Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
27 Ноябрь 2018, 16:30

Бәхетле булыу сере

Fүмәр ағайҙың атаһы Хәсән ҡарт һуғышҡа тиклем Юлдыбай шахтаһында эшләй. Һуғыш башланғас, шахта ябыла. Һаулығы арҡаһында уны һуғышҡа алмайҙар, ә хеҙмәт армияһына алып киткәндә уның һаулығы менән ҡыҙыҡһынған кеше лә булмай. Эшләтә—эшләтәләр ҙә, хәле бөтөп, үлер хәлгә еткәс, ауылына ҡайтарып ебәрәләр. Аяҡҡа баҫып, йөрөй башлау менән тағы алып китәләр. Ике тапҡыр барып ҡайта шулай Хәсән бабай хеҙмәт армияһына. Икенсеһендә һуғыштан яраланып ҡайтып районда хәрби комиссар булып эшләп йөрөгән Яхъя Нәҙерғоловҡа инә:—Мин өсөнсө тапҡыр хеҙмәт армияһын күтәрә алмам, обоз ташып булһа ла йөрөрмөн, фронтта үлһәм, исмаһам, фронтовик тигән исемем ҡалыр, балаларға ла йәшәүе еңелерәк булыр, мине армияға ебәрегеҙсе әле,—тип инәлә.

Fүмәр ағайҙың атаһы Хәсән ҡарт һуғышҡа тиклем Юлдыбай шахтаһында эшләй. Һуғыш башланғас, шахта ябыла. Һаулығы арҡаһында уны һуғышҡа алмайҙар, ә хеҙмәт армияһына алып киткәндә уның һаулығы менән ҡыҙыҡһынған кеше лә булмай. Эшләтә—эшләтәләр ҙә, хәле бөтөп, үлер хәлгә еткәс, ауылына ҡайтарып ебәрәләр. Аяҡҡа баҫып, йөрөй башлау менән тағы алып китәләр. Ике тапҡыр барып ҡайта шулай Хәсән бабай хеҙмәт армияһына. Икенсеһендә һуғыштан яраланып ҡайтып районда хәрби комиссар булып эшләп йөрөгән Яхъя Нәҙерғоловҡа инә:
—Мин өсөнсө тапҡыр хеҙмәт армияһын күтәрә алмам, обоз ташып булһа ла йөрөрмөн, фронтта үлһәм, исмаһам, фронтовик тигән исемем ҡалыр, балаларға ла йәшәүе еңелерәк булыр, мине армияға ебәрегеҙсе әле,—тип инәлә.
Хәрби комиссар тәүҙә ҡаршы килә, шунан, ауылдашын йәлләптер инде, риза була. Һуғышта Хәсән Ҡоғашев алыҫҡа осоусо авиацияла хеҙмәт итә: аэродромды һаҡлай. Норвегия сигенә етеп, еңеүсе булып ҡайтып төшә.
1938 йылда беренсе бала булып донъяға килгән Fүмәр ағай һуғыш бөткәндең икенсе йылына беренсе башҡорт класына уҡырға бара. Унды бөткәнсә Юлдыбайҙа уҡый. «Тел яғынан ырата алмаһам да химия, физика, математиканы ныҡ яраттым»,—ти Fүмәр Хәсән улы. Унды тамамлағас, Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. «Ете фәндән имтихан бирҙек. Тарих, рус теле, ярай аңлайым, кәрәк тә булғандыр, немец теле нимәгә кәрәк булды икән?—тип аптырай хәҙер Fүмәр ағай.
—Уҡытыусы булыу—бала саҡтан килгән хыялығыҙ инеме?—тип һорайым һөйләшеүҙе бүлеп.
—Ниндәй хыял! Ул осорҙа тик бер генә хыял бар ине: тамаҡ...
Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған юғары белемле егетте Йылайыр районының Һабыр урта мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрәләр. Юлдыбай мәктәбендә завуч булып эшләп йөрөгәнгән Атанов Ҡорбанғәле Хөсәйен улы, быны ишеткәс, үҙенә саҡырып ала ла:
—Үҙебеҙгә физика, математика уҡытыусыһы етешмәй, Һабырға бармайһың. Район мәғариф бүлеге менән эште үҙем хәл итермен, һин ҡыҫылма,—ти ҙә уны эшкә алыу тураһында бойороҡ яҙа. Шулай итеп, ул үҙенең туған мәктәбендә эш башлай. Армия хеҙмәтендә ике йыл үҙ бурысын үтәп ҡайтҡас, Юлдыбай, Яманһаҙ, Матрай мәктәптәрендә балалар уҡыта. Ете йыл Юлдыбай һөнәрселек училищеһын етәкләй. Дөйөм хеҙмәт стажы 37 йыл булһа, шуның 26 йылын мәктәптә мөғәллим булып үткәрә.
Уҡытыусы күп белергә, үҙ эшен, балаларҙы яратырға һәм үҙ белемен дә даими рәүештә арттырып торорға тейеш. Донъянан артта ҡалған уҡытыусы ысын педагог була алмай. Fүмәр Ҡоғашев тап шундай уҡытыусыларҙың береһе була. Уҡыусылары ла уны ныҡ ярата. Быны иҫбатлау өсөн бер миҫал килтереп китә алам.
Юлдыбай мәктәбендә бер йыл уҡытып, хәрби хеҙмәткә саҡырыу ҡағыҙы алғас, район үҙәгенә уҡыусыларына әйтмәй генә юлланырға була. Буран сығып торған көн була: машиналар йөрөмәй, һирәк-мирәк үткәне лә туҡтамай. Шул ваҡыт 11-селә уҡыған уҡыусылары бөтә класы менән шау-гөр оҙатырға килеп төшә. Алыҫтан килгән машинаны күргәс, юлды ҡаплап, туҡтатап, уҡытыусыларын матур итеп оҙатып ҡалалар.
Армиянан ҡайтҡас Fүмәр ағай йәштән яратып йөрөгән ҡыҙына өйләнә.
Бер мәктәптә уҡып йөрөһәләр ҙә Fүмәр ағай менән Гөлнур апай яҡындан таныш булмай. Студент саҡтарындағы Өфөләге осрашыу уларҙың артабанғы яҙмышын хәл итә. Йәштәр дуҫлашып китә, ул замандағы берҙән-бер аралашыу сараһы—почта аша хат алышалар. Әрмегә китер алдынан Fүмәр Гөлнурҙан фоторәсемен биреүен һорай. Ҡыҙ йүгереп өйгә инеп китә лә киске ҡараңғыла егетенең ҡулына бәләкәй генә ҡатырғы киҫәге тоттора. Ҡарамай ҙа һалып алған шул ҡатырғы киҫәген Fүмәр ике йыл хәрби билеты, аҙаҡ комсомол билеты, һуңынан партия билеты эсендә йөрөтә. Ысынында иһә ул һис кенә лә Гөлнурҙың фотоһы түгел, ябай открытка булып сыға. Ҡыҙ, шаяртып, уны егетенә фото урынына биреп ебәргән була. «Хәҙер пенсия танытмаһы араһында һаҡлайым»,—тип көлә Fүмәр ағай.
Оҙаҡ йылдар Fүмәр ағайҙың йылыһын һаҡлаған ошо ябай ғына открытка, йәш саҡта яҙылып, ошо көнгәсә ҡәҙерләп һаҡланған хаттар—былар барыһы ла Ҡоғашевтарҙың бер-береһенә булған иҫ китмәле иғтибарын, ихтирамын сағылдыра түгелме?!
«Башҡортостан АССР-ы мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы», «Халыҡ мәғарифы отличнигы» исемдәрен йөрөткән Fүмәр Хәсән улы Ҡоғашев уҡытыу-тәрбиә эшендә өлгәшкән уңыштары өсөн БАССР Мәғариф министрлығы һәм мәғариф, юғары мәктәп, фәнни учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең профсоюз өлкә комитеты почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Улар Гөлнур еңгәй менән ике ҡыҙ һәм бер малайға ғүмер биргән, тәрбиәләп, уҡытып, кеше иткән. Өсөһө лә хәҙер үҙ донъяһын ҡороп, матур итеп йәшәп ята. Өлкән ҡыҙҙары Зилә, Өфөлә нефть институтын тамамлап, Баймаҡ ҡалаһында архитектор булып эшләй. Улдары Кәрим Юлдыбайҙа йәшәй, вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Килендәре Гөлназ менән өс бала үҫтерәләр. Кинйәкәйҙәре Гөлкәй, Сибай ҡалаһында политехник колледж һәм БДУ-ның Сибай институтын тамамлап, Күмертауҙа иҡтисадсы булып эшләй.
—Татыулыҡ, бер-береңде ихтирам итеү, тормошта үҙ яҙмышыңды табыу, яратҡан эшеңде башҡарыу... Бына шул инде бәхетле булыу сере. Аллаға шөкөр, беҙ бәхетле!—тиҙәр Fүмәр ағай менән Гөлнур еңгәй.
Ябай һүҙҙәргә ни өҫтәйһең? Бәхетегеҙгә күҙ теймәһен, оҙон ғүмерле булығыҙ!
Фәрит Әхмәров.
Һүрәттә: Fүмәр Хәсән улы өйө янында.