Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
10 Декабрь 2018, 16:32

Уҡытыусы, актер, каскадер...

Киләһе 2019 йыл Рәсәйҙә Театр йылы тип иғлан ителә. 13 декабрь А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры Театр йылын аса һәм күптән түгел генә тамашасылар хөкөмөнә тәҡдим ителгән «Тере тупраҡ» премьераһын йәнә сәхнәгә сығара.Билдәле булыуынса, был спектакль—бер төркөм профессионалдарҙың берҙәм эше. Бында режиссер, композитор, балетмейстр, костюм оҫталары, рәссам-сценографтан тыш, сәхнә алыш-һуғыштарын ҡуйыусы ла йәлеп ителде. Режиссерҙың яңынан-яңы ҡыҙыҡлы идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн барыһы ла көс һалды. Был аңлашыла ла: тамаша уңышлы килеп сыҡһын өсөн телмәр, көй, хәрәкәт һәм башҡалары, хатта ваҡ ҡына деталдәре лә бер-береһен тулыландырырға тейеш.

Киләһе 2019 йыл Рәсәйҙә Театр йылы тип иғлан ителә. 13 декабрь А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры Театр йылын аса һәм күптән түгел генә тамашасылар хөкөмөнә тәҡдим ителгән «Тере тупраҡ» премьераһын йәнә сәхнәгә сығара.
Билдәле булыуынса, был спектакль—бер төркөм профессионалдарҙың берҙәм эше. Бында режиссер, композитор, балетмейстр, костюм оҫталары, рәссам-сценографтан тыш, сәхнә алыш-һуғыштарын ҡуйыусы ла йәлеп ителде. Режиссерҙың яңынан-яңы ҡыҙыҡлы идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн барыһы ла көс һалды. Был аңлашыла ла: тамаша уңышлы килеп сыҡһын өсөн телмәр, көй, хәрәкәт һәм башҡалары, хатта ваҡ ҡына деталдәре лә бер-береһен тулыландырырға тейеш.
Премьераға сағыулыҡ, үҙенсәлек өҫтәүселәрҙең береһе—ул актер һәм каскадер, Рәсәй театр сәнғәте институтының һәм Бөтә Рәсәй кинематография институтының өлкән уҡытыусыһы, каскадерҙар ассоциацияһы ағзаһы Роберт Йылҡыбаев. Ҡасандыр Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған егет—беҙҙең яҡташыбыҙ. Беҙ уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
—Роберт Әхмәт улы, һеҙҙе «Тере тупраҡ» премьераһындағы яу-алыш мәлдәрен сәхнәләштереүҙә ярҙам итеүегеҙҙе һоранылар. Был тәҡдимде нисек ҡабул иттегеҙ?
—Сибайға мин ҡыуанып килдем. А.Мөбәрәков исемендәге театрға ихтирам менән ҡарайым. Етмәһә, премьераның режиссеры—минең уҡытыусым А.Нәҙерғолов. Әҙерлек башланып, сәхнәлә башҡорт көйө яңғырау менән күңелгә йылылыҡ йүгерҙе. Үҙемдең тыуған яҡтар һағындырған икән. Студент саҡта йыш ҡына халыҡсан тамашалар ҡарай торғайныҡ, шул мәлдәрҙе иҫкә төшөрҙө был драма. Шуға ла илһамланып, дәртләнеп эшләнем. Һәр көн иртә менән актерҙарға тренинг үткәрҙем, алыш, яу мәлдәрен сәхнәләштерҙек. Ситтән ҡараһаң—был ябай ғына бер хәрәкәт кеүек. Ысынында улай түгел. Бик ҡатмарлы эш. Әммә актерҙар уны атҡарып сыҡты, бик теләп өйрәнде.
—Һеҙ Рәсәй каскадерҙар ассоциацияһында тораһығыҙ. Ни өсөн был профессияны һайланығыҙ?
—Был һөнәргә һөйөү студент саҡта яралды. Дәрес һәм репетицияларҙан сығып, дөйөм ятаҡҡа ҡайтҡас та егеттәр менән төрлө хәрәкәттәр өҫтөндә эшләүҙе дауам итә инек. Ҡайһы бер этюдтарҙы үҙебеҙ уйлап сығара торғайныҡ. Бер мәл фән-ни етәксем Айҙар Заһит улы Закировҡа Рәсәй театр сәнғәте институтына аспирантураға (ГИТИС) барырға теләүемде әйттем. Шул саҡ ул миңә әҙәбиәт исемлеге бирҙе һәм шуларҙы уҡып сығып, реферат яҙып килергә ҡушты. Әйткәндәрен үтәнем, институтҡа уҡырға ла индем. Бәхеттең етенсе күгендә инем. Тиҙҙән ошо уҡ уҡыу йортонда һәм Бөтә Рәсәй кинематография институтында уҡытыусы булып киттем. Шулай итеп минең эшмәкәрлегем башланды. Айҙар Заһит улы үҙе лә каскадерҙар ассоциацияһында тора, күп кенә фильмдарҙа трюктар ҡуйған. Уға эйәреп, мин дә киноларҙа төшә башланым. Йәйгеһен Өфөлә «Беренсе Республика» фильмын төшөрҙөләр. Унда төп ролдәмен. Ул кино 2019 йыл март айында тамашасылар хөкөмөнә сығарыла.
—Әйткәндәй, Сибай сәхнәһендә сығарылған «Тере тупраҡ» та Башҡортостандың 100 йыллығына арнала. Тимәк, һеҙҙә тыуған яҡҡа һөйөү, милли рух бар?
—Әлбиттә. Мәскәүҙә йәшәһәм дә әсә телен онотмайым. Башҡорт булыуым менән ғорурланам! Яҡташтар менән осрашып, үҙ телебеҙҙә аралашабыҙ, башҡорт радиоһы тыңлайбыҙ, башҡортса тапшырыуҙар ҡарайбыҙ.
—Кумирығыҙ бармы?
—Ҡайһы бер актерҙарҙың оҫталығына, тырышлығына һоҡланам. Әммә кумир тип атамаҫ инем. Мәҫәлән, Безруков ихтирамға лайыҡ. Әммә мин үҙем булып ҡалам. Һәр кем үҙ һәләте, ныҡышмаллығы менән уңыш яуларға тейеш.
—Роберт Әхмәт улы, театр коллективына онотолмаҫлыҡ мәлдәр бүләк итеүегеҙ өсөн оло рәхмәт! Яңы осрашыуҙар көтөп ҡалабыҙ.
Гөлсәсәк Теләүсина,
театрҙың әҙәби-драма бүлеге етәксеһе.