АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
9 Октябрь 2018, 12:56

Яңы кимәл яңы мөмкинлектәр аса

Телевидение, радио системаһы үҙе бер ҡатмарлы механизм. Бөгөн уның теоретик өлөшөнә ҡарағанда, практик яғы тиҙерәк үҫешә. Бөгөн беҙ бихисап каналдар, уны күрһәтеү буйынса технологияларҙың үҙгәреүенә эйәрә лә алмайбыҙ. Ҡасандыр һүҙҙә генә булған һанлы технологиялар бөгөн йылдам тормошҡа ашырыла, аналог телевидение бөтөрөлөп, урынына һанлы селтәр барлыҡҡа килә. Баймаҡ яңылыҡтарын даими рәүештә БСТ, «Юлдаш» каналдарында яҡтыртҡан Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы директоры Гөлнур Ишбулатова менән әңгәмә лә тап ошо юҫыҡта барҙы.

Телевидение, радио системаһы үҙе бер ҡатмарлы механизм. Бөгөн уның теоретик өлөшөнә ҡарағанда, практик яғы тиҙерәк үҫешә. Бөгөн беҙ бихисап каналдар, уны күрһәтеү буйынса технологияларҙың үҙгәреүенә эйәрә лә алмайбыҙ. Ҡасандыр һүҙҙә генә булған һанлы технологиялар бөгөн йылдам тормошҡа ашырыла, аналог телевидение бөтөрөлөп, урынына һанлы селтәр барлыҡҡа килә. Баймаҡ яңылыҡтарын даими рәүештә БСТ, «Юлдаш» каналдарында яҡтыртҡан Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы директоры Гөлнур Ишбулатова менән әңгәмә лә тап ошо юҫыҡта барҙы.
—Гөлнур Азамат ҡыҙы, Баймаҡ телевидениеһы тапшырыуҙарын Сибай ҡалаһы халҡы ла яратып ҡарай ине, бөгөн һеҙҙе күптәр юғалтты?
—Һуңғы йылдарҙағы телевидение системаһындағы үҙгәрештәр бәләкәй телестудиялар эшмәкәрлегендә лә сағылды. Был иһә кабелле, ә хәҙер иһә һанлы телевидениеға күсеү яйлап ҡына аналог системаһында эфирға сығыуҙы ҡыҫырыҡлап сығарҙы. Август айынан беҙ IP-телевидение пакетында бөтә республикаға эфирға сыҡҡан «Толпар-ТВ» каналында үҙ эшебеҙҙе башланыҡ. Аҙнаның шишәмбеһе, кесе йома һәм йәкшәмбе 18.00 сәғәттән 19.00 сәғәткә ҡәҙәр Баймаҡ телевидениеһы тапшырыуҙар күрһәтә. БСТ, «Юлдаш» каналдары яңылыҡтарында беҙҙең сюжеттар элеккесә дауам итә. Ҡайнап торған мәлүмәт заманында үҙ йөҙөбөҙҙө, телевизор ҡараусыларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу өсөн бар тырышлығыбыҙҙы һалабыҙ.
—Яңы кимәл яңы мөмкинлектәр ҙә асалыр, моғайын?
—Әлбиттә. Мәғлүмәт биреү, уның менән идара итеү һәм урынлаштырыу үҙебеҙҙең район үҙәгендә, урында хәл ителә. Йәмәғәтселек араһында пропаганда алып барыу күпкә еңелләшә. Тағы шуныһы: быға тиклем беҙҙе ҡарай алмаған Темәс, Күсей, Ишбирҙе, Ишей, Йылым яҡтарында йәшәүсе райондаштарыбыҙ ҙа, шулай уҡ төбәк тормошо менән ҡыҙыҡһынған сит яҡтарҙа йәшәүсе яҡташтар ҙа, Сибай халҡы ла беҙҙең менән ҡала ала. Шулай уҡ төбәктә муниципаль-ара мәғлүмәт яҫылығы булдырыу өҫтәмә мөмкинлеге лә бар.
—Яңыса эфирға сығыу етәксегә яңы талаптар ҙа ҡуялыр...
— Ныҡлы анализ талап иткән эштәр күп. «Толпар-ТВ» даими исемлеге аҫтында «Үҫеш» төбәк технология үҙәге менән ағымдағы йылдың 31 декабренә ҡәҙәр ошо каналға материалдар ҡуйып барыуға килешеү төҙөнөк. Электрон мәғлүмәткә өҫтөнлөк арта. Хәҙер беҙҙе күберәк сайтта, «Бәйләнештә» селтәрендә лә, инстаграмда ла ҡарарға мөмкин. Беҙ тәү сиратта видеоматериалдарҙы БСТ, «Юлдаш» каналдарына ебәрәбеҙ, бер юлы интернет селтәренә лә һалабыҙ. Бырыһы ла көнөндә, оператив рәүештә эшләнә.
—Һеҙҙә «Юлдаш» каналының Баймаҡ радиоһы ла эшләй. Уның яҙмышы нисек хәл ителә?
— Радионың мөмкинлектәрен реклама биреүселәр яңы аңлай башлағайны. Уны һаҡлау юлдарын да эҙләйәсәкбеҙ.
—Белеүебеҙсә, Баймаҡ тапшырыуҙар студияһы күптән түгел яңы бинаға ла күсте.
—Эйе. Беҙ хәҙер Баймаҡ матбуғат йортоноң беренсе ҡаты, элекке типография бинаһында урынлаштыҡ. Район хакимиәте етәкселеге ярҙамында матди-техник базабыҙ нығытылды, телевидение һәм радио системаһы талаптарына яуап биргән монтаж бүлмәләре барлыҡҡа килде. Шундай шарттарҙа беҙгә, 13 ижади һәм һәләтле хеҙмәткәрҙәрҙән торған берҙәм, татыу коллективтың артабан да тырышып эшләргә дәрте ташып тора.
—Күрше ҡала, район телевидениелары ла һеҙҙең кеүек «Толпар-ТВ» каналына күстеме?
—Әлеге мәлдә республикабыҙҙың 30 районында һәм бик күп ҡалаларында баш ҡала телекомпанияларын иҫәпкә алмағанда, 65-тән ашыу телерадиотапшырыуҙар ойошмалары эшләй. Шуларҙың 21-е—дәүләт һәм муниципаль ҡанат аҫтында йәшәй.
Хәйбулла районының телевидениеһы «Толпар-ТВ» каналында булыуы бик ҡыуаныслы. Бынан тыш Мәсетле, Күгәрсен, Саҡмағош, Ҡырмыҫҡалы райондарының телевидениелары ла урын тапты. Был каналдың тағы бер ыңғай яғы бар: эфирға сығыуҙы ла беҙ теләгән ваҡытта бирҙеләр.
—Һанлы эфир телевидениеһы тураһында нимәләр әйтер инегеҙ?
—Һанлы селтәр—телевизион һүрәтте һәм тауышты видеосигналдың һанлы кодтары ярҙамында тапшырыу технологияһы. Уға тышҡы факторҙар бер нисек тә ҡамасаулай алмай, шуға сифаты ла аналог тапшырыуынан күпкә яҡшыраҡ. Был технологияның тағы бер өҫтөнлөгө—тапшырыу ҡабул итеүсе каналдың үткәреү һәләтен киңәйтеү. Һанлы мәғлүмәттәрҙе ҡыҫыу һөҙөмтәһендә күберәк каналдарҙы ҡарау мөмкинлеге барлыҡҡа килә лә инде. Һанлы телевидение тамашасы менән кире бәйләнеш форсаты ла бирә: төрлө конкурстарҙа, мәҫәлән, оҡшаған артист өсөн тауыш биреү күпкә еңелләшәсәк. 2019 йылдың ғинуарынан аналог телевидение һүндерелеү сәбәпле, халыҡты йәһәтерәк IP-телевидение пакеттарына тоташырға, артабан да беҙҙең Баймаҡ телевидениеһы менән бергә ҡалырға саҡырам.
—Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Гөлдәр Ҡадаева әңгәмәләште.