Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
26 Ноябрь 2018, 16:26

Ярат ерен яратып

Баймаҡ районы Ярат ауылы мәктәбе директоры Миләүшә Азамат ҡыҙы Юлдашбаева килен булып төшкән ауылына дан йырлап «Ярат ерен яратып» тип исемләнгән китап баҫтырҙы. Күптән түгел белем усағында уның исем туйы ла үтте.Ауылдың бай тарихын сағылдырған китапҡа яҡташыбыҙ, Рәсәй, Башҡортостан Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Үтәбаев рецензия яҙған. Түбәндә уның яҙмаһынан өҙөк тәҡдим итәбеҙ.

Баймаҡ районы Ярат ауылы мәктәбе директоры Миләүшә Азамат ҡыҙы Юлдашбаева килен булып төшкән ауылына дан йырлап «Ярат ерен яратып» тип исемләнгән китап баҫтырҙы. Күптән түгел белем усағында уның исем туйы ла үтте.
Ауылдың бай тарихын сағылдырған китапҡа яҡташыбыҙ, Рәсәй, Башҡортостан Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Үтәбаев рецензия яҙған. Түбәндә уның яҙмаһынан өҙөк тәҡдим итәбеҙ.
«Миләүшә Юлдашбаеваның Ярат һәм уның янындағы ауылдар тарихы, бөгөнгөһө хаҡында яҙылған китабын ҡулға алғас, үҫмер саҡтағы хәтирәләрем тағы ла яңырҙы. Әйтергә кәрәк, бик ҙур хеҙмәт түгелгән был китапты яҙыр, мәғлүмәттәрҙе туплар өсөн. Теге саҡта яуапһыҙ ҡалған һорауҙарымды ла иҫемә төшөр-ҙө был йыйынтыҡ. Уйлай китһәң, «Ярат феномены»ның барлыҡ аңлатмалары был ауылдың һәм шул тирә ауылдарының үткәнендә, тарихында ята икән дә. Ҡыҙыҡ, хәҙерге замандың һорауҙарына тарих яуап бирә...
Китапта төбәктә юҡҡа сыҡҡан Ҡарағужа, Мырҙаҡай, Мырҙабулат, Йосоп, Теләүҡабул, Fәбсәләм, хәҙерге Ярат, Fүмәр, Йәрмөхәмәт ауылдары тарихтарына бәйле тағы ла бик күп һанлы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр табырһығыҙ. Уларҙа шул күренә: XVII быуаттан башлап XX быуатҡа тиклем урталыҡта Ярат ауылы ултырған төбәктең күгендә Башҡорт йондоҙлоғо балҡып торғандай. Атаҡлы «Ырғыҙ» романын ижад итеп, асылда халҡыбыҙҙың тарихын яҙған, шәреҡ донъяһында тәүге роман ижад итеүсе ҡаһарман башҡорт ҡыҙы, күренекле яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның нәҫел тамырҙары ла ошонан, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең «Һаҡмар ҡыҙы» поэмалары ла ошо төбәк кешеләре, Әхмәтзәки Вәлиди сит илгә китергә мәжбүр булғас, 5 мең яугирҙан торған ғәскәрен төҙөп, халҡын инҡилап золомонан аралар өсөн изге яуға күтәрелеп, йәнен фиҙа ҡылған сардар, ихтилал етәксеһе Хажиәхмәт Унасовтың тамырҙары ла бар был тупраҡта. «Үлән үҫкән ерендә генә үҫә», тигәндәй, бәрәкәтле был ерҙәрҙә тыуып үҫеүселәр халҡын, илен данлап йәшәгән һәм йәшәй.
Ярат, Fүмәр, Йәрмөхәмәт ауылдары тарихының тағы бер үҙенсәлеге хаҡында әйтеп үтеү лазым. Китапта килтерелгән ошо ауылдар тарихтары теркәлгән документтарҙа бер туҡтауһыҙ ауыл халҡының ситкә күсенеүҙәре, ситтәрҙең күсеп килеүҙәре теркәлгән. Бындай хәрәкәттең йәйләүгә һәм ҡышлауға күсенеү менән һис уртаҡлығы юҡ. Ауылдарҙа йәшәүсе ниндәйҙер ғаиләләр, айырым заттар башҡа ауылдарға күсеп киткән, уларҙың урындарына башҡалар күсеп килгән, күпмелер ваҡыттан тәүҙә күсенеп китеүселәр кире әйләнеп ҡайтҡан, шунан һуң тағы ла кемдәрҙер күсенеп киткән. Ошондай күсеү-күсенеү процесында ошо төбәк ауылдарының барыһы ла ҡатнашҡан. Ҡайһы ваҡыт ошондай күсенеүҙәр һөҙөмтәһендә яңы ауылдар ҙа барлыҡҡа килгән. Тағы ла шуныһы: был төбәктәге ауылдарҙың нигеҙендә, асылда, бер ауыл ята. Әйтәйек, тәүҙә Ҡарағужанан—Ярат, Яраттан—Fүмәр, һуңынан Ярат менән Fүмәрҙән Йәрмөхәмәт ауылы барлыҡҡа килгән. Йомғаҡлап әйткәндә, төбәк ауылдарында, нигеҙҙә, төрлө ауылдарға таралып ултырған бер ауыл кешеләре көн итә.
Китапта үҙәге Ярат ауылында урынлашҡан Карл Маркс исемендәге колхоздың хеҙмәт уңыштары менән танышҡанда «Тыныс тормош шарттарында Тыуған илебеҙгә лайыҡлы хеҙмәт итеп, ордендарға лайыҡ булған колхозсыларыбыҙ» тигән бүлектә илебеҙҙең барлыҡ ауылдары көнләшерлек, һоҡланыуынан ҡолап китерлек бер хәлгә хайран ҡалдым. Юҡҡа ғына Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти үҙенең «Һаҡмар ҡыҙы» поэмаһының геройҙарын башҡа урында түгел, нәҡ Яратта тапмаған икән.
Китапта һәр заман, ул саҡта илебеҙҙә, Башҡорт илендә, республикабыҙҙа, Баймаҡ районында барған сәйәси һәм ижтимағи ваҡиғалар хаҡында күп һандағы мәғлүмәт табырға була. Ярат һәм уның тирәһендәге ауылдарҙың үткәне, хәҙергеһе тулыһынса тиерлек сағылыш тапҡан китапта. Октябрь инҡилабы, колхозлашыу осоро, шәхес культы, Бөйөк Ватан һуғышы, яуҙан ятып ҡалған батырҙар, тыуған яҡҡа имен-һау әйләнеп ҡайта алған яугирҙәр, һуғыштан һуңғы йылдар, хеҙмәт батырҙары, бөгөнгө тормош, шул тормошта ҡайнаған кешеләр яҙмышы һ.б. һ.б.—барыһы ла урын алған унда. Фәҡәт тик «ҡасандыр Ярат, Fүмәр, Йәрмөхәмәт ауылдарында тулы ҡанлы тормош барған, кешеләр гөрләтеп донъя көткән», тип кенә киләсәктә китаптар яҙырға яҙмаһын. Бындай китаптар киләсәккә халҡыбыҙҙың рухи аманатын, фиҙакәрлек эстафетаһын тапшырыр өсөн яҙыла, тап шул сылбыр өҙөлмәгән өсөн дә халҡыбыҙ йәшәй, йәшәйәсәк.
«Силәгенә күрә ҡапҡасы» тиҙәр. Аҫыл заттар йәшәгән ауылдың килендәре лә аҫыл заттан була. Һәр хәлдә, моңобоҙ батшаһы, мәшһүр Хөсәйен Әхмәтовтың затынан булған Сыңғыҙ ауылы ҡыҙы Миләүшә Азамат ҡыҙынан уңған Ярат ауылы. Ошо китаптың яҙылыуы ғына ла ана шул уңғанлыҡ билдәһе. Афарин!
Әхмәр Fүмәр-Үтәбай.
Буранбай ауылы кешеһе, Рәсәй, Башҡортостан Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррир урынбаҫары.
Читайте нас: