. Ул әле лә ошо изге юлда. Оҙаҡ йәшәүенең сере менән бүлешеүен үтенгәс:
—Йәйәү күп йөрөнөм. Эштән ҡурҡманым. Нимәгә тотонһам да күңелемде биреп башҡарҙым. Бер ваҡытта ла араҡы эсмәнем, тәмәке тартманым,—ти Fәҙелша Нәҙерша улы.—Йәштәргә лә эскелек, наркомания кеүек насар ғәҙәттәрҙән ары тороғоҙ, тип әйтер инем. Fүмер бер генә, уны лайыҡлы үтеү ҙә үҙе бер мәртәбә.
Fәҙелша Нәҙерша улын 90 йәше тулыу айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ. Гәзитебеҙҙе сыға башлағандан алып яҙҙыртҡан әүҙем уҡыусыбыҙға киләсәктә лә беҙҙең менән бергә ҡалыуын, иҫән-һау булыуын, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.
Зиннур Ямалетдин улы Бикбов:
Бер йылы Fәҙелша ағайҙы урманда айыу туҡмап киткән. Йыға һуҡҡан да ҡасҡан. Ярай, өҙгөләп ташламаған!
Мин совхоз директоры булғанда Fәҙелша ағай склад мөдире булып йөрөй ине. Ҡаҙыршанан Ашҡаҙарға йәйәү йөрөп эшләне. Шул хәтлем тырыш, яғымлы кеше булды. Орлоҡҡа һалған игенде, янмаймы тип, көн дә тикшереп торор ине. Бер ваҡыт келәтенә инһәм, тоҡтарҙы ямап, серемәһен тип, арҡыры ҡатылған һайғауға рәтләп элеп бөткән...
Мин уның иҫән-һау булыуын ишетеп бик ҡыуандым. 90 йәшең менән, Fәҙелша ағай!