Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
20 Ноябрь 2018, 15:23

«Фәрештәләр беҙҙе осраштырған...»

Ноябрь айында Сибай ҡалаһының Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә бик үҙенсәлекле шағирә менән иҫтә ҡалырлыҡ йылы осрашыу булып үтте.«Атайсал» гәзите уҡыусыларының күбеһенә таныштыр был исем—Фирүзә Абдуллина. «Бәйләнештә» селтәрендә шиғыр һөйөүселәрҙең күңелен халыҡсан, уҡымлы шиғырҙары менән әсир итте ул. «Халыҡ шағиры» тип тә йөрөтәләр уны интернетта. Бала сағынан уҡ яҙған күңел ынйыларын бик оҙаҡ бер кемгә лә күрһәтмәгән. Йәш сағында, ғаиләле булғас, тормош һикәлтәләре уны йәһәннәмгә сөйгәндә лә ул шиғырҙарынан айырыла алмай. Ләкин уның был һәләтен берәү ҙә белмәй тиерлек.

Ноябрь айында Сибай ҡалаһының Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә бик үҙенсәлекле шағирә менән иҫтә ҡалырлыҡ йылы осрашыу булып үтте.
«Атайсал» гәзите уҡыусыларының күбеһенә таныштыр был исем—Фирүзә Абдуллина. «Бәйләнештә» селтәрендә шиғыр һөйөүселәрҙең күңелен халыҡсан, уҡымлы шиғырҙары менән әсир итте ул. «Халыҡ шағиры» тип тә йөрөтәләр уны интернетта. Бала сағынан уҡ яҙған күңел ынйыларын бик оҙаҡ бер кемгә лә күрһәтмәгән. Йәш сағында, ғаиләле булғас, тормош һикәлтәләре уны йәһәннәмгә сөйгәндә лә ул шиғырҙарынан айырыла алмай. Ләкин уның был һәләтен берәү ҙә белмәй тиерлек.
Фирүзәнең тормош юлы бик ҡатмарлы. Фәһемле лә, өлгө булырҙай ҙа яҙмыш ҡиссаһын уҡыусыларыбыҙға тәҡдим итергә булдыҡ.
Улар Яңы йыл кисәһендә таныша. 1982 йылдың һуңғы көнө. Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультеты студенттары йәшәгән ятаҡтың бер бүлмәһендә байрам ығы-зығыһы. Дүрт ҡыҙҙың ҡайһы берҙәре ауылдашын, ҡайһылары класташын саҡырған. Өҫтәл әҙерләйҙәр. Фирүзә генә бер кемде лә көтмәй. Артынан йөрөгән егеттәр бар ҙа ул, тик ҡыҙҙың күңеле тартмай. Оҙаҡламай ике егет килеп инә. Уларҙың береһе бүлмәләш ҡыҙының осрашып йөрөгән егете. Һаулыҡ һораша ла: «Бына, бергә йәшәгән егет, беҙҙең менән бергәләшеп Яңы йылды ҡаршыларға саҡырҙым. Мөмкинме?—ти. Һомғол, оҙон буйлы, сәстәре тулҡын-тулҡын, ҡарашынан тыйнаҡ йылылыҡ та бөркөлә. «Таныш булайыҡ—Фидаил»,—тип өндәшә. Бер аҙ һөйләшеп өҫтәл артында ултырғандан һуң Фирүзә беренсе ҡатҡа, шыршы янына төшә. Ҡунаҡ егет тә эйәрә. Башҡаларға ҡушылып, ҡулға-ҡул тотоношоп шыршы тирәләй әйләнәләр. Ҡунаҡ егет Фирүзәне ҡабат-ҡабат бейеүгә саҡыра. Төнгө сәғәт икенән һуң үҙәк майҙандағы шыршы янында күмәкләшеп тау шыуалар, гармун көйөнә бейейҙәр. Егет ҡыҙҙың эргәһенән китмәй. Ятаҡҡа ҡайтҡанда: «Мин һиңә тәү күреүҙән ғашиҡ булдым. Бер ҡасан да бындай тойғо кисергәнем юҡ ине»,—тип хистәрен асып һала.
Иртәгәһенә әхирәтенең: «Ҡунаҡ егет миңә оҡшағайны, һинең яныңдан китмәне лә ҡуйҙы»,—тигән һүҙенә: «Үпкәләмә, ул егеткә мин кейәүгә сығам!»—тип яуап бирә.
Осрашыуҙар башлана. Ҡыҙ егеттең күркәм холҡон оҡшата. Тыныс, баҫалҡы, ышаныслы. Юҡ-бар өсөн күтәрелеп һуғылмай. Байрамда әҙ-мәҙ хәмер йотҡолаһа ла үҙен яҡшы тота. Ҡарар ҡабул итә һәм уны үтәй белә. Уҡыуын тамамларға йөрөгән ҡыҙ Федоровка районына эшкә китергә йыйына, әммә Фидаил уны ҡулынан ысҡындырырға теләмәй, оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа булып, тәҡдим яһай. Фирүзә әсәһенең фатихаһын алырға ике тап-ҡыр Баймаҡ районына, тыуған ауылы Шүлкәгә ҡайта. Икеһендә лә әсәһе ризалыҡ бирмәй. «Үҙ районыбыҙға ғына кейәүгә биреп, ҡартайған көнөмдә һиңә барып ултырырмын тигәйнем, балам»—ти. Оҙаҡ уйлап тормай, йәштәр егеттең тыуған ауылы Иҫке Бәпескә ҡайтып ЗАГС-ҡа инә. Өсөнсө юлы ауылға ҡайтҡанда Фидаил уларҙы ҡаршы ала сыҡҡан әсә менән: «Һаумы, ҡәйнәм!—тип күрешә, ҡосаҡлап уҡ ала. Яратҡан кейәүе булып китә ул ете ҡыҙ һәм өс ул үҫтергән Герой-әсәнең.
Диплом алғас, Фирүзә Стәрлетамаҡ районының Айыусы мәктәбенә эшкә китә. Дүртенсе курста уҡыған Фидаилы менән ял көндәрендә генә осрашалар. Улдары Урал тыуа. Матур ғына донъя көтөп ятҡан йәш ғаиләгә көтмәгәндә бәлә килә. Ике генә айлыҡ улдары йәш әсәнең ҡулында йән бирә. Сабыйҙы атаһының ауылында ерләйҙәр. Фирүзә лә Иҫке Бәпескә ҡайта, мәктәпкә эшкә урынлаша, ҡайны-ҡәйнәһе менән йәшәй башлай. Ҡайғыһын баҫырға тырышып, рус теле һәм әҙәбиәтенән дәрес бирә, интернатта тәрбиәсе лә булып эшләй, башланғыс кластарҙа ла уҡыта.
1985 йыл. Фидаил диплом алғас, икәүләп Мәғариф министрлығына баралар. Ейәнсура районында фатир ҙа, икеһенә лә эш тә барлығын белгәс, шунда барырға риза булалар.
Матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Юлдаш ауылының кешеләре лә гүзәл, күркәм холоҡло, дуҫ-татыу булып сыға. Мәктәп директоры Вил Шәрип улы Ҡыуатов уларҙы үҙҙәренә алып ҡайта. Ике көн эсендә йәш ғаилә өсөн ике бүлмәле фатирҙың эсе-тышы аҡлана. Мәктәптән ултырғыстар, тимер карауат, өҫтәл килтерелә. Карауат өҫтөнә сағыу япма йәйеп, тәҙрәләргә ҡорғандар элгәс, ҡурсаҡ өйөнә оҡшап ҡалған йорттарына йәштәр һөйөнөп бөтә алмай, дәртләнеп, ең һыҙғанып эшкә тотона. Фидаил математиканы ла һыу кеүек эсә, йортонда төрлө әйберҙәр эшләүгә лә маһир булып сыға. Үҙ ҡулдары менән кейем шкафы, китап кәштәһе, тумбочка яһап ҡуя. Мейес тә сығара, кәртә-ҡураны ла яңырта. Йәштәрҙе шатландырып, Фирүзәнең әсәһе һыйыр, һарыҡтар бирә. Тиҙҙән тимер ат—мотоцикл һатып алалар. Еләккә, туғандарға йөрөргә уңайлы булып ҡала.
Йәштәр икенсегә бала көтә. Ваҡыты етеп, бала табырға барғас, ҡатмарлыҡтар килеп сыға. Фирүзәгә операция яһайҙар. Улдары дүрт сәғәт кенә йәшәп, табиптарҙың ҡулында үлә. Күп ҡан юғалтҡан әсәнең дә ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡала. Тағы ла шул Юлдаш халҡы ярҙамға килә: тейәлешеп килеп ҡан бирәләр. Һигеҙ тәүлек үткәс кенә күҙҙәрен аса Фирүзә. Дауахананан һуң һулыған гөлгә оҡшап ҡалған ҡатынына ҡарап Фидаил: «Нисек ярҙам итәйем?»—тип һорай. Элек эшенән, шиғыр яҙыуҙан, һөйөклөһө янында булыуҙан йәм тапҡан Фирүзәне хәҙер бер нәмә лә ҡыҙыҡһындырмай. «Ярҙам итмә. Мине әсәйемә ҡайтар. Ҡайтып киләйем».
Ун көн әсәһе янында була ул. Сабыр, аҡыллы әсә ҡыҙының йөрәгендәге яраларын ҡулдары менән һыпырып алыр ине лә, хәленән килмәй шул. Шулай ҙа ҡыҙы ҡайғыларын күҙ йәштәре менән йыуып, бер аҙ бушанғас: «Кейәү янына ҡайт, уртаҡ ҡайғыны бергә күтәрегеҙ. Әллә уға еңел тиһеңме?»—тип кәңәш бирергә көс таба.
Ҡояшлы, матур көндәрҙең береһендә ул Юлдаш ауылына әйләнеп ҡайта. Һауала яҙ еҫе аңҡый. Фирүзә тағы таныш эшенә тотона. Дәрес дауам итә. Тормош та. Мәктәп директоры Вил Шәрип улы уға уҡыусылар менән бергәләп Ульяновск һәм Волгоград ҡалаларына сәйәхәткә барырға тәҡдим итә. Яйлап яралар ямала.
1986 йылда Фирүзә Дәүләт-ша ҡыҙын мәктәпкә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Фидаил да башкөллө эшкә сума. Авиамоделизм, фото буйынса түңәрәктәр алып бара. Киләһе йылға Фирүзәгә Яңыбай ауылы мәктәбенә директор булып барырға тәҡдим итәләр, ләкин ул ризалашмай. Теләге юҡлыҡҡа түгел, бының үҙ сәбәбе була. 1988 йылдың июнендә уларҙың ҡыҙҙары донъяға килә. Уға Юлдаш ауылында тәүге көндәрҙән үк ҡурсалап, үҙ ҡанаты аҫтына алған Гөлшат апай Ҡыуатованың исемен бирәләр. Әсәһе Йәмилә апай ҙа ҡышҡылыҡҡа Юлдашҡа килә. Өй нур, бәхет, шатлыҡҡа тула.
Гөлшатҡа ике йәш тулғас, 1990 йылда, Ҡырмыҫҡалыға ҡунаҡҡа ғына ҡайтҡан Фидаил министрлыҡтан күсеү тураһында йүнәлтмә тотоп ҡайтып төшә. Фирүзә быға, әлбиттә, бик үпкәләй, шулай ҙа, ҡыҙына ҡарап, балам атайлы булһын тип, үҙен тынысландырырға тырыша. Күпме ауырлыҡтар бергә үтелгән, шатлыҡтары ла булған, уларҙың бит барыһы ла уртаҡ. Әгәр ире шулай хәл иткән икән, тимәк, ул, ҡатыным ҡаршы булыр тип башына ла килтермәгәндер. Шуларҙы иҫкә алып, күсеп ҡайтып йәшәй башлайҙар. Йәштәргә ер бирәләр. Бер йәй эсендә өй һалып сығалар.
Икенсе ҡыҙҙары Гөлнар тыуғас, Фирүзә лә, сабый ҙа ныҡ ауырый. Кер йыуыу, ашарға бешереү, мал-ҡура ҡарау—барыһы ла ғаилә башлығы иңенә төшә. Мәктәп эше лә еңелдән түгел, күп көс, ваҡыт талап итә. Иренең бер тапҡыр ҙа ризаһыҙлыҡ күрһәткәнен ишетмәй Фирүзә. «Ул минең өсөн әсәй ҙә, атай ҙа, дуҫ та, хеҙмәттәш тә, ир ҙә. Мин уға үҙемдән дә нығыраҡ ышанам»—ти Фирүзә.
«Бәхет беҙҙең үҙебеҙҙең ҡулда. Һәр кем үҙенең тормошон үҙ ҡулдары менән төҙөй. Иҫән-һаубыҙ икән, донъялар имен икән, тимәк, беҙ бәхетле! Ошоноң ҡәҙерен белеп, бер- беребеҙҙе ҡәҙерләп йәшәргә онотмайыҡ»,—ти Фирүзә менән Фидаил.
Әйтмә лә ҡуй!
Әйтер һүҙең бармы? Күреп торам:
Үпкәләргә барҙыр иҫәбең—
Һуңлап ҡайттым бөгөн, сәғәттәрҙең
Юғалтҡанмын, ахыры, иҫәбен.
Бер әйткәндә әйтеп ҡалайым, тип
Бөтә гонаһымды теҙерһең...
...Әйтер һүҙең миңә ауыр булһа,
Әйтмәйсә лә, бәлки, түҙерһең?
Әйтмә лә ҡуй! Үҙем аңлап торам:
Fәйеплемен, һине көттөрҙөм,
Күңелеңде битарафлыҡ менән
Иғтибарһыҙлыҡтан өттөрҙөм...
Әйтер һүҙҙәр улар күп инде ул!
Минең дә бар ундай һүҙҙәрем,
Күңелеңде уйлап, бик йыш ҡына
Әйтмәйенсә йотам үҙҙәрен...
Кисер мине, эстән генә кисер,
Ҡайтарырмын һиңә йөҙләтә!
...Шулай хаталанып алабыҙ ҙа,
Үкенестәр аҙаҡ йөҙәтә.
Әйтмә лә ҡуй, һүҙең ауыр булһа,
Кисер ҙә ҡуй! Мин дә кисерәм!
Мин бит һиңә шулай ғүмер буйы
Бәхет һурпалары эсерәм...
Күҙҙәреңә ҡарайым да...
Күҙҙәреңә ҡарайым да
Өн-тынһыҙ ҡалам...
Мин ҡатын-ҡыҙ. Миңә—мөмкин,
Мин илай алам.
Йөрәгеңде телгән һағыш
Йөҙөңә сыҡҡан.
Ир-атҡа иламаҫҡа, тип
Кем мөһөр һуҡҡан?
Ошо тиклем сабырлыҡты
Алаһың ҡайҙан?
Кәрәклерәкһең һин миңә
Ҡояштан, айҙан.
Һиңә әгәр терәлмәһәм,
Мин һыныр инем,
Һин ҡулдарымдан тотмаһаң,
Абыныр инем.
Берүк ғәмде уртаҡлайбыҙ,
Яртылаш-еңел!
Һиндә лә шул минекеләй
Тойғоло күңел
Түҙәһең, сабыр итәһең,
Өндәшмәй һаман...
Миңә—ярай. Мин—ҡатын-ҡыҙ,
Мин илай алам!
Рәнйемә
(оло танышыма)
Рәнйемә һин, зинһар, үпкәләмә,
Онотһалар әгәр дуҫтарың,
Уларҙың да мәшәҡәте күптер,
Донъялары бар бит уларҙың.
Асыуланма тыуған-тумасаңа—
Белмәйһең бит ниҙәр булғандыр,
Яҙмай-шылтыратмай икән, бәлки,
Улар һинән көтә торғандыр.
Иғтибары етмәй балаларҙың—
Аҡлай торған сәбәп уйлап тап:
Балаң да бит сабып донъя көтә,
Өҙгөләнмә ауыр уй уйлап.
Рәнйеш-үпкә, алама ҡорт булып,
Иләмәһен йөрәк, мейеңде,
Ағыу булып, һине ашамаһын,
Бысратмаһын яҡты көнөңдө…
Ҡылған изгелегең ерҙә ҡалмаҫ—
Fәмәл китабына яҙылыр,
Онотһалар, тимәк, бәхетлеләр,
Борсолорға сәбәп юҡ булыр.
Заманында һин бик кәрәк инең,
Нишләр инек һинең ярҙамһыҙ?
Fорур үткән ярһыу ғүмереңде
Аҙағына еткер аһ-зарһыҙ!
Ҡартлыҡ бит ул һорап, һайлап килмәй,
Бөтәбеҙҙе көтә торғандыр.
Ҡартлыҡ - шатлыҡ түгел икәнлеген,
Ҡартаймайса, аңлау ҡыйындыр…
«Шоңҡар» журналында баҫылған мәҡәләгә һәм шағирә менән осрашыуҙағы сығыштарға таянып
Фәрит Әхмәров әҙерләне.
Һүрәттә: Фирүзә Абдуллина Сибайҙа осрашыу мәлендә.