Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
12 Ноябрь 2018, 13:36

Хеҙмәттә—хөрмәт

Урал аръяғында медицина һәм ике педагогик белемле берҙән-бер логопед Сибай ҡалаһында йәшәй. Ул—Зөлфиә Шәфҡәт ҡыҙы Ҡәйепҡолова.

Урал аръяғында медицина һәм ике педагогик белемле берҙән-бер логопед Сибай ҡалаһында йәшәй. Ул—Зөлфиә Шәфҡәт ҡыҙы Ҡәйепҡолова.
—Әгәр һеҙҙең балағыҙ 3 йәшенә күп кенә өндәрҙе әйтмәһә, һөйләм төҙөп һөйләшә белмәһә, иренендә, аңҡауында ек булһа, яҡындарығыҙ инсульттан һуң насар һөйләшһә, мотлаҡ логопедҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ваҡытында тотонғанда ғына яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин,—ти Сибай ҡалаһының «Аҡһылыу» балалар баҡсаһының юғары категориялы логопеды З.Ш.Ҡәйепҡолова.
Тынғыһыҙ педагогтың эш алымдары күптәргә үрнәк итеп ҡуйырлыҡ. Махсус дипломдары уға психик һәм физиологик яҡтан үҙен-сәлекле балалар менән шәхсән эшләү оҫталығы бирһә, тәжрибәле булыуы үҙенә ылыҡтыра. Телмәрендә етешһеҙлектәр булған балалар менән бик теләп эшләй, уларҙың ата-әсәләре менән дә тығыҙ бәйләнеш тота.
Логопед үҙе эшләгән балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән генә түгел, ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр менән дә ихлас эшләй. Уға Сибай ҡалаһынан ғына түгел, сит өлкәләрҙән дә балалар алып киләләр. Һәр береһе менән шәхсән эшләп, телмәрҙәрендә етешмәгән өндәрҙе ҡуйып, үҙ-үҙҙәренә йомола барған бәләкәс кешеләргә оло донъяға юл аса.
Зөлфиә Шәфҡәт ҡыҙына үҫмерҙәр, йәштәр, хатта өлкән йәштәгеләр ҙә мөрәжәғәт итә.
—Тырышҡанда телмәрҙе нисә йәштә булһаң да төҙәтергә була,—тип йылмая педагог.—«Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?»—тип һораған шикелле, «телмәрең матур, кемдәр ҡуйған?» тип һоҡланһындар. Шуның өсөн тырышам да инде.
Гөлдәр Иҙрисова.
Читайте нас: