Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
3 Декабрь 2018, 12:28

Һөнәре бар—ҡәҙерле

Хәйбулла районының Вәлит ауылы мәктәбенә эш буйынса барғанда туҡланыу мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһындыҡ. 2018-2019 уҡыу йылында башланғыс мәктәп булараҡ ҡына эшләгән был белем усағының 17 уҡыусыһын ашнаҡсы Әҡлимә Мортазина йылы аштары менән һыйлай.

—Быға тиклем төп белем биреү мәктәбе булараҡ эшләгәндә 50-ләп балаға ашарға бешерә инем. Быйыл уҡыусылар һаны ҡырҡа кәмене,—ти мәктәп ашханаһында 15 йылға яҡын эшләүсе Әҡлимә Йәүҙәт ҡыҙы.—Эш урынымда бөтә уңайлы шарттар ҙа тыуҙырылған: һыу үткән, яңы өҫтәл, стелаждар алдыҡ. Аҙыҡ-түлекте район үҙәгенән ебәрәләр, меню ла үҙҙәре төҙөй. Миңә тәмле итеп яраштырырға ғына ҡала. Һаулыҡ торошо туҡланыуға бәйле икәнен яҡшы аңлайбыҙ, шуға балаларҙы йылы аштан өҙмәйбеҙ.
Әҡлимә Мортазина Баймаҡтың 58-се һөнәрселек училищеһында уҡыған. Тәүҙә ауыл хужалығында эшләй ул. Әлегәсә үҙ һөнәренә тоғро ҡалған ҡатын—6-сы разрядлы ашнаҡсы. Уның бешергән аштарын уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә маҡтай.
Әҡлимә Йәүҙәт ҡыҙы ғаиләһе менән дә өлгөлө. Ире Рим Татлыбай улы менән Дим, Әлиә, Вәлит исемле матур балалар үҫтергән. Ә ҡатын-ҡыҙға тағы нимә кәрәк?! Күңел һалған эшең, яратҡан ғаиләң булыу—үҙе үк оло бәхет.
Читайте нас: