Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
19 Декабрь 2018, 17:37

Тәбиғәт йәнле апайым

2018 йыл Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тип иғлан ителгәйне. Ошо уңайҙан ике туған Венера апайым Байсыуаҡова хаҡында яҙырға теләйем. Ул—Йылайыр районының экологик хәлен ҡайғыртып йөрөүсе берҙән-бер ирекмән. Ауылыбыҙҙың, ер-һыуыбыҙҙың күркәмлеге, таҙалығы өсөн нисәмә йылдар буйына бер үҙе тиерлек көрәш алып бара. Тәртип, таҙалыҡ булдырам тип тырышып, ҡайҙа етте шунда сүп-сарҙарын түгеп, Һаҡмар йылғаһы буйын көнө-төнө ҡыйға батырыусылар араһында аңлатыу эше алып бара.

2018 йыл Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тип иғлан ителгәйне. Ошо уңайҙан ике туған Венера апайым Байсыуаҡова хаҡында яҙырға теләйем. Ул—Йылайыр районының экологик хәлен ҡайғыртып йөрөүсе берҙән-бер ирекмән. Ауылыбыҙҙың, ер-һыуыбыҙҙың күркәмлеге, таҙалығы өсөн нисәмә йылдар буйына бер үҙе тиерлек көрәш алып бара. Тәртип, таҙалыҡ булдырам тип тырышып, ҡайҙа етте шунда сүп-сарҙарын түгеп, Һаҡмар йылғаһы буйын көнө-төнө ҡыйға батырыусылар араһында аңлатыу эше алып бара.
Йәй айҙары башланыу менән уның өсөн тынғыһыҙ көндәр башлана икән. Ауыл эргәһенән аҡҡан йылға ярҙарын, ағаслыҡтарҙы (сөнки ағаслыҡтар араһына сүп-сар түгеп китәләр) таҙалау менән мәшғүл. Ауыл ҡаршыһындағы Түш тауы битләүендә, Һаҡмарҙың өс ҡушылдығын да таҙарта. Fөмүмән, урманға барһынмы, ҡайҙа ғына йөрөмәһен, өйөнә сумкалап пластик һауыттарҙы йыйып алып ҡайта. Урамда ятҡан ҡый-һайҙы сүпләй. Йылға буйҙарын ул ҡар яуыр алдынан таҙартып ҡуйырға күнеккән. Сөнки яҙғы ташҡын барлыҡ бысраҡты ағыҙып алып китә. Ул барыһын да йөрәге, намыҫы ҡушыуы буйынса эшләй, үҙенең бурысы тип һанай. Ауыл Советы депутаттарын урындарынан ҡуҙғатып экологик өмәләр үткәреүҙе ойоштороуға ла ваҡыт таба. 2018 йылда «Таҙа Һаҡмар» акцияһы иғлан ителгәс кенә Юлдыбай ауылында, хакимиәттә урамдарҙан тыш ер-һыуҙарыбыҙҙы ла таҙартырға кәрәклекте иҫтәренә төшөрҙөләр. Ул был эшенә магазиндарҙа төрлө пластик һауытлы эсемлектәр һәм ризыҡтар һатыла башлағас та тотонған. Үҙебеҙҙе уратып алған тирә-йүнебеҙҙең, ер-һыуҙарыбыҙҙың көнкүреш ҡалдыҡтарынан сүп-сарға бата барыуына башҡалар кеүек вайымһыҙ ҡала алмаған. Уның йылдар буйына йыйған ҡый-һайын тонналап үлсәргә булыр ине. Күпме нервыһын сарыф иткән ул? Сөнки уның эшен һанға һуҡмайынса, тирә-яғыбыҙҙы сүп-сарға батырыусылар һаны кәмемәй. Элегерәк ул барыһын да яндырып юҡ иткән. Закондар үҙгәреп, ауыл эсендә ҡый яндырыу тыйылғас, ул ауыл хакимиәтенән ярҙам һорап, сүп-сар өйөмдәрен техника менән сүплеккә түктерә башланы. Ул был мәшәҡәтле эштән ҡар яуып, тәбиғәт йоҡоға талғас ҡына азат була. Хәҙер инде пенсия йәшендә булһа ла шөғөлөн ташларға уйламай. «Әгәр ҙә мин был эшкә ҡул һелтәһәм, кем миңә алмашҡа килер»,—тип ҡайғыра апайым.
Яҙ көнө уҙғарылған өмәләр менән генә эш бөтмәй шул. Йылғанан ҡом-ҡырсынташты машиналап ташыусыларға ла, ау менән балыҡ һөҙөүселәргә лә көрәш иғлан итә Венера апай. Бөгөн Һаҡмарыбыҙҙың балығы ла, ҡом-ҡырсынташы ла бөтөп бара. Йылға буйы батҡаҡҡа әйләнгән. Апайым ҡыш көндәре ҡыр ҡоштарын ҡарауҙы хәстәрләй. Турғайҙар өсөн баҡсаһында көнбағыш үҫтерә, ҡышҡыһын магазиндан һатып ала. Ҡар бөртөктәре төшөү менән йорт алды баҡсаһына, йылға буйындағы ағаслыҡтарға тағараҡтар элеп сығып, ем һала. Күгәрсендәрҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Урамға сығарып ташланған эт-бесәйҙәрҙе йәлләй, уларҙы тәрбиәләй. Ул ауылдаштарын, район халҡын тәртипкә, таҙалыҡҡа өндәп урындағы гәзиткә мәҡәләләр яҙа. Үткән Экология йылында уның эшенә ҙур баһа бирелде. Башҡортостан Республикаһының Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының Сибай территориаль бүлексәһе етәкселеге апайыма Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы. Быйыл иһә башҡалабыҙ ирекмәндәренең «йәшелдәр» ойошмаһы уны махсус кейем менән бүләкләне. Һуңғы йылдарҙа тау-таштарҙың аҡтарылып юҡҡа сығыуына, урмандарҙың саманан тыш күпләп ҡырҡылыуына, сит тарафтарға оҙатылыуына бик бошона апайым. Шундай изге күңелле, тәбиғәт йәнле апайым булғанына һөйөнәбеҙ.
Вилиә Бүләкова.