Беҙҙең быуын шундай заманға тап килде, технологияның алға китеүен генә түгел, хатта быуаттар алмашыныуына—миллениумға шаһит булдыҡ. Нимә һуң ул тиер бәғзеләр. Миллениум һүҙе инглиз теленән тәржемә иткәндә «меңйыллыҡ» тигәнде аңлата. Йәғни мең йыллыҡтар арауығындағы сик. Был осорға шаһит булыусылар төрлө фараздарға бирелде : ахыры заман етә, йә булмаһа, киреһенсә, донъя бөтә һәләкәттәрҙән ҡотола, имеш.
Шул ваҡытта сыҡҡан ваҡытлы матбуғатҡа күҙ һалайыҡ. «Атайсал» гәзитенең 2000 йылдың 11 ғинуарында сыҡҡан 2-се һанында «Кемгә—фатир, кемгә—сюрприз» мәҡәләһендә ошондай юлдар бар: «...төрлө илдәр, ҡалалар етәкселәре 2000 йылдың тәүге сабыйына—яңы быуаттың, яңы мең йыллыҡтың тәүге кешеһе буласаҡ тип төрлө бүләктәр вәғәҙә итте. «Әйткән һүҙ—атҡан уҡ»,—тиҙәр. Fасырҙарҙы йомғаҡлаған осорҙа, мәҫәлән, Өфө ҡала хакимиәте вәғәҙә иткән 3 бүлмәле фатир—Гөлнара һәм Николай Семиндарҙың өлөшөнә төшкән көмөш булды. Яңы йылдың тәүге сәғәтендә уларҙың ҡыҙҙары тыуған.
Ә беҙҙең Сибай ҡалаһында 2000 йылдың беренсе сабыйы булып Зөлфиә һәм Самат Шәриповтарҙың малайҙары танылды. Улдары 1 ғинуар иртәнге 05.20 сәғәттә донъяға килгән. Малайҙың ауырлығы—2860 гр, буйы—52 см. Шәриповтарҙың ғаиләһендә был икенсе бала, хәҙер инде апай булған ҡыҙҙары 1-се класс уҡыусыһы. Fаилә башлығы вахта ысулы менән Себерҙә эшләй, ә Зөлфиә—Сибай бала табыу йортоноң шәфҡәт туташы. Был үҙенә күрә бәхетле осраҡ, табиптар белдереүенсә, бында ниндәй ҙә ғиллә юҡ. Сөнки баланың ҡасан донъяға килеүен тәбиғәт, Илаһи көс үҙә хәл итә».
Ул ваҡыттарҙан 19 йылға яҡын ваҡыт үтеп бара. Шулай итеп, Сибай ҡалаһының яңы мең йыллығының беренсе кешеһенә ата-әсәһе Рим тип исем ҡуша. Был исем осраҡлы рәүештә һайланмай: Шәриповтарҙы 3 бүлмәле фатирлы иткән ул ваҡыттағы Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарған Рим Аксель улы Fабдуллиндың исеме ҡушыла уға. Исем есемгә тап килә тиҙәр бит, бәләкәс Рим ай үҫәһен, көн үҫеп, яҡындарын ҡыуандыра. Шәриповтарҙың Юлиә ҡыҙҙары бәләкәй сағында ата-әсәһенән үҙенә иш таптырғанда: «Малай алығыҙ әле, Фәрит, Нуриман ҡартатайҙарыма бесән сабышырға иптәш булыр»,—тип үтенә.
—Шулай Юлиәнең «заказын» үтәргә булдыҡ,—тип шаярта Зөлфиә Фәрит ҡыҙы.—Ысыланлап та, Рим ҡартатайҙарының яратҡан ейәненә әүерелде.
Яратмаҫлыҡ та түгел шул Рим. Ҡаланың Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында тырышып белем алған. Бәләкәй сағынан һүрәт төшөрөүгә әүәҫ була, һынлы сәнғәт мәктәбенә йөрөй. Шулай ҙа Римдең иң яратҡан шөғөлө—бейеү. Башланғыс кластан уҡ «Гөлдәр» өлгөлө балалар ансамбленә йөрөп, бейеү серҙәренә төшөнә. Ансамбль составында Рәсәйҙең күп кенә ҡалаларында сығыш яһап ҡына ҡалмай, Франция, Болгария һәм башҡа сит илдәргә лә бара. Римдең ата-әсәһе улдарының һәләттәрен асыуға ярҙам иткән ансамбль етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Яхинаға ҙур рәхмәтле. Әле Римгә 18 йәш, яңы йылдың тәүге көнөндә 19-ҙы туласаҡ. Ул Өфө нефть университетында уҡый. Бейеүен ташламаған, юғары уҡыу йортоноң бейеү ансамблендә шөғөлләнеп, баш ҡала сәхнәләрен яулай.
Юлиә апаһы ла юридик белем алып, Өфө компанияларының береһендә хеҙмәт юлын башлаған. 34 йыл ғүмерен медицинаға арнаған Зөлфиә Фәрит ҡыҙы балалар поликлиникаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Fаилә башлығы Самат Нуриман улы вахта ысулы менән Себер тарафтарында йөрөп аҡса таба. Шәриповтар өлөштәренә төшкән, Рим тыуыу уңайынан бирелгән 3 бүлмәле фатирҙа әле лә рәхәтләнеп ғүмер итә.